Солтан Амет-Хан

Амет-Хан Солтан[комм. 1] (ҡырымтат. Amet-Han SultanAmet-Han Sultan, лак. Ахмад-Хан Солтан; 20 октябрь 1920 йыл — 1 февраль 1971 йыл) — ҡырымтатар[2] һәм лак сығышлы совет хәрби осоусыһы-ас, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1943, 1945).

1-се Качинск хәрби авиация мәктәбен тамамлай, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында осоусынан алып 9-сы гвардия истребитель авиация полкы эскадрильяһы командирына тиклем данлы юл үтә. 1942 йылдың 31 майында Ярославль эргәһендә «Юнкерс-88» немец бомбардировщигына беренсе һауа таранын яһай. Сталинград һуғышында ҡатнашып, үҙен танылған ас-оҫта итеп күрһәтә. Һуңғы һауа алышын 1945 йылдың 29 апрелендә, Берлин ситендәге «Темпельхоф» аэродромы менән үткәрә һәм «Фокке-Вульф 190»-ды бәреп төшөрә (шәхси 30-сы, төркөм менән 49-сы һауа еңеүе).

Һуғыштан һуң Жуковскиҙа Осоу-тикшеренеү институтында осоусы-һынаусы булып эшләй, подполковник (1946), СССР-ҙың атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы (1961), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1953). Осоу эшмәкәрлеге ваҡытында 100-гә яҡын төр осоу аппаратын үҙләштерә, осоу ваҡыты 4237 сәғәт тәшкил итә. 1971 йылдың 1 февралендә самолетты һынағанда һәләк була.

Биографияһы

1920 йылдың 20 октябрендә Алупка ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Атаһы — лак (сығышы менән Дағстандың Цовкра-1 ауылынан), әсәһе Нәсибә — Ҡырым татары[3]. Ата-әсәһе яғынан уны дағстандар ҙа[4], ҡырым татарҙары ла үҙҙәренең батыры тип һанай.

Дағстан шағиры Рәсүл Ғамзатов әйтеүенсә, әңгәмә ваҡытында, «Һин кемдеке?», тип һорағас, Амет-Хан былай тип яуаплаған:[5]:

Я герой не татарский и не лакский. Я — Герой Советского Союза. А чей сын? Отца с матерью. Разве можно их отделить друг от друга?[6]

Совет һәм башҡа документтарында үҙен татар тип билдәләгән[2][7]. Исемен олатаһы хөрмәтенә Амет-Хан тип ҡушалар. Тарихсы А. Симонов раҫлауынса, геройҙың исем-шәрифенең дөрөҫ яҙылышы — Амет Солтан улы Амет-хан. Училищеға уҡырға ингәндә мәғлүмәттәр ҡырым татарҙары ғәҙәте буйынса башта үҙ исеме — Амет-Хан, һуңынан атаһының исеме — Солтан тип яҙыла. Шунан башлап Амет-Ханды фамилия тип йөрөтә башлайҙар (Амет-Хан Солтандың улдары — Арыҫлан Султан улы Амет-Хан һәм Станислав Солтан улы Амет-Хан)[8].

undefined

1937 йылда 7 синыфты тамамлап, Симферополдәге тимер юл училищеһына инә. Уҡыуҙы тамамлағас, тимер юл депоһы слесары булып эшләй. Бер үк ваҡытта аэроклубта уҡый һәм уны 1938 йылда[3] уңышлы тамамлай.

РККА-ла — 1939 йылдың февраленән. 1940 йылда, А. Ф. Мясников исемендәге 1-се Качинск Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби авиация мәктәбен кесе лейтенант дәрәжәһендә тамамлап, 122-се истребитель авиация полкына пилот, артабан Кишинёв эргәһендә дислокацияланған 4-се истребитель авиация полкына (Одесса хәрби округы) кесе осоусы итеп ебәрелә. Звено командиры, авиаэскадрилья командиры урынбаҫары һәм командиры була. И-15 һәм И-153 самолеттарында оса. Һуғышты Молдавияла[3] ҡаршылай.

