Селуянов Александр Викторович
Селуянов Александр Викторович (1982 йылдың 24 марты, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе. Вячеслав Селуяновтың ағаһы.
Биографияһы
Александр Викторович Селуянов 1982 йылдың 24 мартында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Профессиональ карьераһын 1998 йылда Өфөнөң Беренсе лигаһы клубы «Новойл» составында башлай.
Спорт карьераһы
Киләһе йылда Суперлигала «Салауат Юлаев» составында башлап сығыш яһай, барлығы 17 матчта уйнай һәм 5 (1+4) мәрәй йыя. 2000 йылда МХЛ драфтында дүртенсе раундта дөйөм 128-се һан аҫтында «Детройт Ред Уингз» клубы тарафынан һайлана[1].
2001/02 йылдар миҙгеле алдынан Тольяттиҙың «Лада» клубы менән килешеү төҙөй, әммә уның составында алты матч үткәргәндән һуң, команданы ташлап, юғары лиганың Һамар клубы ЦСК ВВС-ҡа күсә. Һамарҙар составында 36 матч үткәрә һәм 14 (5+9) мәрәй йыя, шунан һуң «Лада» етәкселеге уны ҡайтарып алырға ҡарар итә. Тольятти клубында ике миҙгел ярым дауамында сығыш яһай, был ваҡыт эсендә ике тапҡыр Суперлиганың бронза призеры була, ә 2005 йылда көмөш миҙал яулай.
2005/06 йылдар миҙгеле алдынан Магнитогорск ҡалаһының "Металлург"ы менән килешеү төҙөй, уның составында карьераһында төп уңыштарға өлгәшә: 2007 йылда ил чемпионы була, быға Рәсәй беренселектәренең өс бронза наградаһын өҫтәй, шулай уҡ Европа аренаһында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Магнитогорск клубы составында биш миҙгел дауамында сығыш яһай, был ваҡыт эсендә 299 матчта 87 (21+66) мәрәй йыя.
2010 йылдың 22 сентябрендә "Металлург"тың баш тренеры Кари Хейккиля менән низағ арҡаһында[2] клубтан китергә тура килә, шунан һуң Мәскәүҙең «Динамо» клубына 2011 йылғы драфтың өсөнсө раундында һайлап алыу хоҡуғына алмаштырыла[3]. Мәскәү командаһы составында карьераһы уңышһыҙ була — 26 матчта 2 (0+2) мәрәй йыя, шунан һуң 2011 йылдың 3 майында «Динамо» етәкселеге уның менән килешеүҙе оҙайтмаҫҡа ҡарар итә[4]. Биш көндән хоккейсы Түбәнге Новгородтың «Торпедо» командаһы уйынсыһы булып китә[5], уның составында һигеҙ матч үткәрә, шунан һуң унан баш тарталар[6].
31 октябрҙә Ханты-Мансийскиҙың «Югра» клубы менән килешеүгә ҡул ҡуя[7]. Миҙгел тамамланғас, 2012 йылда Түбәнге Кама ҡалаһының «Нефтехимик» командаһына күсә[8]. 2013 йылдың майында Екатеринбургтың «Автомобилист» клубы менән килешеү төҙөй[9]. Октябрь айында инде клуб унан баш тарта[10]. Был хоккейсының һуңғы клубы була[11].
Халыҡ-ара
Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында 2001 йылда үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатында ҡатнаша, унда команда менән бергә 6 матчта 1 (0+1) мәрәй йыйып, көмөш призер була. Шулай уҡ 2001 йылда йәштәр донъя беренселегендә сығыш яһай, унда ил йыйылма командаһы уңышһыҙ сығыш яһап, 7-се урынды ғына ала, ә Селуянов үҙе 7 матчта 2 (0+2) мәрәй йыя.
Ҡаҙаныштары
- Үҫмерҙәр донъя чемпионатының көмөш призёры (2000);
- Рәсәй чемпионатының дүрт тапҡыр бронза призёры (2003, 2004, 2006, 2008);
- Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2005);
- Шпенглер кубогы еңеүсеһе (2005);
- Рәсәй чемпионы (2007);
- Европа чемпиондары кубогы еңеүсеһе (2008);
- КХЛ-дың бронза призёры (2009);
- Чемпиондар лигаһы финалсыһы (2009).
