Полозов Кирилл Константинович
По́лозов Кири́лл Константи́нович (1991 йылдың 15 ғинуары, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. Тренер.
Биографияһы
Кирилл Константинович Полозов 1991 йылдың 15 ғинуарында Өфө ҡалаһында спортсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Константин Полозов Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры була. Хоккей менән Кирилл ҡаланың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә башлай.
Карьераһының башы
2005/2006 йылдар миҙгелендә 2005—2006 (1991 йылғы үҫмерҙәр) төбәк йыйылма командалары турнирында Урал йыйылма командаһы өсөн башлап уйнай[1]. Турнирҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 7 команда уйнай. Шул уҡ миҙгелдә Өфөлә уҙған 1991 йылғы үҫмерҙәр командалары араһында Рәсәй беренселегенең финал турнирында Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы өсөн уйнай[2]. Турнирҙа ул 7 матчта уйнай, 10 шайба индереп һәм 9 һөҙөмтәле пас биреп, чемпионаттың иң яҡшы бомбардиры булып таныла[3].
Профессиональ карьераһы
2006/2007 йылдар миҙгелендә беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионатында (Беренсе лига. «Урал — Көнбайыш Себер» төбәге) Салауат Юлаев-2 (2009 йылдан — «Толпар») командаһы өсөн уйнай. 2009/2010 йылдар миҙгеленән яңы Йәштәр хоккей лигаһында уйнай башлай һәм «Толпар» командаһы менән бергә ике тапҡыр бронза призер була, ә 2011 йылда чемпионаттың иң яҡшы бомбардиры исемен ала[4].
Артабан 2021/2022 йылдар миҙгеле аҙағына тиклем ЮХЛ-дың төрлө командаларында уйнай, улар араһында «Чэнтоу» (Ҡытай) һәм «Торпедо Усть-Каменогорск» (Ҡаҙағстан) була[5]. Нефтекаманың «Торос» командаһы составында ике тапҡыр лига еңеүсеһе була. ЮХЛ турнирынан айырылмайынса, 2017 йылдан 2020 йылға тиклем Ҡаҙағстан чемпионатында уйнай.
2020—2021 йылдарҙа Ижевскиҙың «Ижсталь» командаһына күсә[6], әммә уңыш ҡаҙанмай һәм 2021—2022 йылдарҙа Румынияның «Стяуа» командаһы данын яҡлай.
2022—2025 йылдарҙа Израиль клубтары «Холон Вайперс», «Бат-Ям Чифс», «Бат-Ям Долфинс» өсөн сығыш яһай. 39 уйында бөтәһе 102 (51+51) мәрәй йыя[7].
2022/23 йылдар миҙгеленән «Бат-Ям Чифс» клубының баш тренеры, ул 2024 йылда үҙенең исемен «Ашдод Чифс» тип үҙгәртә.
2024 йылдың йәйендә «Ашдод Долфинз» (элекке «Бат-Ям Долфинс») командаһы өсөн уйнап, Израиль элиталы хоккей лигаһы еңеүсеһе була. Хәл иткес матчта «Салауат Юлаев» системаһының элекке форварды (ул Израиль гражданлығын алған һәм был миҙгелдә 2а дивизионында донъя чемпионатында ил йыйылма командаһы өсөн уйнаған) дүрт гол индерә.[8].
2025 йылда уның етәкселегендәге Израиль йәштәр йыйылма командаһы донъя чемпионатының икенсе дивизионы В төркөмө турнирында икенсе урынды яулай. Был әлегә йыйылма команданың бөтә сығыштары араһында иң яҡшы һөҙөмтә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сборная Урала. forchecking.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
- ↑ Состав юношеской команды Салават Юлаев. 2006 год. forchecking.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
- ↑ Список лучших хоккеистов. forchecking.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
- ↑ МХЛ наградит лучших. nmhl.fhr.ru (22 июнь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
- ↑ «Торпедо» подписало экс-игрока «Салавата Юлаева» и «Автомобилиста». sports.kz (2 май 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
- ↑ Лучшие бомбардиры МХЛ, что с ними стало спустя много лет. sport.rambler.ru (4 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
- ↑ Kirill Polozov. theiehl.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.
- ↑ Александр Балабанов. «Ашдод Долфинс» впервые стали чемпионами Израиля. Экс-форвард системы «Салавата» Полозов сделал покер в решающем матче с «Иерусалим Кэпиталс». sports.ru (20 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2025.