Иртәнге намаҙ

Иртәнге намаҙ (ғәр. فجر‎ — фәдҗер) — исламда: таң атҡандан һуң уҡыла торған намаҙ. Исламда биш фарыз ғәмәлдең икенсеһе булған көндәлек мотлаҡ биш намаҙҙың беренсеһе булып тора. Фәджер ғәрәпсәнән «таң» тип тәржемә ителә.

Иртәнге намаҙҙы мосолмандар иң сауаплы тип иҫәпләй һәм уны мәсеттә уҡырға кәңәш ителә. Ике хәҙистә иртәнге намаҙҙың ул ваҡытта кешеләрҙең йоҡо ваҡыты булыуы сәбәпле сауаплыраҡ тип аңалтыла.

Иртәнге намаҙ дүрт рәҡәғәттән: ике рәҡәғат фарыз һәм ике рәҡәғәт сөннәт уҡыла. Йәмәғәт менән уҡығанда, имам Ҡөрьән сүрәләрен ҡысҡырып уҡый.

Иртәнге намаҙҙы үтәү ваҡыты — таң атҡандан алып ҡояш сыҡҡанға тиклем булған ара.

Рамаҙан айында иртәнге намаҙға аҙан, ураҙа башланғанын белдерә.

Намаҙ уҡыу ваҡытын билдәләү

Фәжр намаҙы «ысын таң»да, йәғни көнсығыш офоҡта нәҙек горизонталь аҡ һыҙат барлыҡҡа килгәндән һуң шунда уҡ башлана. Намаҙ ваҡыты ҡояш сыҡҡансы, йәғни көнсығыш офоҡта ҡояш дискыһы күренгәнгә тиклем дауам итә.

Әҙәбиәт

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев

Һылтанмалар

Категориялар