Статистикаһы
| Легенда | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
| Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
| - | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай | ||
Клуб карьераһы
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
| Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | +/− | Штр | У | Г | П | М | +/− | Штр | ||
| 1999/00 | Салауат Юлаев | Суперлига | 14 | 1 | 3 | 4 | 1 | 4 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2000/01 | Салауат Юлаев | Суперлига | 30 | 0 | 3 | 3 | 0 | 10 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2001/02 | Лада | Суперлига | 6 | 0 | 0 | 0 | 0 | 2 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2001/02 | ЦСК ВВС | Юғары лига | 20 | 1 | 5 | 6 | +6 | 56 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2002/03 | ЦСК ВВС | Юғары лига | 16 | 4 | 4 | 8 | +6 | 34 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2002/03 | Лада | Суперлига | 26 | 2 | 4 | 6 | +12 | 12 | 4 | 0 | 0 | 0 | +3 | 4 | ||
| 2003/04 | Лада | Суперлига | 43 | 1 | 3 | 4 | +4 | 20 | 2 | 0 | 0 | 0 | -1 | 0 | ||
| 2004/05 | Лада | Суперлига | 52 | 6 | 5 | 11 | +5 | 41 | 8 | 1 | 0 | 1 | +3 | 6 | ||
| 2005/06 | Металлург Магнитогорск | Суперлига | 50 | 3 | 5 | 8 | +15 | 44 | 11 | 1 | 0 | 1 | -2 | 4 | ||
| 2006/07 | Металлург Магнитогорск | Суперлига | 54 | 5 | 12 | 17 | +12 | 102 | 13 | 2 | 5 | 7 | +9 | 16 | ||
| 2007/08 | Металлург Магнитогорск | Суперлига | 53 | 3 | 10 | 13 | -4 | 50 | 7 | 0 | 1 | 1 | -2 | 2 | ||
| 2008 | Металлург Магнитогорск | ЕЧК | 3 | 0 | 1 | 1 | 0 | 2 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2008/09 | Металлург Магнитогорск | КХЛ | 44 | 3 | 13 | 16 | +3 | 43 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2009/10 | Металлург Магнитогорск | КХЛ | 45 | 4 | 19 | 23 | +18 | 38 | 10 | 0 | 1 | 1 | 0 | 8 | ||
| 2010/11 | Металлург Магнитогорск | КХЛ | 2 | 0 | 0 | 0 | +1 | 2 | — | — | — | — | — | — | ||
| Динамо Мәскәү | КХЛ | 26 | 0 | 2 | 2 | -8 | 14 | — | — | — | — | — | — | |||
| 2011/12 | Торпедо ТН | КХЛ | 8 | 0 | 2 | 2 | 0 | 2 | — | — | — | — | — | — | ||
| Югра | КХЛ | 34 | 2 | 7 | 9 | +1 | 32 | 5 | 0 | 2 | 2 | +1 | 6 | |||
| 2012/13 | Нефтехимик | КХЛ | 47 | 2 | 13 | 15 | -2 | 81 | 3 | 0 | 0 | 0 | -2 | 6 | ||
| 2013/14 | Автомобилист | КХЛ | 15 | 0 | 1 | 1 | -12 | 4 | — | — | — | — | — | — | ||
| Бөтәһе КХЛ-да | 221 | 11 | 57 | 68 | +1 | 216 | 18 | 0 | 3 | 3 | -1 | 20 | ||||
| Бөтәһе Суперлигала | 330 | 21 | 45 | 66 | 47 | 283 | 50 | 4 | 8 | 12 | +13 | 38 | ||||
Халыҡ-ара ярыштар
| Йыл | Йыйылма команда | Турнир | Урын | У | Г | П | М | Штр | |
| 2000 | Рәсәй (үҫмерҙәр) | ҮДЧ (18 йәшкәсә) | 6 | 0 | 1 | 1 | 4 | ||
| 2001 | Рәсәй (йәштәр) | ЙДЧ (20 йәшкәсә) | 7 | 7 | 0 | 2 | 2 | 4 | |
| Бөтәһе (үҫмерҙәр һәм йәштәр) | 13 | 0 | 3 | 3 | 8 | ||||
Иҫкәрмәләр
- ↑ 2000 NHL Draft History - Round 4, mynhldraft.com (24 июня 2000). 27 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Спортивный директор ОХК «Динамо»: «У Селуянова был конфликт с Хейккилей», sports.ru (25 сентября 2010). 27 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Магнитка» обменяла Селуянова в ОХК «Динамо», sports.ru (22 сентябрь 2010). 27 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Хоккейное «Динамо» распрощалось сразу с 11 игроками, bfm.ru (3 май 2011). 27 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Селуянов подписал контракт с «Торпедо», sports.ru (9 май 2011). 27 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Торпедо» выставило Селуянова на драфт отказов, sports.ru (28 октября 2011). 27 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Защитник Александр Селуянов покинул нижегородский хоккейный клуб "Торпедо", niann.ru (31 октябрь 2011). 27 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Хоккеист Селуянов продолжит карьеру в нижнекамском «Нефтехимике». e-nkama.ru (6 июль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
- ↑ «Автомобилист» заключил контракты с защитниками Селуяновым и Виклундом. sports.ru (1 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
- ↑ Селуянов выставлен на драфт отказов. hc-avto.ru (18 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
- ↑ Судьба чемпионов России 2007 года в составе магнитогорского «Металлурга». sport.rambler.ru (20 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.