Рәхмәтуллина Ирина Робинзон ҡыҙы
Ирина Робинзон ҡыҙы Рәхмәтуллина (рус. Ирина Робинзоновна Рахматуллина ; 1970 йылдың 8 марты, Ҡыҙылъяр (Түбәнге Табын ауыл биләмәһе), Мөслим районы, Татар АССР-ы[d]) — онколог-ғалим. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002 йылдан диссертация советының ғилми секретары, 2012 йылдан — дауалау факультеты деканы, 2016 йылдан — университеттың фәнни эштәр буйынса проректоры. Медицина фәндәре докторы (2005), профессор. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009).
Биографияһы
Ирина Робинзон ҡыҙы Рәхмәтуллина 1970 йылдың 8 мартында Татар АССР-ының[2] Мөслим районы Ҡыҙылъяр ауылында тыуған[3].
1993 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған[4].
Шул уҡ 1993 йылда үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең медицина-санитария бүлегендә табип булып башлай[3].
1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында клиник ординатуран тамамлағандан һуң онкология кафедраһында ассистент вазифаһында эшләй, «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай[4].
2001 йылдан — онкология кафедраһы доценты, бер үк ваҡытта 2002 йылдан — диссертация советының ғилми секретары[3].
2004 йылда, «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Ҡатын-ҡыҙҙарҙа репродуктив система ағзаларының яман шештәре ваҡытында ташландыҡлыҡ хәүефенә идара итеүҙең медикосоциаль һәм ойоштороу аспекттары» тигән темаға диссертация яҡлай[4].
2006 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Өҫтәмә һөнәри белем биреү институтының онкология һәм патологик анатомия курстары менән онкология кафедраһы профессоры вазифаһында[3].
2012 йылдан — дауалау факультеты деканы[4].
2016 йылдан — университеттың фәнни эштәр буйынса проректоры[4].
Фәнни эшмәкәрлеге
Ғалимдың ғилми тикшеренеүҙәре онкогинекология проблемалары, яман шеште иҫкәртеү, түллек биҙҙәре, балаятҡы муйынтығы, һөт биҙе, ашҡаҙан аҫты биҙе, ашҡаҙандың шеш ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу, онкологияла прогнозлау факторҙарын, Башҡортостан Республикаһы халҡының яман шештәрҙән ауырыу һәм үлеү сәбәптәрен өйрәнеү менән бәйле. Уның ҡатнашлығында шеш патологияһы буйынса хәүеф янаған төркөмдәрҙе асыҡлау өсөн скрининг тикшереү ысулдары, Рәсәй Федерацияһында юғары һөнәри (медицина) белем биреүҙе мәғлүмәтләштереүҙең фәнни техник нигеҙҙәре эшләнә[3].
Студенттар өсөн «Онкология» электрон дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары (2004, 2006, 2010, 2013), Ҡаҙағстандың медицина юғары уҡыу йорттары өсөн ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән «Онкология» дәреслеге (2013), шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы юғары уҡыу йорттарына медицина һәм фармацевтика буйынса тәҡдим ителгән «Онкология буйынса практик дәрестәргә ҡулланма» (2007), «Онкология буйынса атлас» (2008) исемле уҡыу әсбаптары авторҙашы. Үҙе 200-ҙән ашыу фәнни һәм методик хеҙмәт, шул иҫәптән ете монография һәм ете уйлап табыу авторы[4].
Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре
• Предпосылки и пути совершенствования онкологической помощи (на примере Республики Башкортостан). Уфа, 2013 (авторҙаш); (рус.)
• Рак желудка. Уфа, 2014 (авторҙаш); (рус.)
• Рак молочной железы: руководство для врачей. М., 2015 (авторҙаш). (рус.)
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Хәҙер Татарстан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Рәхмәтуллина Ирина Робинзон ҡыҙы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Рахматуллина Ирина Робинзоновна. Башкирский государственный медицинский университет. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2025.
- ↑ Главная > О журнале > Редакционная коллегия. Официальный сайт журнала «Креативная хирургия и онкология». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2025.