Рәсәй Федерацияһының Һауа-йыһан көстәре

Һауа-йыһан көстәре (ВКС) — Рәсәй Федерацияһының ҡораллы көстәренең өс төрөнең береһе, ул Рәсәй Федерацияһының оборонаһын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында күбеһенсә һауа һәм йыһан киңлегендә хәрби хәрәкәттәр алып барыу өсөн тәғәйенләнгән.

undefined

2015 йылда Хәрби-һауа көстәрен (ВВС) һәм Һауа-йыһан оборонаһы ғәскәрҙәрен (ВВКО) берләштереү һөҙөмтәһендә ойошторолған[1].

Рәсәй Федерацияһы Президентының указына ярашлы, 2015 йылдың 1 авгусынан ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә тотондо[2][3].

Рәсәй Һауа-йыһан оборонаһына Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы, ә туранан-тура — Һауа-йыһан көстәренең баш командованиеһы етәкселек итә[3].

Һауа-йыһан көстәренең төп штабы Мәскәүҙә Арбат районы Знаменка урамындағы Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы бинаһында урынлашҡан[4].

Һөнәри байрам - Һауа-йыһан көстәре көнө. Йыл һайын 12 августа билдәләнә[5].

Структураһы һәм хәл ителергә тейешле бурыстары

Рәсәй Хәрби-йыһан көстәренә өс төр ғәскәр (көс) инә[6]:

  • Рәсәй Федерацияһының Хәрби-һауа көстәре;
  • Һауа һәм ракета һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре;
  • Йыһан ғәскәрҙәре.
Бурыстар
undefined

Һауа-йыһан көстәре түбәндәге бурыстар спектрын хәл итә[6]:

  • һауа-йыһан өлкәһендә агрессияны кире ҡағыу һәм дошмандың дәүләт һәм хәрби идара итеүҙең юғары звенолары, ғәскәр (көстәр) төркөмдәре, административ-сәйәси үҙәктәрҙе, сәнәғәт-иҡтисади райондарҙы, ил иҡтисады һәм инфраструктураһының мөһим объекттары менән идара итеү пункттарын һауа-йыһан һөжүменән һаҡлау;
  • ябай һәм ядро ыян килтереү сараларын ҡулланып, дошмандың объекттарын һәм ғәскәрҙәрен ҡыйратыу;
  • башҡа ғәскәр төрҙәренең хәрби хәрәкәттәрен авиация ярҙамы менән тәьмин итеү;
  • мөһим дәүләт объекттарына һөжүм итеү ихтималлығы булған дошмандың баллистик ракеталарының баш өлөштәренә зыян килтереү;
  • идаралыҡтарҙың юғары звеноларын баллистик ракеталар старты тураһында дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итеү һәм ракета һөжүме тураһында иҫкәртеү;
  • йыһанда һәм йыһандан Рәсәйгә хәүеф янауын асыҡлау һәм йыһанда йыһан объекттарын күҙәтеү, кәрәк булғанда - бындай хәүефтәрҙе кире ҡағыу;
  • орбиталарға йыһан аппараттарын осороу, осошта хәрби һәм икеләтә тәғәйенләнештәге спутник системалары менән идара итеү һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен ғәскәрҙәрҙе кәрәкле мәғлүмәт менән тәьмин итеү мәнфәғәтендә файҙаланыу;
  • билдәләнгән составта хәрби һәм икеләтә тәғәйенләнештәге спутник системаларын, уларҙы эшләтеп ебәреү һәм идара итеү сараларын ҡулланырға әҙер булыу һәм башҡа бурыстарҙы үтәү.

Тарихы

Рәсәй Федерацияһының Һауа-йыһан көстәре Хәрби-һауа көстәрен һәм Һауа-йыһан оборонаһы ғәскәрҙәрен берләштереү юлы менән ойошторола.

