Сельская жизнь (гәзит)
«Сельская жизнь» — Советтар Союзында КПСС Үҙәк Комитеты органы булған һәм көн һайын сыҡҡан популяр киң мәғлүмәт гәзите. 1992 йылдан Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы проблемалары тураһындағы матбуғат баҫмаһы. Ауыл хужалығы өлкәһендә мәшғүл хеҙмәтсәндәр, агросәнәғәт комплексы белгестәре, ауыл халҡы өсөн тәғәйенләнгән. Донъялағы иң боронғо аграр гәзиттәрҙең береһе. 1960 йылдан бөгөнгө исемен йөрөтә.
Тарихы
«Сельская жизнь» 1920 йылдарҙа киң таралған «Беднота» гәзитенән башлана. 1931 йылдың 1 февралендә «Беднота» «Социалистическое земледелие» баҫмаһына ҡушыла. 1953 йылда гәзит атамаһы «Сельское хозяйство» тип үҙгәртелә, 1960 йылдан хәҙерге «Сельская жизнь» исемен йөрөтә[1]
Беднота
Көндәлек киң күләмле крәҫтиән-һалдат гәзите, РКП (б) Үҙәк Комитеты органы була. 1918 йылдың 27 мартында Петроградта һәм Мәскәүҙә сыҡҡан өс гәзит: «Деревенская беднота», «Деревенская правда» һәм «Солдатская правда» урынына Совет хөкүмәте Петроградтан Мәскәүгә күсеп килеү сәбәпле сыға башлай[2][3]
Баҫма ҡала һәм ауыл халҡының ярлы ҡатламдарының хеҙмәтте капитал власынан тулыһынса азат итеү, ауыл активын һәм ярлы-урта хәлле крәҫтиәндәр араһынан алдынғы кешеләрҙе ауылды социалистик үҙгәртеп ҡороу лозунгылары тирәләй туплау өсөн көрәш эшенә хеҙмәт итеүҙе үҙенең бурысы итеп ҡуя. Партияның сәйәси һәм хужалыҡ эшмәкәлеген яҡтыртыу менән бер үк ваҡытта гәзит шәхси ярлы-урта хәлле хужалыҡтарҙа уңыш алыуҙы арттырыуға айырыуса иғтибар бүлә.
Ошо иң боронғо крәҫтиән гәзите 13 йыл — 1918 йылдың мартынан 1931 йылдың ғинуарына тиклем сыға, ауылды социалистик үҙгәртеп ҡороуҙа лайыҡлы роль уйнай. 1931 йылдың 1 февраленән ул «Социалистическое земледелие» менән бер баҫмаға берләшә. Был крәҫтиәндәрҙең үҙендә байтаҡ үҙгәрештәр булыуы, уларҙың ярлы булыуҙан туҡтауы арҡаһында килеп сыға. Шулай итеп «Беднота» эстафетаны яңы гәзиткә тапшыра.
Социалистическое земледелие
«Беднота» менән ҡушылғансы был баҫманың ҡыҫҡа ғына үҙ тарихы була. Ул 1929 йылдың 1 мартынан СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының көндәлек органы булараҡ «Сельскохозяйственная газета» исеме аҫтында 75 мең дана тираж менән сыға башлай. Гәзиттең бурыстарына «шәхси — урта һәм ярлы — хужалыҡты күтәреү, крәҫтиән баҫыуҙарының уңдырышлылығын арттырыу, ауылды кооперациялау һәм коллективлаштырыу һәм совхоздар төҙөү юлдарын һәр яҡлап яҡтыртыу, игенселекте социалистик реконструкциялауҙы, шулай уҡ ауыл хужалығын техник үҙгәртеп ҡороуға бәйле мәсьәләләрҙе системалы күрһәтеү» инә[1].
«Социалистическое земледелие», СССР һәм РСФСР-ҙың Ер халыҡ комиссариаттарының, Колхоз үҙәгенең һәм Иген тресының көндәлек органы булып , 1930 йылдың 29 ғинуарынан сыға башлай. «Сельскохозяйственная газета» ны «Социалистическое земледелие» тип үҙгәртеү — гәзиттең киләсәк эшмәкәрлек характеры менән билдәләнә. Яңы баҫмаға ауыл хужалығын социалистик реконструкциялау буйынса эш менән етәкселек итеү йөкмәтелә, шуға күрә ул дәүләт һәм коллектив хужалыҡтың үҫеш барышын күҙәтергә, бөтә төп етешһеҙлектәрен һәм хаталарын асыҡларға тейеш була. Бер үк ваҡытта «Соцзем» гәзитенә «ил алдында торған, айырыуса уның маҡсатҡа ярашлы районлаштырылыуы мәсьәләләре» кеүек ҙур әһәмиәткә эйә булған яңы теоретик һәм практик мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн үҙенең биттәрен асыу йөкмәтелә[1].
