Плотников Алексей Владимирович (хоккейсы)

Плотников Алексей Владимирович (1975 йылдың 11 октябре, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Рәсәйҙең спорт мастеры[1].

Биографияһы

Алексей Владимирович Плотников 1975 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсеһе, тренеры Владимир Воробьев[2].

1992—1998 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының физик культура факультетында уҡый. Квалификация камиллаштырыу курсын тамамлай[3].

Спорт карьераһы

1991/92 йылдар миҙгелендә икенсе лиганың «Авангард» (Өфө) командаһында башлап уйнай, киләһе миҙгелдә «Новойл» өсөн сығыш яһай. 1994/95 — 1997/98 миҙгелдәрендә шулай уҡ «Салауат Юлаев» өсөн уйнай. Хабаровскиҙың СКА-«Амур» / «Амур» (1998/99 — 2001/02, 2004/05) һәм «Самородок» (2001/02), Белоруссияның Гродно ҡалаһынан «Неман» (2002/03), Минскиҙан «Керамин» (2003/04, 2007/08 — 2009/10), Жлобиндан «Металлург» (2006/07, 2010/11 — 2013/14), Солигорскиҙан «Шахтер» (2014/15), шулай уҡ «Брест» (2015/16) клубтары өсөн сығыш яһай. 2005/06 йылдар миҙгелендә Рәсәйҙә «Салауат Юлаев» һәм «Трактор» өсөн уйнай[4].

Йәрәхәт алғас, карьераһын Беларусь Экстралигаһында тамамларға ҡарар итә. 10 миҙгел эсендә дүрт белорус клубында уйнай. Ә тәнәфестәр менән — тотош 12 миҙгел. Белорус гражданлығын алған. Ҙур хоккейҙан киткәс, 2017 йылда «Динамо» (Санкт-Петербург) клубында һаҡсылар менән шөғөлләнеүсе тренер була. Минск ҡалаһы чемпионатында юғары лигала һәүәҫкәр командалар араһында «Энергетик» хоккей клубы өсөн уйнай[5].

2022 йылдың октябрь аҙағында-ноябрь башында Беларусь ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһының беренсе күнекмә лагерында консультант рәүешендә саҡырыла[6]. Артабан 2023 йылда ҡышҡы һәм яҙғы күнекмә йыйындарында ла ҡатнаша[7].

1997/98 йылдар миҙгеленә тиклем игеҙәге Вадим менән бергә сығыш яһай, ул карьераһын 23 йәшендә тамамлай[8].

Тренер карьераһы

  • 2015—2016 — «Брест» хоккей клубының баш тренеры ярҙамсыһы.
  • 2016 — «Брест» хоккей клубының фарм-клубы тренеры.
  • 2016 — «К-2» (Минск) хоккей клубының баш тренеры.
  • 2017 — «Айс Профи» хоккей мәктәбенең өлкән тренеры[9].
  • 2022—2023 — Беларусь ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһының күнекмә лагерында консультант[10].

Ҡаҙаныштары

  • Ике тапҡыр Рәсәй чемпионатының бронза призёры: МХЛ — 1994/95, РХЛ — 1996/97 («Салауат Юлаев»);
  • Рәсәй юғары лигаһы чемпионы 2005/06 («Трактор»);
  • Өс тапҡыр Белоруссия чемпионы (2007/08 -«Керамин»; 2011/12 -«Металлург»; 2014/15 — «Шахтёр»);
  • Өс тапҡыр Белоруссия чемпионатының көмөш призёры (2002/03, 2003/04 — «Керамин»); 2012/13 — «Металлург»);
  • Белоруссия чемпионатының бронза призёры 2010/11 («Металлург»)[11];
  • Беларусь кубогы еңеүсеһе (2008, 2011);
  • Европа континенталь кубогының көмөш призёры: 2013[12];
  • «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2014, Беларусь Республикаһы)[13].

Иҫкәрмәләр

  1. Алексей Плотников. ph4.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  2. Алексей Плотников: Пока играется - надо играть. belarushockey.com (10 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  3. Рады представить нового старшего тренера школы хоккея Айс Профи!!! (27 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  4. Алексей Плотников. ph4.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  5. Степан Воронков. «БХ». Алексей Плотников: Не жалею, что взял белорусское гражданство, хотел сыграть за сборную. belarushockey.com (1 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  6. Алексей Плотников — о первом кэмпе женской сборной: впечатления у всех очень положительные. hockey.by (1 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  7. Алексей Плотников: чем чаще будут проходить кэмпы для девчонок, тем лучше. hockey.by (26 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  8. Джаудат Абдуллин. Березуцкие и Комбаровы, Миранчуки и Лавриновичи: как развивались спортивные судьбы братьев-близнецов (24 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  9. Рады представить нового старшего тренера школы хоккея Айс Профи!!! (27 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  10. Пройдет первый в истории кэмп женской сборной Беларуси. В составе 24 хоккеистки. belarushockey.com (27 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  11. Плотников Алексей Владимирович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  12. «БХ». Алексей Плотников: Не жалею, что взял белорусское гражданство, хотел сыграть за сборную (belarushockey.com). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
  13. Указ Президента Республики Беларусь от 15 января 2014 г. № 33 («Аб узнагароджанні дзяржаўнымі ўзнагародамі Рэспублікі Беларусь») (белор.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2025.Архивная копия от 9 июнь 2021 на Wayback Machine

Тема буйынса өҫтәмә