Стәрлетамаҡ агломерацияһы

Стәрлетамаҡ агломерацияһы (рус. Стерлитамакская агломерация, шулай уҡ Көньяҡ Башҡортостан[2] һәм Көньяҡ Башҡортостан агломерацияһы тип йөрөтөлә[3]) — Ишембай, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан торған ҡала агломерацияһы, шулай уҡ Башҡортостандың ике күрше районындағы (Ишембай һәм Стәрлетамаҡ) уларҙың ҡала яны биләмәләре, әһәмиәте буйынса республикала икенсе һәм Урал-Урал алды макрорегионында бер нисә араһында иң эреләрҙең береһе.

1954 йылда ойошторола. Агломерацияға ҡарата хеҙмәт миграцияһы һәм иҡтисади үҙ-ара бойондороҡлолоҡ кеүек типик критерийҙар ҡулланыла.

Тарихы

XX быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостандың көньяғында нефть ятҡылыҡтары табылғас, күрше нефть сығарыу урындарын хеҙмәтләндергән тораҡ пункттарҙан агломерация формалаша башлай[4].

undefined

Конурбация һәм сәнәғәт агломерацияһы формалашыуының башланғыс этаптарын билдәләгәндә түбәндәге төп ваҡиғалар иҫәпкә алына:

  • 1929—1932 йылдар — 1934—1935 йылдар
  • 1935—1941 йылдың йәйе/көҙө
  • Бөйөк Ватан һуғышы
  • 1945—1946 йылдар — 1954 йыл

1932 йылдың май—июнь айҙарында Стәрлетамаҡ һәм Маҡар райондары сигендә сәнәғәт нефть ятҡылығы асылыуы тарихи ваҡиға булып тора (16 майҙа 702-се, 3 июндә — 703-сө скважинанан нефть сыға). 1931 йылда быраулау башлана (17 апрелдә — Ишембай ауылы янында беренсе скважина, 3 июндә — 702-се скважина). 1930 йылдың көҙөнән Баҡы, Грозный һәм Үрге Чусовой ҡалаларынан техника, белгестәр, эшселәр килә башлай. Ул ваҡытта Стәрлетамаҡта 25 мең тирәһе кеше йәшәгән, һәм бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә (1930 йылға) ул административ һәм нефть үҙәгенә әйләнә (1930 йылдың 20 авгусынан кантон системаһынан үҙгәртеп ҡоролған Стәрлетамаҡ районының үҙәге, 27 октябрҙә «Уралнефть» тресының Стәрлетамаҡ район быраулау контораһы ойошторола). Ишембай нефть ятҡылығы асылғандан һуң, транспорт, энергетика инфраструктураһын булдырыуға ихтыяж барлыҡҡа килә. 1934—1935 йылдарҙа буласаҡ агломерацияның тәүге инфраструктура объекттары: Ишембай — Стәрлетамаҡ — Дим тимер юлы; Стәрлетамаҡ, Ишембай өсөн Ишембай үҙәк электр станцияһы төҙөлә.

Киләһе этапта, 1934—1935 йылдарҙан 1941 йылдың йәйенә тиклем, прото-агломерацияла селибит зоналарының, сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарының экстенсив һәм шул уҡ ваҡытта тәбиғи үҫеше бара. 1936—1937 йылдарҙа буласаҡ агломерацияны Өфө менән бәйләгән Ишембай — Өфө нефть үткәргесе барлыҡҡа килә.

Ишембайҙың ҡала структураһын формалаштырыу агломерация процесының беренсе этабы булып тора. 1940 йылға ҡала статусын алғанда (17 957 кеше даими йәшәй) Ишембай ҡала Советына (24 820 кеше) ҡала Советы үҙәгенән 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан 16 ауыл (6 863 кеше) инә. Ваҡ ауылдар ғына түгел, ә сәнәғәт объекттары, тәү сиратта Ишембай төркөмө ятҡылыҡтары (мәҫәлән, Көҫәпҡол нефть ятҡылыҡтары (1934 йылда асылған), Бурансы нефть ятҡылыҡтары (1939 йыл)) нефть сығарыу инфраструктураһы берләшә. 1940 йылда Маҡар районының Байғужа ауыл Советы составына ингән Кузьминовка (1940 йылда 212 кеше) һәм Тирмән-Йылға (485 кеше) ауылдары, 1939 йылда Кузьминовка һәм Тирмән-Йылға нефть ятҡылыҡтары асылғандан һуң, ҡала составына индерелә (1952 йылға тиклем).