«Беднота» менән ҡушылғандан һуң гәзиттең уҡыусылар даирәһе байтаҡҡа киңәйә: әгәр 1930 йылда гәзиттең тиражы 60-70 мең дана сиктәрендә тирбәлһә, 1931 йылда ул 100 мең, ә 1930 йылдар аҙағына 200 мең данаға етә.[1]
СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1940 йылдың 7 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, 1940 йылдың 1 октябренән «Социалистическое земледелие» гәзитенең аҙнаһына өс тапҡыр (шаршамбы, йома һәм йәкшәмбе) сығыу йышлығы билдәләнә, тиражы 100 мең дана итеп ҡуйыла.
1941 йылдың 16 октябрендә 125-се (3633-се) һанынан һуң «Социалистическое земледелие» сығыуҙан ваҡытлыса туҡтатыла. Баҫма 1946 йылдың башында шишәмбе, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә СССР Игенселек министрлығы органы булараҡ, ә 1946 йылдың 7 майынан СССР Игенселек министрлығы һәм СССР Техник культуралар министрлығы органы булараҡ тергеҙелә. 1948 йылда ВКП (б) Үҙәк Комитетының "«Социалистическое земледелие» гәзитен яҡшыртыу буйынса саралар тураһында" ҡарарына ярашлы гәзит редакцияһы көсәйтелә, төп бүлектәр раҫлана, гәзиттең баш мөхәррире һәм бүлектәр буйынса мөхәррирҙәр вазифаһы индерелә. Редакция коллегияһы булдырыла.
1953 йылдың 3 апреленән гәзит «Сельское хозяйство» исеме аҫтында сыға башлай.
Сельское хозяйство
Гәзит СССР Ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр министрлығының көндәлек органы, 1953 йылдың 3 апрелендә «Социалистическое земледелие», «Советское хлопководство» һәм «Совхозная газета» баҫмалары урынына сыға башлай.
1957 йылдың 1 майынан гәзит СССР Ауыл хужалығы министрлығы, СССР Совхоздар министрлығы, Ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Үҙәк комитеты, ә 1960 йылдан СССР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Үҙәк комитеты органы тигән өҫтәмә исем менән сыға.
«Сельское хозяйство» колхоз рәйестәре һәм колхоз активы, МТС, ауыл хужалығы органдары, ғилми-тикшеренеү учреждениелары һәм уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәренә тәғәйенләнә. Гәзит колхоз һәм совхоз производствоһын ойоштороу һәм иҡтисад, колхоздарҙа, МТС һәм совхоздарҙа, агротехника һәм зоотехникала хеҙмәт хаҡын ойоштороу һәм түләү мәсьәләләрен яҡтырта, шулай уҡ ауыл хужалығы фәненең һәм техникаһының ҡаҙаныштарын, колхоздарҙың, совхоздарҙың, МТС-тарҙың эш тәжрибәһен, социалистик ауыл хужалығының бөтә тармаҡтары алдынғылары ҡаҙаныштарын әүҙем пропагандалай. Баҫма биттәрендә партия, совет һәм комсомол ойошмаларының эше, ауылдағы мәҙәни тормош тураһында материалдар баҫыла, йыш ҡына халыҡ-ара тормош, ауыл хужалығы торошо һәм сит илдәрҙә хеҙмәт крәҫтиәндәренең хәле яҡтыртыла.
1960 йылдың 17 апреленән йәки 90-сы (8651-се) һанынан гәзит «Сельская жизнь» исемен йөрөтә.
Сельская жизнь
КПСС Үҙәк Комитетының көндәлек киң мәғлүмәт гәзите булараҡ 1960 йылдың 17 апреленән «Правда»ның яртылаш форматында аҙнаның алты көнөндә һигеҙ битлек, ә йәкшәмбе — 12 битлек форматта сыға башлай. Баҫма үҙенең биттәрендә партияның һәм хөкүмәттең ауыл хужалығы производствоһын артабан ҡеүәтле күтәреү һәм ауыл хужалығы продукцияһының муллығын булдырыу тураһындағы ҡарарҙарын киң пропагандаларға, ауылдағы колхоз тормошон, ауыл партия ойошмаларының эшен, социалистик ярыш барышын яҡтыртырға тейеш була[4].