2015 йылдың 3 авгусында селектор кәңәшмәһе барышында Рәсәй Федерацияһының оборона министры армия генералы Сергей Кужугетович Шойгу белдереү яһаны[7][8]:

«Хәрби-һауа көстәрен һәм Һауа-йыһан оборонаһы ғәскәрҙәрен берләштереү юлы менән Һауа-йыһан көстәрен булдырыу илдең һауа-космос оборонаһы системаһын камиллаштырыуҙың иң ҡулай варианты булып тора. Был, беренсе сиратта, һауа-йыһан өлкәһендәге бурыстарҙы хәл итеүсе ғәскәрҙәрҙе үҫтереү буйынса хәрби-техник сәйәсәтте формалаштырыу өсөн бөтә яуаплылыҡты бер ҡулда тупларға, икенсенән, уларҙы ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген тығыҙыраҡ интеграциялау иҫәбенә, өсөнсөнән, илдең һауа-йыһан оборонаһы системаһының эҙмә-эҙлекле үҫешен тәьмин итергә мөмкинлек бирә».

2015 йылдың 30 сентябренән Рәсәй Федерацияһының Һауа-космос көстәре Сүриәлә Рәсәй Хәрби операцияһында әүҙем ҡатнаша. Владимир Путин Һауа-йыһан көстәренең эшен юғары баһаланы, күп хәрби хеҙмәткәрҙәр Рәсәй һәм Сүриәнең юғары хөкүмәт наградаларына лайыҡ булды. 2016 йылдың аҙағына Сүриәлә Рәсәй Һауа-йыһан көстәренең осоу составының 84 %-ы хәрби тәжрибә алды[9].

2016 йылдың 17 мартында Владимир Путин Һауа-йыһан көстәренең баш командующийы генерал-полковник Виктор Бондаревҡа Хәрби байраҡ тапшырҙы[10].

2020 йылда Һауа-йыһан көстәрендә 13 хәрби часть, шул иҫәптән хәрби-транспорт авиация полкы һәм зенит ракета полкы ойошторолдо[11].

Командованиеһы

Һауа-космос көстәренең беренсе Команда составы Рәсәй Президентының 2015 йылдың 1 авгусындағы 394-се указы менән тәғәйенләнде[2]. Быға тиклем ул Рәсәй Федерацияһы Хәрби-һауа көстәренең баш командующийы вазифаһын биләгән генерал-полковник Виктор Бондарев Һауа-йыһан көстәренең беренсе баш командующийы итеп тәғәйенләнде.

Әлеге ваҡытта (2020 йылдың 1 ғинуары) Һауа-йыһан көстәренең баш командованиеһында түбәндәге юғары офицерҙар хеҙмәт итә:

Хәрби вазифаһы Хәрби званиеһы Ф. И. О.
Һауа-йыһан көстәре баш командующийы армия генералы Афзалов Виктор Мусавирович
Баш штаб начальнигы —
Һауа-йыһан көстәре Баш командующийының беренсе урынбаҫары
генерал-полковник -
Һауа-йыһан көстәре Баш командующийының урынбаҫары генерал-полковник Юдин Андрей Вячеславович
Рәсәй Федерацияһының Һауа-йыһан көстәре командующийы
— Һауа-йыһан көстәре Баш командующийының урынбаҫары
генерал-лейтенант Дронов Сергей Владимирович
Һауа һәм ракета һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре командующийы
— Һауа-йыһан көстәре Баш командующийының урынбаҫары
генерал-лейтенант Дёмин Андрей Геннадьевич
Йыһан ғәскәрҙәре командующийы
— Һауа-йыһан көстәре Баш командующийының урынбаҫары
генерал-полковник Головко Александр Валентинович
Һауа-йыһан көстәре Баш командующийының урынбаҫары
хәрби-сәйәси эш буйынса
генерал-лейтенант Максимцев Александр Анатольевич
Һауа-йыһан көстәре Бкомандующийының урынбаҫары
матди-техник тәьминәт буйынса
генерал-лейтенант[12] Хәйербәков Забит Сабирович
Һауа-йыһан көстәре Баш командующийының урынбаҫары
ҡоралланыу буйынса
генерал-полковник Грехов Юрий Николаевич
Баш командующийҙар
Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-полковник Бондарев Виктор Николаевич (1 август 2015 — 26 сентябрь 2017)
Кураченко Павел Павлович (25.09.2017 йылдан 22.11.2017 йылға тиклем Баш командующий ваифаһын ваҡытлыса башҡарыусы)[13][14][2][15]
Рәсәй Федерацияһы Геройы армия генералы Суровикин Сергей Владимирович (31 октябрь 2017 — 22 август 2023)
Афзалов Виктор Мусавирович (20 октябрь 2023 — хәҙерге ваҡытта)[16]