Бөйөк Ватан һуғышында

1941 йылдың 22 июнендә үк 4-се истребитель авиация полкының кесе осоусыһы Амет-Хан Солтан И-153 истребителендә разведкаға һәм баҫҡынсы дошманды штурмлауға бер-нисә хәрби осош яһай. 1941 йылдың көҙөндә Дондағы Ростов күген һаҡлай. 1942 йылдың ҡышында полк "харрикейн"дарҙы[3] өйрәнә.

1942 йылдың мартынан 4-се истребитель авиация полкы Ярославль ПВО-һы составында була. Бында Амет-Хан Солтан үҙенең беренсе һауа еңеүен яулай. 1942 йылдың 31 майында, һөжүм ваҡытында бөтөн боезапасын ҡулланып бөтөп, "Харрикейн"да дошмандың «Юнкерс-88» бомбардировщигын таранлай һәм янған «юнкерс»ҡа инеп китеп, шунда ҡала. Самолёт кабинаһынан ҡотолоу юлын таба һәм парашюттан ырғый. Бер нисә көндән Амет-Ханды Ярославлгә саҡыралар. Унда бәреп төшөрөлгән "юнкерс"ты ҡарарға Совет майҙанына ағылған халыҡ алдында ҡала оборона комитеты уны исемле сәғәт һәм маҡтау грамотаһы менән бүләкләй. Һуңыраҡ, Ярославль күгендәге ҡаһарманлығы өсөн осоусы Ленин ордены[3][комм. 2][9][10][11] менән бүләкләнә. 2010 йылда Ярославлдә әлеге ваҡиғаларға һәйкәл ҡуйыла.

Файл:Амет-Хан Султан.jpg
РККА Хәрби-һауа көстәре капитаны
Амет-хан Солтан 1943 йылда

1942 йылдың йәйендә Амет-Хан Воронеж эргәһендә Як-1 самолётында алыша, ә 1942 йылдың авгусында Як-7 самолётында Сталинград һуғышында ҡатнаша. Бында үҙен оҫта осоусы итеп таныта һәм 9-сы гвардия истребитель авиация полкы — немецтарҙың оҫта осоусыларына ҡаршы тороу өсөн ойошторолған йыйылма совет осоусылары составына индерелә. Унан башҡа бында буласаҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙары Владимир Лавриненков, Алексей Рязанов, Иван Степаненко, буласаҡ Советтар Союзы Геройҙары Борисов Иван Григорьевич менән Ерёмин Борис Николаевич та инә. Сталинград эргәһендә Амет-Ханды бәреп төшөрәләр һәм ул икенсе тапҡыр парашют ярҙамында ҡотола[3].

1942 йылдың октябрендә Амет-Хан Солтан 9-сы гвардия истребитель авиация полкы составындағы 3-сө авиаэскадрилья командиры була һәм һуғыштың ахырынаса полк составында ҡала[3]. Дошманға юғарынан һөжүм итеү тактикаһы өсөн 8-се һауа армияһы генералы Хрюкин Тимофей Тимофеевич Амет-Хан Солтанға самолёт фюзеляжена бөркөт һүрәте төшөрөргә рөхсәт итә[12].

«P-39» менән идара итеүгә уҡығандан һуң, ул Дондағы Ростовты азат итеүҙә, Кубань өсөн аяуһыҙ алыштарҙа, Таганрогты, Мелитополде, Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың ғинаурында Советтар Союзы Геройы Иван Борисов менән бергә Амет-Хан немецтарҙың элемтәсе «Fieseler Fi.156 Storch» самолётын үҙ аэродромына төшөргә мәжбүр итә. Үҙе өсөн таныш булмаған машинаның кабинаһы менән бер аҙ танышҡандан һуң ул унда осоштар яһай башлай[3].

