Һамар-Тольятти агломерацияһы
Һамар-Тольятти полицентрик агломерация-конурбацияһында (рус. Самарско-Тольяттинская агломерация), уның сиктәрен билдәләү варианттарына ҡарап, 2,3—2,7 млн кеше йәшәй[2]. Был критерий буйынса ул Рәсәйҙә өсөнсө агломерация. Агломерация Рәсәйҙең Европа территорияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Урта Волга буйында, Һамар өлкәһенең үҙәк һәм көнбайыш өлөштәрендә урынлашҡан.
Сәнәғәт, мәҙәни, көнкүреш һәм рекреацион бәйләнештәр, шулай уҡ халыҡтың һәм инфраструктураның тығыҙлығы, транспорт сығымдарының түбән булыуы менән айырылып тора.
Составы
Агломерацияға төбәктең 10 ҡала округының 9-ы һәм 27 муниципаль районының 9-ы инә. Һамар-Тольятти агломерацияһы өлкә территорияһының 40 проценттан ашыуын биләй, бында халыҡтың 80 проценты йәшәй, сәнәғәт продукцияһының 90 проценты һәм ауыл хужалығы продукцияһының яртыһынан күберәге етештерелә[3].
Агломерация составы:
| Ҡала округы/ Муниципаль район |
Халыҡ |
|---|---|
| Жигулёвск ҡала округы | ↘59 580[4] |
| Кинель ҡала округы | ↗57 437[4] |
| Новокуйбышевск ҡала округы | ↘106 155[4] |
| Октябрьск ҡала округы | ↘26 550[4] |
| Һамар ҡала округы | ↘1 170 978[4] |
| Сызрань ҡала округы | ↘175 327[4] |
| Тольятти ҡала округы | ↘712 619[4] |
| Чапаевск ҡала округы | ↗72 933[4] |
| Безенчукский районы | ↘40 286[4] |
| Волга районы | ↗89 222[4] |
| Кинель районы | ↗32 747[4] |
| Красноярский район | ↗55 869[4] |
| Волга буйы районы | ↘23 532[4] |
| Ставрополь районы | ↗69 424[4] |
| Сызран районы | ↘25 255[4] |
| Шигон районы | ↘20 026[4] |
| Бөтәһе | 2 737 940 |
Уларға түбәндәгеләр инә:
- 9 ҡала;
- 21 ҡала тибындағы ҡасаба һәм ҙур ҡасаба;
- 510 ауыл торама пункты.
Интеграция бәйләнештәренең үҫеш кимәле
Агломерацияға берләшеүҙең типик критерийҙары: хеҙмәт миграцияһы, иҡтисади үҙ — ара бәйлелек, берҙәм инфраструктура һәм мәғлүмәт яланы булыуы.
Агломерацияның төп үҙәктәре Һамар һәм Тольятти араһында транспорт бәйләнеше ҡоро ерҙән — дүрт һыҙатлы юғары тиҙлекле магистраль, тимер юл аша тәьмин ителә. Ҡала үҙәгенән автомобиль менән барыу ваҡыты — 40—70 минут, тимер юл менән — бер сәғәт самаһы. Агломерацияның төп үҙәктәренең араһында ла, уның тирә-яғы төп һыу юлдары — Волга, Һамар, Соҡ, Чапаевка һ. б. йылғалары буйлап һыу бәйләнеше булдырыу мөмкинлеге тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ агломерация эсендә вертолет ярҙамында һауа бәйләнеше ҡулланыла. Киләсәктә юғары тиҙлекле транспорт бәйләнеше төрҙәрен төҙөү ҡарала.
2,3 миллион самаһы кеше йәшәй, был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында.
Тарихы
Тарихи осор дауамында ерҙәр уңайлы географик урынлашыуы, рельефы һәм климаты арҡаһында фарсылар менән һыуҙан һәм Ҡытай менән ҡоро ерҙән сауҙа өсөн уңайлы була. Быны бөгөнгө Һамар территорияһында Самур (Һамар) тип аталған тораҡ пункты булыуы тураһында 921 йылғы документаль мәғлүмәттәр, шулай уҡ итальян сәйәхәтселәренең карталары[5] раҫлай.