Уҡыу йорттары

  • Хәрби-һауа көстәренең хәрби уҡытыу-ғилми үҙәге — «Ленин һәм Октябрь Революцияһы, Жуков орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы профессор Н.Е. Жуковский һәм Ю.А. Гагарин исемендәге академия» (Воронеж ҡалаһы)
  • Жуков орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы А.Ф. Можайский исемендәге Хәрби-йыһан академияһы (Санкт-Петербург)
  • Ҡыҙыл байраҡлы Советтар Союзы Маршалы Г.К. Жуков исемендәге Һауа-йыһан оборонаһы хәрби академияһы (Тверь ҡалаһы)
  • Бөйөк Октябрҙең 60 йыллығы исемендәге Ярославль юғары һауа оборонаһы хәрби училищеһы (Ярославль ҡалаһы)
  • Халыҡтар дуҫлығы орденлы Советтар Союзы Геройы А.К.Серов исемендәге Краснодар лётчиктар юғары хәрби авиация училищеһы (Краснодар ҡалаһы)
  • Рязань дәүләт радиотехник университеты ҡарамағындағы В.Ф. Уткин исемендәге хәрби уҡыу үҙәге
  • Ленин һәм Октябрь Революцияһы орденлы «Мәскәү энергетика иституты» милли тикшеренеү университеты ҡарамағындағы хәрби уҡыу үҙәге
  • Ленин һәм Октябрь Революцияһы орденлы Серго Орджоникидзе исемендәге Мәскәү авиация институты ҡарамағындағы Хәрби уҡыу үҙәге
  • Ленин орденлы Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы Хәрби уҡыу үҙәге[17]
  • Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ орденлы Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты ҡарамағындағы Хәрби институт[18]
  • РФ Оборона министрлығының 183-сө уҡыу үҙәге
  • Тверь Суворов хәрби училищеһы [19][20]

Мәҙәниәт

Төп мәҙәниәт учреждениеһы - Рәсәй Федерацияһы Һауа-йыһан көстәренең Үҙәк офицерҙар клубы (Мәскәү)[21]. Шефлыҡҡа алынған Мәҙәниәт йорттары бар: Армавир гарнизоны Офицерҙар йорто, Сещин гарнизонының 76-сы Офицерҙар клубы (Сеща ҡасабаһы, Брянск өлкәһе), 123-сө гарнизон Офицерҙар йорто (Мирный, Архангел өлкәһе), 126-сы гарнизон Офицерҙар йорто (Шайковка тимер юл станцияһы, Калуга өлкәһе), 131-се гарнизон Офицерҙар йорто (Серышев ҡасабаһы, Амур өлкәһе), Рәсәй Армияһының 93-сө Мәҙәниәт Йорто (Ногинск, Мәскәү өлкәһе).

Рәсәй Федерацияһы Һауа-йыһан көстәренең йыр һәм бейеү ансамбле.