1944 йылдың 18-20 майында Алупка ҡалаһында отпускыла булғанында Ҡырым татарҙарын депортациялауҙың шаһиты була. Депортация ваҡытында Амет-Хандың күҙ алдында НКВД хеҙмәткәрҙәре уның бәләкәй ҡустыһы Имранды ҡулға ала[13]. Уны «Ҡыҙыл» (совхоз) концлагерындағы хәрби енәйәттәргә ылыҡтырылған «Шума» һаҡ полицияһына ярҙам итеүҙә ғәйепләйҙәр, һуңынан хәрби трибунал буйынса хөкөм итәләр[14]. Шулай уҡ партизандар отряды командиры Николай Дементьевтың һөйләүенсә[15], ул Амет-Хандың ғаиләһен эвакуациялау өсөн ебәрелә, әммә улар Ҡырымдан китеүҙән баш тарта, һуңынан партизандар отряды засадаға эләгә[16]. Амет-Хандың депортация осоронда ғаиләһе менән осрашыуы, Имрандың ҡулға алыныуы тураһындағы хәбәр Бута Бутаеваның Амет-Хан менән шәхсән әңгәмәнән алынып әҙәби версияға һалына[17]. Был версия Амет-Хандың ата-әсәһен депортациянан алып ҡала алыуы тураһында хәбәрҙәр таралыуға нигеҙ була, әммә бер ниндәй ҙә документтар менән раҫланмай. Ғәмәлдә депортация ваҡытында ҡырым татар ҡатын-ҡыҙы икенсе милләт вәкилендә кейәүҙә булһа, ул ғаилә депортацияланмаған[18]. Амет-Хандың атаһы дағстанлы (лак) була, шуға күрә Амет-Хандың ғаиләһе депортацияланмай, бары тик Имран ғына үҙ ғәмәлдәре өсөн яуап бирә.

1944 йылда ял иткәндән һуң ул яңы Ла-7 истребителенә күсеп, Көнсығыш Пруссияла һуғыша, Берлинды алыуҙа ҡатнаша[3].

Үҙенең һуңғы һауа һуғышын гвардия майоры Амет-Хан Солтан 1945 йылдың 29 апрелендә Берлин ситендәге «Темпельхоф» аэропортында алып бара һәм «Focke-Wulf Fw 190 Wurger» самолётын бәреп төшөрә[3].

Һуғыш ваҡытында Амет-Хан Солтан барлығы 603 хәрби осош яһай (шуларҙың 70-е — дошмандың тере көстәренә һәм техникаһына), 150 һауа һуғышында үҙе генә — 30, төркөм составында 19 дошман самолётын бәреп төшөрә[3].

1943 йылдың 23 авгусында 9-сы Ҡыҙыл Байраҡлы Одесса гвардия истребитель авиация полкы капитаны Амет-Хан Солтанға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла. 1945 йылдың 29 июнендә гвардия майоры, шул уҡ полктың 1-се һауа армияһы командирының һауа-уҡсылар хеҙмәте ярҙамсыһы Амет-Хан Солтан икенсе тапҡыр «Алтын Йондоҙ» миҙалына лайыҡ була[3].

Һуғыштан һуңғы карьераһы

Һуғыш тамамланғандан һуң, Юғары баш командующийҙың күрһәтмәһе буйынса, барлыҡ оҫта осоусылар академияға уҡырға ебәрелә. 1945 йылдың авгусынан Амет-Хан Монинолағы Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы тыңлаусыһы. Ә инде 1946 йылдың башында ул, «Үҙемдең белем кимәлен айыҡ аҡыл менән баһалап, артабан уҡыу кәрәклеген күрмәйем. Шуға күрә уҡыуҙан ебәреүегеҙҙе һорайым, сөнки академияла биш йыл уҡыуға сыҙамаясаҡмын», тип рапорт яҙа. Уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә һәм 1946 йылдың апрелендә майор Амет-Хан Солтан отставкаға сығарыла[3]. Әммә ул — осоусы, һәм йыһанһыҙ йәшәй алмай, шуға күрә осоусы һөнәренә кире ҡайтыу өсөн бар тырышлығын һала. Ләкин оҙаҡ ваҡыт был уға мөмкин булмай, Амет-Хан күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, спиртлы эсемлектәр менән мауыға, тормош төпкөлөнә тәгәрәй башлай[19]. Хәрби дуҫтарының ярҙамы менән 1947 йылдың февралендә ул Жуковскийҙағы М. М. Громов исемендәге Осоу-тикшеренеү институтының[3] һынаусы-осоусыһы булып китә.