XVI быуатта Рус дәүләтенең Волга аръяғы далаларына күсмә халыҡтарҙың һөжүменән зыян килтереү хәүефен кәметеү өсөн киңәйгәндән һуң, хәҙерге тораҡ пункттарына нигеҙ һалына башлай. XIX быуатта халыҡ тулыһынса ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүгә ныҡлап күсә, Рәсәй үҙәгенән яңы миграция тулҡыны халыҡ һанын тағы ла арттыра.
1930-сы йылдарҙа ауыл халҡының Һамар һәм Сызрань ҡалаларына күпләп күсенеүе һөҙөмтәһендә (иҡтисади үҫештең өҫтөнлөктәре индустриализация яғына үҙгәреүе менән бәйле) уларҙың халҡы ҡырҡа арта (Һамарҙа — 10 тапҡырға тиерлек). Һамарҙа халыҡ һаны 1941 йылда тағы ла арта, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән бында Мәскәү, Воронеж, Смоленск ҡалаларынан сәнәғәт предприятиелары эвакуациялана (эшселәре һәм уларҙың ғаиләләре менән бергә).
1960—1970 йылдарҙа Тольяттиҙа халыҡ һаны Автоваз төҙөлөшө һәм үҫеше ваҡытында тиҫтәләгән тапҡырға арта.
Иҡтисади махсуслашыуы
Совет осоронан һуңғы осорҙа агломерация биләмәһендә компанияларҙың үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрен көсәйтеүҙән торған иҡтисади үҫеш перспективаһы билдәләнә: инновацион продукция булдырыу мөмкинлектәренең артыуы арҡаһында хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың конкурентлыҡҡа һәләтлелеген үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе кластерҙар булдырыу[6][7].
Кластерлауға яраҡлы һәм киләсәктә үҙенсәлекле һәм алдынғы була алған төп тармаҡтар:
- Автомобиль сәнәғәте
- Аэрокосмос
- Нефть эшкәртеү
- Транспорт
- Металлургия
- Химия сәнәғәте
Ҡала төҙөлөшө документацияһы эске бәйләнештәрҙе нығытыуҙы иҫәпкә алып төҙөлгән[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2024 года. Федеральная служба государственной статистики (27 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2024.
- ↑ Журнал «Устойчивое развитие. Наука и практика», № 1/2003 (недоступная ссылка — история).
- ↑ «Волжская коммуна», Любимый город через полвека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2008. Архивировано из оригинала 28 май 2007 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 Утверждённая численность постоянного населения Самарской области (на 1 января 2016 года и среднегодовая за 2015 год). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
- ↑ Настоящий возраст Самары определят ученые академии наук // KP.RU — Самара. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2010. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Кластерное развитие. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2010. Архивировано 11 февраль 2010 года.
- ↑ Третий межрегиональный экономический форум «Самарская инициатива: кластерная политика- основа экономического развития экономики»
- ↑ Самара и Тольятти могут стать экспериментальной площадкой для агломерации. ФГУП УРАЛАЭРОГЕОДЕЗИЯ (5 июнь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2010. Архивировано из оригинала 18 июнь 2013 года.
Әҙәбиәт
- Самарско-Тольяттинская агломерация: современное состояние и пути устойчивого развития / К. А. Титов, В. Я. Любовный, Т. Р. Хасаев и др.. — М.: Наука, 1996. — 208 с.
- Владимир Обухов, Алексей Свиридов, Александр Сергиенко. Стратегия развития Самарско-Тольяттинской агломерации. — Самара, 2013. — 86 с.
- Владимир Любовный. Самарско-Тольяттинская агломерация: история формирования и перспективы развития. — М.: Экон-Информ, 2011. — 169 с. — ISBN 978-5-9506-0757-8.