Агломерация үҫешенең икенсе этабы Бөйөк Ватан һуғышында була. Тыныслыҡ пландарының тәбиғи барышы мобилизация менән алмашына. Тыныс барған тәбиғи үҫеш үҙгәрә. Эшкә һәләтле ҡала һәм ауыл халҡының үҙгәреүе, аҙыҡ-түлек, хеҙмәт, финанс, матди ресурстарҙың яңынан бүленеүе күҙәтелә. Стәрлетамаҡҡа һәм Ишембайға кешеләрҙе, сәнәғәт объекттарын эвакуациялайҙар. Ҡала халҡы арта: 1944 һәм 1947 йылдың 1 ғинуарына Стәрлетамаҡта 53 400 һәм 59 200 кеше (ярашлы рәүештә), Ишембайҙа 43 900 һәм 45 500 (һуғышҡа тиклемге 1940 йылда 24 820 кеше менән сағыштырғанда) йәшәй. 1941 йылда Стәрлетамаҡта сода заводы төҙөлә башлай. Бында Украинаның Славянск һәм Донецк сода заводтарынан эвакуацияланған ҡорамалдар килә башлай. 1945 йылдың мартында каустик соданың беренсе партияһы алына.

Һуғыштан һуң Стәрлетамаҡҡа һәм Ишембайға трофей ҡорамалдар килтерелә. «Салауат—Өфө» (1959) һәм Ишембай — Орск һәм Ҡалтасы—Языково—Салауат нефть үткәргестәре (икеһе лә 1961 йыл) сафҡа индерелә.

1945 йылдың авгусында хөкүмәт СССР-ҙа кальцийлы һәм каустик сода етештереүҙе арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Алты йылдан һуң кальцийлы сода етештереү цехтарының беренсе сиратын төҙөү һәм монтажлау тамамлана. 1946 йылда эзбизташ ҡалдыҡтарын файҙаланыу буйынса цемент заводы төҙөлә башлай. 1951 йылдың 10 ноябрендә Стәрлетамаҡ сода заводы кальцийлы сода етештереүҙе даими башлай. Цементтың беренсе партияһы 1952 йылдың апрелендә сығарыла. Ишембай биләмәһендәге Яр-Бишҡаҙаҡ таш тоҙо ятҡылығы сеймал итеп файҙаланыла.

1954 йылда 18-се комбинат һәм Салауат Юлаев исемендәге Ишембай эшселәр ҡасабаһы үҙгәрә: ҡала статусы бирелә, беренсе технологик объект (катализатор фабрикаһы) сафҡа индерелә.

Советтар Союзының яңы сәнәғәт агломерацияһы барлыҡҡа килә.

Сәнәғәте

Башҡортостан сода компанияһы, «Газпром Нефтехим Салауат», «Синтез-Каучук» компаниялары эре предприятиелар булып тора. Стәрлетамаҡ-Ишембай-Салауат сәнәғәт үҙәге Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларын берләштерә (республика сәнәғәт етештереүенең 26,2 проценты). Химия сәнәғәте үҙәге булып тора.

Халҡы һәм составы

2012 йылдың 1 ғинуарына агломерация халҡы 561 522 кеше тәшкил итә[5]., уға ҡараған биләләрҙә — 600 меңдән ашыу кеше[1].

Административ-территориаль
берәмек
атамаһы
Майҙаны,
км²
1.01.2012
Халҡы,
кеше
2011
Халҡы,
кеше
2012[5]
Халҡы,
кеше
2016[6].
Ишембай 103,47 66 065 65 822
Салауат 106,23 155 464 153 973
Стәрлетамаҡ 108,52 274 382 279 692
Ишембай районы 4006,0 24 775 23 146
Стәрлетамаҡ районы 2216,0 40 836 41 817
Бөтә агломерация 6540,22 ' 561 522 564 450

Иҡтисады

Агломерацияны дөйөм энергетика һәм йәшәү тәьминәте предприятиелары, мәғариф, мәҙәниәт, Стәрлетамаҡ аэропорты һәм вокзалы, автобустар һәм маршрут таксиҙары, шулай уҡ шәхси һәм производство транспорты предприятиелары үҙ-ара тулыландыра, тығыҙ бәйләй.

Көньяҡ-Башҡортостан агломерацияһы кластерының перспективаһы булып Волга буйы федераль округының нефтехимия үҙәген һәм Рәсәйҙең нефть химияһы үҙәктәренең береһен булдырыу тора. Бында нефть-газ сеймалын тәрән эшкәртеү һәм аҙаҡҡы продукт етештереү һәм импортты этаплап алмаштырыу тормошҡа ашырыласаҡ. Агломерацияның төп нефть химияһы предприятиелары тирәләй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн технопарктар булдырыласаҡ"[7].

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2011 йылдың 4 майында Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышындағы сығышында Стәрлетамаҡ агломерацияһында кластер булдырыу планына дәүләт ярҙамы тураһында былай ти: «… Химик кластерҙар Салауатта һәм Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа ойошторола. Путин Владимир Владимирович та беҙҙең тәҡдимде хупланы. „Газпром“ рәйесе Алексей Борисович Миллер ҙа, сәнәғәт министры Христенко ла һәм башҡа дәүләт кешеләребеҙ ҙа хупланы»[8].