Гәзит халыҡ-ара хәлдәр, туғандаш социалистик илдәр тәжрибәһе, капитализм илдәренең ауыл хужалығы проблемалары тураһында ла даими яҙа.
СССР-ҙың зона үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, фән ҡаҙаныштарын һәм колхозсыларҙың алдынғы тәжрибәһен күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүлә.
Киң йәмәғәтселек ярҙамында «Сельская жизнь» колхоздар һәм совхоздар, РТС-тар эшендәге етешһеҙлектәрҙе аса, баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре ярыштарын башлаусы булып сығыш яһай, һәр төрлө яңы һәм алдынғы алымдарҙы пропагандалай һәм уларҙы ауыл хужалығына индереү өсөн көрәшә.
1960 йылдың 15 сентябренән гәзит «Правда» форматында аҙнаһына алты тапҡыр дүрт, ә шәмбелә алты биттә сыға.
Гәзит СССР райондарында һәм ауылдарында йылдан-йыл киң таралыу ала. 1960 йылдың майынан Куйбышевта 5000 дана гәзит баҫтырыу ойошторола, ә 1961 йылдан Мәскәүҙән ебәрелгән матрицаларҙан ул илдең 14 ҡалаһында баҫыла[4].
1964 йылдың 10 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «ауыл хеҙмәтсәндәрен ауыл хужалығын күтәреү өсөн көрәшкә мобилизациялау буйынса күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге, ауыл хужалығы производствоһында фән һәм алдынғы тәжрибәне киң пропагандалаған өсөн» һәм ун меңенсе һаны сығыу айҡанлы гәзит Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[4].
1965 йылдың ғинуарына «Сельская жизнь» 5 миллион дананан ашыу тиражға эйә була, илдең 23 ҡалаһында матрицаларҙан баҫыла, унда ул Мәскәү гәзите менән бер көндә сыға һәм уҡыусыларға таратыла. Баҫманың абруйы арта, был уның тиражының 1968 йылда 6,5 миллион данаға тиклем етеүе менән дә раҫлана[4].
1969—1971 йылдарҙа был үҙәк матбуғат баҫмаһының тиражы 6,7 миллион дана тәшкил итә. Ул 32 ҡалала баҫыла, шуларҙың 15-енә полосалар фототелеграф аша тапшырыла, ҡалғандарына самолеттар менән матрица килтерелә. Илебеҙҙең бөтә союдаш һәм автономиялы республикаларында, ҙур өлкәләрендә гәзиттең үҙ хәбәрселәре була[5].
1971 йылдың 19 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «ауыл хеҙмәтсәндәрен коммунистик тәрбиәләү, уларҙы хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөш бурыстарын үтәүгә мобилизациялау буйынса емешле эше өсөн» гәзит Ленин ордены менән бүләкләнә[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 И.Кузнецов, Е.Фингерит. Газетный мир Советского Союза, 1972.
- ↑ Русская периодическая печать. (1895 — октябрь-1917 г.). Авторы-составители М. С. Черепахов, Е. М. Фингерит. М., Госполитиздат, 1957, стр. 242, 243, 276—278.
- ↑ Сайт «Книги и информация для журналиста. История, теория и новости журналистики». «Сельская жизнь» («Беднота»). 25.06.2011
- ↑ 1 2 3 4 5 Сайт «livejournal» ОТ СОБСТВЕННОГО КОРРЕСПОНДЕНТА ГАЗЕТЫ ЦК КПСС «СЕЛЬСКАЯ ЖИЗНЬ» (4). (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2025)
- ↑ Сайт «livejournal» ОТ СОБСТВЕННОГО КОРРЕСПОНДЕНТА ГАЗЕТЫ ЦК КПСС «СЕЛЬСКАЯ ЖИЗНЬ». Вступление (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2025)
Әҙәбиәт
- И. Кузнецов, Е. Фингерит. Газетный мир Советского Союза, 1972.
- Русская периодическая печать. (1895 — октябрь-1917 г.). Авторы-составители М. С. Черепахов, Е. М. Фингерит. М., Госполитиздат, 1957, стр. 242, 243, 276—278.
Һылтанмалар
- Официальный сайт газеты. «Сельской жизни» — 106 лет! 2 апреля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2025)
- Сайт «Книги и информация для журналиста. История, теория и новости журналистики». «Сельская жизнь» («Беднота»). 25.06.2011 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2025)
- Сайт «livejournal» ОТ СОБСТВЕННОГО КОРРЕСПОНДЕНТА ГАЗЕТЫ ЦК КПСС «СЕЛЬСКАЯ ЖИЗНЬ» (4). (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2025)