Селуянов Вячеслав Викторович

Селуянов Вячеслав Викторович (1986 йылдың 15 декабре, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры[1]. Александр Селуяновтың ҡустыһы.

Биографияһы

Вячеслав Селуянов 1986 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Профессиональ карьераһын 2004 йылда «Салауат Юлаев» командаһы составында башлай, быға тиклем уның фарм-клубы өсөн сығыш яһай.

Спорт карьераһы

Дебют миҙгелендә 46 матч үткәрә, уларҙа 2 (0+2) мәрәй йыя. Артабанғы йылдарҙа юлаевсыларҙың төп составында урынын юғалта башлай һәм 2006 йылдың 18 декабрендә Тольяттиҙың «Лада» клубына күсә[2].

Әммә яңы клубында нығына алмай — миҙгелдең ҡалған өлөшөндә бер генә матчта уйнай, шуға күрә миҙгел араһында команданы ҡалдыра һәм Юғары хоккей лигаһының Нефтекама ҡалаһы клубы «Торос» менән килешеү төҙөй. 2007/08 йылдар миҙгелендә клубтың иң һөҙөмтәле һаҡсыһы була, 53 матчта 23 (10+13) мәрәй йыя.

Уңышлы уйнауы арҡаһында, 2008 йылдың йәйендә «Салауат Юлаев»ҡа ҡайта, әммә миҙгелдең күпселек өлөшөн Өфө командаһының фарм-клубында үткәрә. 2009/10 йылдар миҙгелен йәнә "Торос"та уҙғара, 61 матчта үҙ иҫәбенә 15 (4+11) һөҙөмтәле мәрәй яҙа, шунан һуң Өфө клубы етәкселеге уйынсы менән килешеүҙе тағы ике йылға оҙайтырға ҡарар итә[3]. Шуға ҡарамаҫтан, 2010/11 йылдар миҙгеле башында ҡабаттан Нефтекамаға командировкаға ебәрелә[4], унда 48 матчта 9 (2+7) мәрәй йыя.

Өфө клубының Гагарин кубогын яулаған 2010/11 йылдар миҙгелендә команда составында бер матч үткәрә[5].

2011 йылдың 12 авгусында "Салауат Юлаев"тан китә һәм Екатеринбург ҡалаһының «Автомобилист» клубы менән килешеү төҙөй[6]. Унда бер миҙгел уйнай. Артабан 2012 йылдан Юғары хоккей лигаһының төрлө клубтарында сығыш яһай. 2016/17 йылдар миҙгелендә Венгрия, Словакия клубтары данын яҡлай, унан инде Ҡаҙағстанға күсә һәм «Иртыш», «Бейбарыҫ», «Горняк» командаларында уйнай[7].

2022 йылдың 22 сентябрендә Төркиәнең «Боҙ әҙәмдәр» клубына күсә[7]. Һуңғы рәсми матчтарын шунда үткәрә. Үҙҙәренең ил чемпионатында еңгән команда составында Континенталь кубок өсөн алыша.

Уйынсы карьераһынан һуң һәүәҫкәр командаларҙы күнектерә, шәхси дәрестәр бирә, төҙөлөш өлкәһе менән шөғөлләнә[8]. Хәйриә турнирҙарында ҡатнаша[9]. «Өфө» хоккей клубында «Ҡыҙыл машина» федераль программаһы сиктәрендә балаларға оҫталыҡ дәрестәре бирә[10]. 2022 йылда «Өфө» хоккей клубының спорт директоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, унда элек клуб администраторы була[11][12].

Ҡаҙаныштары

• 1986 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы (2002);
• Бөтә донъя Ҡышҡы универсиада еңеүсеһе (2011, Төркиә);
• «Алтын шлем» яулаусы (2011);
Шпенглер кубогы финалсыһы (2013);
• КХЛ-дың Йондоҙҙар матчында ҡатнашыусы (2015).