Хәҙерге агломерация процестары

1. Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһы элемтә үҙәктәре «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ район-ара электр элемтә үҙәгенә ҡушылды;

2. РФ Һаҡлыҡ банкыһының 5413-сө Ишембай бүлексәһе Салауат бүлексәһенә ҡушылған;

3. Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Ишембай районы һәм ҡала буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы Салауат ҡалаһында «Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге» дәүләт йәмәғәт учреждениеһы филиалының бүлексәһе булып китте;

4. Салауат почтамты Ишембай почтамты менән берләштерелде;

5. Федераль һалым хеҙмәтенең Салауат ҡалаһы буйынса инспекцияһы Ишембай ҡалаһы буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 25-се район-ара инспекцияһына ҡушыла;

6. Ишембай АТП-һы «Салауат» ПАТП-ына ҡушылды.

Ҡыҙыҡлы факттар

1. Агломерация Өфө — Ырымбур автомобиль һәм тимер юлы буйлап һирәк осрай торған һыҙыҡлы (күсәр, цилиндр) территориаль конфигурацияға эйә.

2. Әгәр агломерацияны бер ҡалаға берләштерһәләр (ә берҙәм «Оло Стәрлетамаҡ» ҡала округын ойоштороу буйынса тәҡдимдәр ҡарала), ул республикала халыҡ һаны буйынса икенсе урында булыр ине, ә бына майҙаны буйынса (6000 км²) баш ҡаланың Өфө агломерацияһын уҙып китеп, беренсе урында торор ине.

3. Агломерацияла дөйөм FM-радио, дөйөм гәзиттәр, артистар берләшмәләре, Башҡортостандың көньяғы ҡалаларының спорт ярыштары бар.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Проект развития Южно-Башкортостанской агломерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2019. Архивировано 12 февраль 2019 года.
  2. В Башкирии будут созданы две агломерации: Уфимская и Южно-Башкирская. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2018. Архивировано 27 декабрь 2018 года.
  3. Бикметов Р.Ш. Управление развитием региональных агломераций Российской Федерации на примере Стерлитамакской агломерации // Иннов: электронный научный журнал. — 2018. — С. 1—10.
  4. Источник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2015. Архивировано 4 март 2016 года.
  5. 1 2 Оценка численности постоянного населения Республики Башкортостан на 1 января 2012 г. по муниципальным образованиям (недоступная ссылка — история). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.
  6. [1](недоступная ссылка)
  7. Пять приоритетных точек роста и развития: интервью Рустэма Хамитова журналу «Эксперт» — башинформ.рф — Новости новой Башкирии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2012. Архивировано 30 июнь 2012 года.
  8. anrb.ru/uploads/files/vistuplenie-hamitova_04-05-2011.doc

Әҙәбиәт

  • Стенограмма выступления Рустэма Хамитова на общем собрании Академии наук Республики Башкортостан. 04.05.2011. Электронная публикация: сайт АН РБ.
  • Светлана ГИЛЬМАНОВА. Стерлитамак — Ишимбай — Салават объединят?//Уфимские ведомости, 4 августа 2011 г. № 60 (450)
  • Бикметов Р. Ш. Управление развитием региональных агломераций Российской Федерации на примере Стерлитамакской агломерации // Иннов: электронный научный журнал, 2018. № 2 (35). URL: http://www.innov.ru/science/economy/upravlenie-razvitiem-regionalnykh-a/
  • Турикешев Г. Т.-Г., Данукалова Г. А. О современных вертикальных движениях земной коры и их связи с хозяйственной деятельностью человека в пределах Южного Предуралья // Мат-лы VII Межрегиональной науч.-практ. конф. Уфа, 2008. С. 105—107.
  • Шаяхметов Р. А. Развитие структуры ‘малые города’ → ‘конурбация’ (на примере Стерлитамакской агломерации)//Материалы Всероссийской научно-практической конференции «Роль регионов в условиях цивилизационного выбора России: исторический опыт, проблемы, перспективы» / ГБНУ ИГИ РБ. — Уфа, Мир печати, 2013. — 356 с. С.341-345 ISBN 978-5-9613-0264-6
  • РИНЦ: http://elibrary.ru/item.asp?id=21328140
  • Шаяхметов Р. А. Стерлитамакская агломерация по геологическим данным//Устойчивое развитие территорий: теория и практика: материалы V Всероссийской научно-практической конференции (17 мая 2013 г.), г. Сибай. — Сибай: Издательство ГУП РБ «СГТ»,. 2013. — 273 с. С.125-126
  • Проект развития Южно-Башкортостанской агломерации https://web.archive.org/web/20170315002126/http://forum.urc.ru/practice/proekt-razvitiya-yuzhno-bashkortostanskoy-aglomeracii

Шулай уҡ ҡарағыҙ