Саҙретдинов Миңлеғәле Ғизетдин улы
Саҙретдинов Миңлеғәле Ғизетдин улы (рус. Садретдинов Минигали Гизитдинович; 30 май 1924 йыл — 15 декабрь 2006 йыл) — тарихсы-ғалим, педагог, мәғариф һәм комсомол органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1959 йылдарҙа Дәүләкән районы мәғариф бүлеге мөдире. Тарих фәндәре кандидаты. СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы[1]. 1-се (1985) һәм 2-се (1972) дәрәжә Ватан һуғышы[2], Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
Биографияһы
Миңлеғәле Ғизетдин улы Саҙретдинов 1924 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы) Ташлы-Шәрип ауылында тыуған.
1941 йылда урта белем алғас, мәктәптә физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй.
1942 йылда хәрби хеҙмәткә алына. 1943 йылдың башында Төньяҡ фронтҡа Северодвинск районы Молотовск ҡалаһына ебәрелә. Сержант дәрәжәһендә отделение командиры булып хеҙмәт итә[2].
1943 йылдың аҙағында Калинин фронтына күсерелә. Калининград һәм Смоленск өлкәләрен азат итеүҙә ҡатнаша. Смоленск өсөн барған ҡаты һуғышта ауыр яралана. Фашистарҙан яңы азат ителгән Калининград ҡалаһына эвакогоспиталгә ебәрелә, артабан Ҡытай сигендәге Сретенск ҡалаһындағы госпиталдә дауалана.
1944 йылдың ноябрь айында тыуған яғына ҡайта. Һаулығын бер аҙ нығытҡас, военкомат йүнәлтмәһе менән Дәүләкән ҡалаһының икенсе мәктәбендә военрук булып эшләй башлай.
1945 йылдың август айында шул уҡ ҡаланың өсөнсө мәктәбенә күсә. Тиҙҙән район комсомол комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай.
1954—1959 йылдарҙа Дәүләкән районының мәғариф бүлеге мөдире булып эшләй. Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһын тамамлай, 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡыта, доцент.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1972)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 41.
- ↑ 1 2 Память Народа
Әҙәбиәт
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 41.