Сығыштары статистикаһы

Регуляр миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига Уйын Г П Мәр +/- Штр Уйын Г П Мәр +/- Штр
2003/04 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 56 4 5 9 -- 52
2004/05 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 13 1 2 3 -- 36
2004/05 Салауат Юлаев Суперлига 46 0 2 2 -4 8
2005/06 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 16 1 4 5 -- 55
2005/06 Салауат Юлаев Суперлига 16 0 0 0 -5 14
2006/07 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 28 4 2 6 -- 52
2006/07 Лада Суперлига 1 0 0 0 -- 0
2007/08 Торос Юғары лига 49 10 10 20 +15 122 4 0 3 3 +2 4
2008/09 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 31 5 15 20 -- 79
2008/09 Салауат Юлаев КХЛ 9 1 4 5 +7 4 2 0 0 0 -- 0
2008/09 Салауат Юлаев ЧЛ 1 0 0 0 -1 0
2009/10 Торос Юғары лига 46 4 10 14 +15 53 15 0 1 1 -3 8
2010/11 Салауат Юлаев КХЛ 1 0 0 0 -- 0
2010/11 Торос ЮХЛ 40 2 6 8 +4 40 8 0 1 1 +1 2
2011/12 Автомобилист КХЛ 46 2 5 7 -12 24
2012/13 Сокол ЮХЛ 34 4 6 10 -3 36
2013/14 Торос ЮХЛ 32 2 1 3 -2 20 15 2 0 2 -4 36
2014/15 Спутник ЮХЛ 51 7 13 20 -13 51 7 0 0 0 -2 2
2015/16 Һарыарҡа ЮХЛ 12 0 1 1 +4 2
2015/16 Спутник ЮХЛ 17 2 7 9 0 0
2015/16 Көньяҡ Урал ЮХЛ 13 0 0 0 -4 6
2016/17 Дебрецен Эрсте Лига 8 0 1 1 +1 6
2016/17 Молот-Прикамье ЮХЛ 11 1 1 2 -1 2
2016/17 Михаловце Словак беренсе лигаһы 7 0 5 5 +3 2 8 0 3 3 +4 0
2017/18 Бейбарыҫ Ҡаҙағстан чемпионаты 10 2 8 10 +10 0 13 0 3 3 0 8
2017/18 Иртыш Ҡаҙағстан чемпионаты 30 5 8 13 +11 16 - - - - - -
2018/19 Бейбарыҫ Ҡаҙағстан чемпионаты 34 5 5 10 +3 14 - - - - - -
2019/20 Горняк Ҡаҙағстан чемпионаты 56 3 11 14 -8 32 - - - - - -
Бөтәһе КХЛ-да 56 3 9 12 -5 28 2 0 0 0 - 0
Бөтәһе карьераһында 714 65 132 197 -- 726 72 0 8 8 -- 60

Иҫкәрмәләр

  1. Селуянов Вячеслав Викторович, redmachinejuniorufa.ru. 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  2. «Лада» пополнилась четырьмя новичками, sport-express.ru (18 декабрь 2006). 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  3. «Салават Юлаев» официально подтвердил переход Сапрыкина, Клепиша, Свитова и Волкова, sports.ru (27 июль 2010). 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  4. «Салават Юлаев» отправил в «Торос» пятерых игроков, sports.ru (10 сентябрь 2010). 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  5. Чемпионы – «юлаевцы» десять лет спустя, hcsalavat.ru (16 апрель 2021). 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  6. Контракты с «Автомобилистом» подписали ещё семь хоккеистов, hc-avto.ru (12 август 2011). 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  7. 1 2 Vyacheslav Seluyanov, flashscorekz.com. 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  8. Вячеслав Селуянов – о выступлении в «Салавате», значимых моментах карьеры и развитии детского хоккея в Башкирии, gorobzor.ru (18 июль 2024). 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  9. Благотворительный фонд «Ярзам» провел турнир по хоккею с воспитанниками Серафимовской спецшколы, tuvest.ru (29 февраль 2024). 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  10. «Школы есть, но катков категорически не хватает»: рассказываем про хоккейный клуб, где тренируют будущих звезд Башкирии, ufa1.ru (25 июнь 2022). 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  11. Администрация клуба, hcufa.ru. 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  12. В ХК «Уфа» - новый спортивный директор (11 октябрь 2022). 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.