Силәбе агломерацияһы
Силәбе агломерацияһы (Ҙур Силәбе) (рус. Челя́бинская агломера́ция) — Уралдағы иң ҙур агломерацияларҙың береһе. 2017 йылға ҡарата халыҡ һаны 1602 мең самаһы кеше тәшкил итә (Рәсәйҙә 8-се урын), шуларҙың 1400 меңдән ашыу кеше 4 ҡалала[1][2]: Силәбе, Копейск, Коркино, Яманйылғала йәшәй. 2014 йылда РФ Төбәк үҫеше министрлығы «Ҙур Силәбе» агломерацияһы концепцияһын ведомствоның пилот проектында ҡатнашҡан ун программаһына индерә.
Силәбе агломерацияһының хәҙерге торошо XX быуатта сәнәғәттең үҫеше һөҙөмтәһендә формалаша. Әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһендә Силәбе ҡала округы, Копейск ҡала округы, Сосновка, Красноармейск, Коркино, Яманйылға, Эткүл райондары составында Силәбе өлкә эсендәге районы барлыҡҡа килә. Агломерация етештереү-планлаштырыу яҡтан үҙенсәлекле ерҙә урынлашҡан. бында Силәбе һоро күмер бассейны, транспорт үҫешкән[3].
Силәбе агломерацияһы муниципаль берәмектәренең координация советының ассоциация килешеүе
2014 йылдың 25 апрелендә төбәктең 7 муниципалитеты өҫтөнлөклө хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйя.
2014 йылдың 20 июнендә Силәбе агломерацияһы проекты Төбәк үҫеше министрлығының пилот проекттары исемлегенә индерелә.
2014 йылдың 4 сентябрендә Силәбе агломерацияһы муниципаль берәмектәренең координация советы ассоциацияһының ойоштороу килешеүенә ҡул ҡуйыла, ул агломерацияны идара итеү органдарын булдырыуға башланғыс һала. Килешеүгә Силәбе, Копейск, Ҡыҙыл Армия райондары башлыҡтары, Сосновка районы башлығының беренсе урынбаҫары, Коркино, Яманйылға һәм Эткүл райондары башлыҡтары, шулай уҡ Силәбе өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары ҡул ҡуя, улар Силәбе өлкәһе етәкселегенең Силәбе агломерацияһын булдырыуҙы һәм был килешеүҙе хуплауын билдәләп үтә. Дөйөм алғанда, агломерация территорияһына ике ҡала округы һәм биш муниципаль район инә, һуңғылары, үҙ сиратында, 213 ҡала һәм ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала.
Муниципаль берәмектең территорияһы агломерация составына административ үҙәктән Силәбегә тиклем автомобиль менән 1 сәғәт һәм унан кәмерәк ваҡыт кәрәк булған осраҡта индерелә.
Алдағы өс йылда берләшкән муниципаль берәмектәр етәкселеге алдында Силәбе агломерацияһын үҫтереү стратегияһын, уны территориаль планлаштырыу схемаһын, Силәбе агломерацияһын үҫтереүҙең комплекслы инвестиция планын, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Силәбе агломерацияһын үҫтереү сараларын көйләүсе норматив акт проектын әҙерләргә кәрәк.
Агломерация менән идара итеү органдары
Агломерация булдырыу тураһында килешеү муниципаль берәмектәрҙең координация советын һәм Силәбе агломерацияһы дирекцияһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Координация советының хоҡуҡи статусы — ассоциация, ә Дирекция автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма булып тора.
Координация советы агломерация составына ингән муниципалитеттарҙың үҙ-ара эш итеүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Совет составына агломерацияла ҡатнашҡан муниципалитеттарҙың вәкиллекле һәм башҡарма органдары етәкселәре инә.
Силәбе өлкәһе Хөкүмәте һәм Координация советы Силәбе агломерацияһының даими нигеҙҙә эшләүсе Дирекцияһын булдыра; Дирекцияның тышҡы эксперттарҙы һәм башҡа юғары кимәлдәге белгестәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеге бар.
Дирекция агломерацияның тигеҙ үҫешен тәьмин итеү маҡсатында муниципалитеттарҙың, бизнестың һәм йәмғиәттең финанс, интеллектуаль, идара итеү һәм башҡа эшмәкәрлеген координациялай[4].
- ↑ Евгения Письменная, Наталья Костенко. Передел России. Газета «Ведомости» № 216 (2734) (16 ноябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2012. Архивировано из оригинала 1 ғинуар 2011 года.
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений на 1 января 2017 года (Microsoft Word). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Челябинской области (2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2017. Архивировано из оригинала 21 март 2017 года.
- ↑ Сергей Давыдов, и. о. главы города Челябинска. Агломерация важна, нужна и неизбежна? Журнал «Ч. А. С. — Человек. Архитектура. Строительство» (2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2012.
- ↑ Межрегиональный Форум — выставка «Современный город — новое качество жизни». Главы семи муниципальных районов подписали договор создания Челябинской агломерации.