Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы

Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова (рус. Рашида Искандаровна Султанова; 1947 йылдың 19 июле, Наурыҙ, Башҡорт АССР-ы) — комсомол, профсоюз, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлеге мөдире; 1999—2003 йылдарҙа — ЗАГС-тар идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты; 1998—2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2021) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2017). Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2024).

Биографияһы

Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы 1947 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған[1].

1964 йылда урта мәктәпте, 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусы булып башлай.

Ошо уҡ йылда республиканың комсомол органдарына эшкә тәҡдим ителә: ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетына лектор итеп саҡырыла. Артабан өлкә комитеттың инструкторы итеп тәғәйенләнә, бер нисә йылдан бүлек мөдире итеп раҫлана.

1979 йылда Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе итеп һайлана.

1985 йылдан Рәшиҙә Солтанова партия эшендә. 1991 йылға тиклем КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты секретары.

1991—1994 йылдарҙа — «Мәрхәмәт» хәйриә йәмғиәтенең идара рәйесе.

1994—1999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлеге мөдире.

1999—2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы ЗАГС идаралығы начальнигы.

2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының рәйес урынбаҫары.

2021 йылдың мартында Рәшиҙә Солтанова «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнә[2].

2025 йылдың 10 октябрендә Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәшиҙә Солтановаға «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы тапшыра[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Рәшиҙә Солтанова республикалағы тиҫтәләгән мөһим проект, шул иҫәптән «Айыҡ ауыл» акцияһы, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәген һәм «Мәрхәмәт» хәйриә йәмғиәтен булдырыуҙы, күп йылдар дауамында тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итеүҙе башлап ебәреүселәренең береһе. Йәмәғәтсе Донбасс халҡына һәм махсус хәрби операцияның алғы һыҙығындағы яҡташтарға гуманитар йөк йыйыуҙы ла ойоштора. 2026 йылдың мартында ошо хаҡта Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге һәм Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының «Ғорурланырға сәбәп» проектының яңы сығарылышында бәйән ителә[4].

1998 йылдың апреле — 2025 йылдың 19 ноябре — Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе[5].

«Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең 2018 йылдың 15 декабрендә үткән унынсы отчет-һайлау конференцияһында Рәшиҙә Солтанова йәнә ойошма рәйесе итеп һайлана[6].

Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзының 2025 йылдың 19 ноябрендә булған отчёт-һайлау йыйылышында Рәәшиҙә Солтанова йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Султанова Рашида Искандаровна. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (1 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. (рус.)
  2. Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров вручил государственные награды России и Башкортостана. ИА «Башинформ» (11 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. (рус.)
  3. 1 2 Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров вручил государственные награды России и Башкортостана. ИА «Башинформ» (10 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. (рус.)
  4. Иван Вавилов. ЦУР Башкирии рассказал об общественнице Рашиде Султановой. ИА «Башинформ» (10 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (рус.)
  5. 1 2 Инсаф Хужабирганов. Союз женщин Башкирии возглавила Гюзель Насырова. ИА «Башинформ» (19 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. (рус.)
  6. Рәшиҙә Солтанова йәнә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе итеп һайланды (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (17 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
  7. Рашида Султанова стала Почётным гражданином Уфы. Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. (рус.)

Һылтанмалар