Өфө агломерацияһы

Өфө агломерацияһы (рус. Уфи́мская агломера́ция) — Башҡортостан Республикаһының иң эре ҡала агломерацияһы, өлкәнең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан[1][2][3][4][5]. Үҙәге — миллионлы ҡала Өфө, уның тирәләй Благовещен ҡалаһы, Өфө, Благовещен, Шишмә, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондары урынлашҡан. Агломерация халҡы 2010 йылдан 2021 йылға тиклем 1 383 817 кешенән 1 479 118 кешегә тиклем арта. Өфө агломерацияһы үҙәгендә, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 1 144 809 кеше йәшәгән.

Составы

Өфө ҡалаһы Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө һәм Шишмә райондары менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһында иң ҙур Өфө агломерацияһын барлыҡҡа килтерә, унда 1,5 миллионға яҡын кеше йәшәй. Киләсәктә агломерация халҡының һаны Башҡортостан Республикаһы халҡының яҡынса 40 процентын тәшкил итәсәк тип күҙаллана.

Өфө ҡалаһында үҫешкән нефть эшкәртеү комплексы урынлашҡан, бында 150-нән ашыу эре һәм урта сәнәғәт предприятиеһы тупланған: «Башнефть» АНК-һы асыҡ акционерҙар йәмғиәте (шул иҫәптән филиалдар), «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «БГК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ОДК-УМПО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Уфаоргсинтез» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Уфимкабель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Өфө «магнетрон» микроэлектроникаһы заводы, "Өфө «Промсвязь» заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Полигон» фәнни-производство предприятиеһы, « Өфө төҫлө металдар заводы» Һәм башҡалар. Благовещен ҡалаһында Благовещен арматура заводы һәм ПОЛИЭФ кеүек ҙур предприятиелар урынлашҡан[6].

Халҡы

2010[7] һәм 2021[8] йылдарҙа Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса:

Атамаһы 2010 йылға халыҡ һаны 2021 йылға халыҡ һаны
Өфө ҡалаһы 1 071 600 1 144 809
Кушнаренко районы 27 491 27 210
Благовещен ҡалаһы һәм Благовещен районы 49 736 49 596
Шишмә районы 52 344 51 295
Өфө районы 67 067 111 237
Иглин районы 49 675 69 594
Ҡырмыҫҡалы районы 51 504 52 715
Бөтәһе 1 383 817 1 479 118

Өфө агломерацияһын һәм Стәрлетамаҡ агломерацияһын перспективалы үҫеш барышында төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш йүнәлештәрҙә артабан киңәйеү һәм үҙҙәренә йәнәш территорияларҙың иҡтисади потенциалын нығытыу перспективаһы булған берҙәм һыҙыҡлы агломерация тип ҡарарға мөмкин.[6].

Иҡтисады

Бында 250-гә яҡын эре һәм урта сәнәғәт предприятиеһы эшләй. Иҡтисадтың нигеҙен яғыулыҡ-энергетика һәм машиналар эшләү комплекстары тәшкил итә. Өфөлә Рәсәйҙәге иң заманса һәм иң ҙур нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы комплекстарының береһе урынлашҡан. Нефтте тулы эшкәртеү 80 проценттан ашыу тәшкил итә, был ил буйынса уртаса 10 процентҡа юғарыраҡ. Нефть эшкәртеүҙең дөйөм ҡеүәте йылына 24,6 млн тонна тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

  1. М. Ф. Хисматов. Агломерация городская // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. "УФА" :: Ежемесячный столичный журнал. journal-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2022. Архивировано 22 сентябрь 2022 года.
  3. Сафиуллин Марат Радикович. Социально-экономическая роль Уфимской агломерации Республики Башкортостан: проблемы и тренды // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2022. — Т. 43, вып. 2. — С. 11–21. — ISSN 1728-5283. Архивировано 22 сентябрь 2022 года.
  4. А. М. Гареев, Э. М. Галеева, Д. С. Теплова. Пространственная и временная изменчивость загрязнения окружающей среды в условиях влияния городских агломераций (на примере Уфимского промышленного узла) // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2018. — Т. 28, вып. 3 (91). — С. 41–50. — ISSN 1728-5283. Архивировано 22 сентябрь 2022 года.
  5. С. Г. Синенко. Уфимский промышленный узел // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  6. 1 2 Пояснительная записка к Схеме территориального планирования Республики Башкортостан
  7. ВПН-2010. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2013. Архивировано 15 март 2013 года.
  8. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.

һылтанмалар