Ҡыҫҡы ғына ваҡыт эсендә ул иң яҡшы һынаусылар иҫәбенә инә. 1943 йылда уға өсөнсө класлы осоусы-һынаусы дәрәжәһе бирелә, 1950 йылда — икенсе класлы, ә инде 1952 йылдың сентябрендә Амет-Хан Солтан 1-се класлы осоусы-һынаусы була. Ул төрлө һынауҙарҙы уңышлы үтә[3].

1949 йылдың июнендә И. Шелест менән Ту-2 самолетында илдә беренсе тапҡыр һауала автоматик рәүештә заправкалана[3]. Ошо уҡ йылдың һуңында Я. И. Верников менән А. И. Микояндың И-320 («Р-2») ике урынлы, теләһә ниндәй һауа торошона яраҡлаштырылған һынау истребителендә осош яһай һәм 1948—1950 йылдарҙа уның заводтан сыҡҡан өлгөһөнә һынау үткәрәләр[3].

1951—1953 йылдарҙа Амет-Хан С. Н. Анохин, Ф. И. Бурцев һәм В. Г. Павлов менән КС («Комета») снаряд-самолётының пилотлы аналогына тулыһынса һынау үткәрә. Шундай һынауҙарҙың береһендә снаряд ташланғандан һуң снаряд-самолёттың двигателе тоҡанмай һәм бары тик Амет-Хандың һалҡын ҡанлылығы, түҙемлеге арҡаһында ғына ул ергә етер саҡта ғына эшләп китә, һөҙөмтәлә һынау машинаһы ҡотҡарыла[20]. Ошо һынауҙарҙы үткәргәне өсөн Амет-Хан Солтанға 1953 йылда II дәрәжә Сталин премияһы бирелә[3].

Амет-Хан төрлө самолёттарҙан катапультланыу системаһын эшләү өсөн бик күп осоштар яһай. 1958 йылдың 12 ноябрендә Су-7 һәм Су-9 самолёттары өсөн парашютсы-һынаусы В. И. Головин менән һынау үткәргәндә, МиГ-15УТИ самолётында катапульта механизмын эшләтеүсе дары патроны шартлап, самолёттың яғыулыҡ багы тишелә, ике кабинаға ла яғыулыҡ аға, янғын хәүефе тыуа. В. И. Головин катапульта креслоһы боҙолоуы арҡаһында кабинаны ташлап китә алмай. Ошо хәл-торошта Амет-Хан Солтан самолётты ултыртырға ҡара итә һәм уны бер хатаһыҙ ултыртып, үҙенең генә түгел, дуҫының да ғүмерен һаҡлап алып ҡала[3].

1956 йылда Ҡырым АССР-ының элекке партия һәм совет хеҙмәткәрҙәре менән бергә Амет-Хан Солтан КПУ Үҙәк комитетына депортацияланған ҡырым татарҙарын аҡлау тураһындағы үтенес хатына ҡул ҡуя[21][22].

1961 йылдың 3 сентябрендә Амет-Хан Солтанға «СССР-ҙың атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы» (билдә номеры — 38) исеме бирелә. Хеҙмәт юлы осоронда ул барлығы 180 осоу аппаратын үҙләштерә, уның һауала булған ваҡыты 4237 сәғәт тәшкил итә[3].

Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында йәшәй[3].

1971 йылдың 1 февралендә яңы реактив двигателде һынау өсөн тәғәйенләнгән[23] Ту-16 осоусы лабораторияла һынау үткәргәндә һәләк була[3].

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[3].

Еңеүҙәре исемлеге

Осоусының еңеүҙәре исемлегенең иң билдәле версияһын авиация тарихсылары Андрей Симонов менән Михаил Быков төҙөй. Уның буйынса Амет-Хан 603 осош яһап 150 һауа һуғышында шәхсән — 30, төркөм менән 19 самолетты бәреп төшөрә[24].

Д а т а Дошман Самолёт ