Оргин Константин Петрович
Константин Петрович Оргин (1910 йылдың 10 июле, Төйлөгән районы, Ырымбур өлкәһе — 1964 йылдың 5 октябре, Күмертау, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының пулемёт ротаһы пулемётсыһы, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
Оргин Константин Петрович 1910 йылдың 10 июлендә Рәсәй империяһының Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе, хәҙер Ырымбур өлкәһенbaең Төйлөгән районы, Савельевка утарында тыуған[1]. Мордва. Тулы булмаған урта белемле.
1943 йылдан КПСС ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем колхозда эшләй. Ҡатыны — Оргина Наталья Федоровна.
Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың 28 июлендә Чкалов (Ырымбур) өлкәһенең Троицк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронтында (рус.)баш. 1941 йылдың авгусынан[2].
219-сы уҡсылар полкының 3-сө пулемёт ротаһы станоклы пулемёттың беренсе номеры (11-се уҡсылар дивизияһы, 2-се Удар армия, Ленинград фронты) кесе сержант К. П. Оргин 1944 йылдың 11 февралендә Нарва йылғаһын кисеп сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.
Ленинград фронты 11-се уҡсылар дивизияһының 1944 йылдың 18 апрелендәге 17/н бойороғо менән 219-сы уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры кесе сержант К. П. Оргин 1944 йылдың 1 мартындағы алышта «Максим» пулемётынан дошмандың 50-нән ашыу һалдатын һәм офицерын юҡ иткәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң колхоз рәйесе була, аҙаҡ «Башкируголь» берекмәһендә эшләй.
1964 йылдың 5 октябрендә вафат була[1], Күмертау ҡалаһында ерләнә[2].
Батырлығы
«..11 февралдә 163-сө һәм 219-сы уҡсылар полктары Нарва йылғаһын һуғышып аша сыға. Йылғаны кисеп сығыу дошмандың көслө артиллерия һәм миномёт (рус.)баш. уты аҫтында башҡарыла.
Күпселек йөҙөп сығыу саралары дошмандың уты менән сафтан сығарыла. Тик бер нисә тултырмалы кәмәләрҙә һыу тотҡарлығын үтеп сығырға мөмкин. Дошман биләгән йылғаның көнбайыш ярына уҡсылар полкының бер офицеры етәкселегендә барлығы 18 рядовой һәм сержант төшә. Улар араһында кесе сержант Оргин да була. Ярға аша сыҡҡан төркөм дошман менән ҡаты алышҡа инә һәм ҙур булмаған плацдармды яулап ала һәм шунда нығына. Кесе сержант Оргин шул ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Үҙенең пулемёт уты менән дошмандың бер нисә һөжүмен кире ҡаға. Пулемет тынғас, ул автоматына тотона һәм дошманды утҡа тотоуын дауам итә. Төркөм кискә тиклем тора.
Ҡараңғылыҡ төшөү менән, төркөмдө етәкләгән командир, көнсығыш яр менән бәйләнешкә инергә теләй, әммә бер ниндәй ҙә бәйләнеш саралары булмай. Шул саҡта командир кесе сержант Оргинға бурыс йөкмәтә — теләһә ниндәй саралар менән Нарва аша сығырға һәм полк командирына хәл тураһында еткерергә ҡуша.
Был бойороҡто үтәгәндә, кесе сержант Оргин, өҫтөндәге ҡыҫҡа тунын һәм быймаларын сисеп ташлап, боҙло һыуға ташлана һәм йөҙөп китә. Нисек кенә булһа ла командирҙың бойороғон үтәү һәм ихтыяр көсө һыу кәртәләрен еңеп сығырға ярҙам итә. Һыуыҡтан өшөп туңып, Оргин көнсығыш ярҙа урынлашҡан команда пунктына барып етә һәм көнбайыш ярҙағы хәл тураһында еткерә, шулай уҡ уңайлы кисеү урындары тураһында хәбәр итә. Шул уҡ төндә ошо мәғлүмәттәр буйынса көнбайыш ярға шәхси составтың байтаҡ төркөмөнөң аша сығыуы ойошторола, ул баҫып алған плацдармды бөгөнгө көнгә тиклем тота...»[2].
Шулай уҡ К. П. Оргин 1944 йылдың 1 мартында батырлыҡ күрһәтә. Үҙҙәренең биләгән дзоттарынан (рус.)баш. һәм доттарынан ырғып сығып ҡасып барған бер фрицҡа ла Оргин пулемёт уты менән ҡасырға мөмкинлек бирмәй. Был һуғышта ул дошмандың 50-нән ашыу һалдатын юҡ итә[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 5 октябрендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн кесе сержант Оргин Константин Петровичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Константин Петрович Оргиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Күмертау ҡалаһы ҡала округының 10-сы дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- Герой исеме менән Башҡортостан Республикаһының Күмертау һәм Нарва (Эстония) ҡалаларында урамдар аталған. Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Екатеринославка ауылында К. П. Оргин уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (05.10.1944)
- Ленин ордены (05.10.1944).
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (18.04.1944)[3]
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы[3]
- «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Оргин Константин Петрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 4 А. А. Симонов. Оргин Константин Петрович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Оргин Константин Петрович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Оргин Константин Петрович (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Оргин Константин Петрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.». Музей Победы. Оргин Константин Петрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
- Республиканский музей Боевой Славы: Оргин Константин Петрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)