2018 йылдың ноябрендә Рәсәй Оборона министрлығы «Патриот» паркы биләмәһендә Рәсәй Федерацияһы Һауа-космос көстәренең үҙәк музейын булдырыу хаҡында хәбәр итте[22].

Санкциялар

2022 йылдың 9 декабрендә Рәсәй Федерацияһының Һауа-йыһан көстәре Америка Ҡушма Штаттарының санкциялар исемлегенә индерелде[23][24].

2022 йылдың 16 декабрендә Рәсәй Федерацияһының Һауа-йыһан көстәре бөтә Евросоюз илдәренең санкция исемлегенә индерелде[25].

Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Һауа-йыһан көстәре Швейцария һәм Яңы Зеландияның санкциялар исемлегенә индерелде[26].

Айырма билдәләре

Генералдар һәм офицерҙар

Flag of NATO.svg НАТО коды OF-9 OF-8 OF-7 OF-6 OF-5 OF-4 OF-3 OF-2 OF-1 OF (D)
Генералдар Oфицерҙар
Погон Russia-Airforce-OF-9-2013.svg Russia-Airforce-OF-8-2010.svg Russia-Airforce-OF-7-2010.svg Russia-Airforce-OF-6-2010.svg Russia-Airforce-OF-5-2010.svg Russia-Airforce-OF-4-2010.svg Russia-Airforce-OF-3-2010.svg Russia-Airforce-OF-2-2010.svg Russia-Airforce-OF-1c-2010.svg Russia-Airforce-OF-1b-2010.svg Russia-Airforce-OF-1a-2010.svg Russia-Airforce-OF-(D)-2010.svg
Звание Армия генералы Генерал-полковник Генерал-лейтенант Генерал-майор Полковник Подполковник Майор Капитан Өлкән лейтенант]] Лейтенант Кесе лейтенант]] Курсант

Прапорщиктар, сержанттар һәм рядовойҙар

Flag of NATO.svg
Код НАТО
OR-9 OR-8 OR-7 OR-6 OR-5[27] OR-4 OR-2
Прапорщиктар Cержанттар Һалдаттар
Погон Russia-Airforce-OR-9b-2010.svg Russia-Airforce-OR-9a-2010.svg Russia-Airforce-OR-8-2010.svg Russia-Airforce-OR-6-2010.svg Russia-Airforce-OR-5-2010.svg Russia-Airforce-OR-4-2010.svg Russia-Airforce-OR-2-2010.svg Russia-Airforce-OR-1-2010.svg
Звание Өлкән прапорщик Прапорщик Старшина Өлкән сержант]] Сержант Кесе сержант Ефрейтор Рядовой

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең авиация осоштары именлеге хеҙмәте

