Сафин Нурулла Дәүләтгәрәй улы

Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин (рус. Нурулла Давлетгареевич Сафин; 1923 йылдың 25 июле, Иҫке Ҡаҙансы, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР1995 йылдың 15 майы, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Миномёт полкының миномёт расчёты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

1923 йылдың 25 июлендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы, Иҫке Ҡаҙансы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Бала сағында үкһеҙ етем ҡала, һеңлеһе менән атаһының ағаһы ғаиләһендә, ундағы биш бала менән бергә тәрбиәләнә.

1931 йылда мәктәпкә бара, ете класты тамамлай һәм колхозда ат ҡараусы, һуңынан баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры булып эшләй.

1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, миномётсы була, миномёт расчёты (рус.)баш. менән командалыҡ итә. Командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул ваҡытта күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы менән Нурулла Дәүләтгәрәй улына «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2]

Батырлығы

«1-се Украина фронты 3-сө гвардия танк армияһының 7-се гвардия танк корпусы (рус.)баш. 467-се гвардия миномёт полкының миномёт расчёты командиры гвардия өлкән сержанты комсомолец Нурулла Сафин 1945 йылдың 23 ғинуарында батырлыҡ күрһәтә. Уның расчёты полкта беренсе булып хәҙерге Польшаның Грошовице ҡаласығы эргәһендә Одер йылғаһы аша сыға, икенсе яҡ ярҙа плацдарм өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Дошмандың контратакаларын кире ҡағып, уның ғәскәренә һәм техникаһына ҙур зыян килтерә»[2].

Һуғыш тамамланғандан һуң гвардия сержанты Нурулла Сафин Совет Армияһы сафынан демобилизациялана (рус.)баш., ауыл советы рәйесе урынбаҫары, тыуған ауылында колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1952 йылдан КПСС ағзаһы. Ғүмеренең һуңғы ун биш йылын Өфөлә үткәрә[2].

Н. Д. Сафин 1995 йылдың 15 майында Өфөлә вафат була, Иҫке Ҡазансы ауылында ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғаиләһе

  • ҡатыны Наилә Әхәт ҡыҙы менән өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиләп үҫтергәндәр;
  • Өлкән улдары Зөфәр Нурулла улы — Башҡортостан Республикаһының VIII саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе[3];
  • Уртансы улдары Риф Нурулла улы һәм ҡыҙҙары Зилә Нурулла ҡыҙы нефть һәм газ сәнәғәтендә эшләй;
  • Кесе улдары Булат Нурулла улы — ауыл хужалығы өлкәһендә эшҡыуар.

Хәтер

  • 2022 йылдың 22 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «6-сы лицей» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһына Советтар Союзы Геройы Сафин Нурулла Дәүләтгәрәй улының исеме бирелә[4];
  • Геройҙың тыуған ауылында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1];
  • 2025 йылдың 5 майында Өфөнөң 6-сы лицейы территорияһында Герой хөрмәтенә стела асыла[5];
  • Нурулла Дәүләтгәрәй улының васыяты буйынса Иҫке Ҡаҙансы ауылында уның хөрмәтенә «Нурулла» тип аталған мәсет төҙөлә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 И. Г. Каримова. Сафин Нурулла Давлетгареевич. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (6 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 5 6 Н. В. Уфаркин. Сафин Нурулла Давлетгареевич. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
  3. Депутаты \ Сафин Зуфар Нуруллинович. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 года № 481 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан и об установке мемориальных досок на фасадах зданий общеобразовательных организаций Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (23 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
  5. Эдуард Кускарбеков. В Уфе открыли стелу в честь Героя Советского Союза Нуруллы Сафина. ИА «Башинформ» (6 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар