Парсункин Борис Николаевич

Парсункин Борис Николаевич (3 ноябрь 1938 йыл) — металлург-инженер-ғалим. 1971 йылдан хәҙерге Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1990 йылдарҙа сәнәғәт кибернетикаһы һәм идара итеү системалары кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһының А. М. Прохоров исемендәге инженер фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2000), техник фәндәр докторы (1995), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000).

Биографияһы

Борис Николаевич Парсункин 1938 йылдың 3 ноябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Белорет районы Үрге Әүжән ауылында тыуған[2].

1961 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын «автоматизация буйынса инженер-металлург» һөнәрен алып тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Магнитогорск металлургия комбинатының автоматлаштырыу хеҙмәтендә слесарь-электрик булып башлай. Бында участка начальнигы вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә.

1970 йылда төп эшенән айырылмай үҙе уҡыған Магнитогорск тау-металлургия институтында «Прокатлау алдынан металл йылытыуҙың технологик процесына идара итеү үҙенсәлектәрен тикшереү» тигән темаға кандидатлыҡ, 1995 йылда — «Металл йылытыуҙың үҙ-үҙен көйләүсе идара итеү системаһын ҡулланған энергияны һаҡлаусы технологиялары» тигән темаға докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

1971 йылдан шул саҡтағы Магнитогорск дәүләт металлургия институтында: доцент, сәнәғәт кибернетикаһы һәм идара итеү системалары кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, ошо кафедра мөдире.

1990 йылдан СССР Ҡара металлургия министрлығының етәксе хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү үҙәк институты Магнитогорск филиалының металлургия сәнәғәтенең иҫәпләү техникаһы һәм идара итеү системалары кафедраһы мөдире.

1992 йылдан Магнитогорск металлургия комбинатының «Персонал» кадрҙар үҙәгендә металлургия сәнәғәтенең иҫәпләү техникаһы һәм идара итеү системалары кафедраһы мөдире.

1993 йылдан — Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан сәнәғәт кибернетикаһы һәм идара итеү системалары кафедраһы профессоры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000)
• СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы (1988).

Иҫкәрмәләр