Иҫкәрмәләр

  1. Воздушно-космические силы России приступили к службе., «Интерфакс» (3 августа 2015 года). 3 август 2015 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 Шойгу: «В России создан новый вид вооружённых сил — Воздушно-космические силы» Архивная копия от 4 август 2015 на Wayback Machine // «ТАСС», 3 августа 2015
  3. 1 2 Новый вид Вооружённых Сил России — Воздушно-космические силы — приступил к несению боевого дежурства по воздушно-космической обороне Архивная копия от 1 октябрь 2015 на Wayback Machine // Управление пресс-службы и информации Минобороны России, 3 августа 2015
  4. Штаб Воздушно-космических сил разместится на Арбате Архивная копия от 20 август 2015 на Wayback Machine // «Интерфакс», 3 августа 2015
  5. 12 августа — 104 года Воздушно-космическим силам Архивная копия от 26 август 2016 на Wayback Machine // Официальный сайт Минобороны России
  6. 1 2 Структура Вооружённых сил Российской Федерации. Воздушно-космические силы. Задачи и главное командование Архивная копия от 6 август 2015 на Wayback Machine // Официальный сайт Минобороны России
  7. В России созданы Воздушно-космические силы. Архивная копия от 3 август 2015 на Wayback Machine «Лента.Ру» // lenta.ru (3 августа 2015 года)
  8. Министр обороны России генерал армии Сергей Шойгу провёл очередное селекторное совещание Архивная копия от 1 октябрь 2015 на Wayback Machine // Управление пресс-службы и информации Минобороны России (3 августа 2015 года)
  9. В Национальном центре управления обороной прошло расширенное заседание Коллегии Минобороны России : Министерство обороны Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2016. Архивировано 11 сентябрь 2017 года.
  10. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2016. Архивировано 20 март 2016 года.
  11. Доклад Министра обороны Российской Федерации на расширенном заседании Коллегии Министерства обороны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2020. Архивировано 9 ғинуар 2021 года.
  12. Указ Президента РФ №355 от 11 июня 2021 года — Президент России. prezident.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2021. Архивировано 11 июнь 2021 года.
  13. «Российское военное обозрение». 2017. № 9. — С.73. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2017. Архивировано 29 декабрь 2017 года.
  14. Источник: врио главкома ВКС назначен генерал-лейтенант Павел Кураченко  (рус.), ТАСС. 29 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  15. Биографическая справка. Биография Павла Кураченко Архивная копия от 1 октябрь 2015 на Wayback Machine // «РИА Новости», 3 августа 2015
  16. Биография генерал-полковника Виктора Афзалова. РИА Новости (20 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2023.
  17. Учебный военный центр. www.ugatu.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 22 ноябрь 2017 года.
  18. Военное обучение в МГТУ им. Н.Э.Баумана | Военный институт МГТУ им. Н.Э. Баумана. mil.bmstu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2017. Архивировано 2 декабрь 2017 года.
  19. Карта сайтов образовательных организаций — Военная академия генерального штаба Вооруженных Сил Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2017. Архивировано 22 март 2017 года.
  20. Министр обороны России генерал армии Сергей Шойгу проверил ход строительства Московского президентского кадетского училища : Министерство обороны Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2016. Архивировано 17 август 2016 года.
  21. Центральный офицерский клуб Воздушно-космических сил : Министерство обороны Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2016. Архивировано 24 ноябрь 2016 года.
  22. [1]Архивная копия от 30 ноябрь 2018 на Wayback Machine Минобороны России на официальных страницах в соцсетях опубликовало видеоролик, посвященный созданию Центрального музея ВКС в парке «Патриот» / mil.ru
  23. The United States Imposes Sanctions on Russian Entities Involved in UAV Deal With Iran.
  24. Global Magnitsky Designations; North Korea Designations; Iran-related Designations; Russia-related Designations and Designation Update (ингл.). U.S. Department of the Treasury. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2023.
  25. EUR-Lex - L:2022:322I:TOC - EN - EUR-Lex (ингл.). eur-lex.europa.eu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2023.
  26. ВОЗДУШНО-КОСМИЧЕСКИЕ СИЛЫ РОССИИ | Война и санкции. sanctions.nazk.gov.ua. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2023.
  27. Militärlexikon, 2. Auflg. 1973, L-Nr.: 5, ES-Nr.: 6C1, BstNr: 745.303.1, Tafel 77 … UdSSR; Dienstgrad- und Waffengattungsabzeichen, Mützenembleme, von Fähnrich und Mitschmann; hier Unteroffiziersdienstgrade: Mladschi sershant = Unteroffizier, Sershant = Feldwebel und Starshi sershant = Oberfeldwebel.

Әҙәбиәт

  • Барабанов М. С. и др. Грозное небо: авиация в современных конфликтах. — М.: Центр анализа стратегий и технологий, 2018. — 256 с.
  • Лашков А. Ю., Голотюк В. Л. Главное командование: от Военного Воздушного Флота до Воздушно-космических сил России. — М.: Буксир; Небо Отчизны, 2017. — 696 с. — ISBN 978-5-9905714-0-2.

Тема буйынса өҫтәмә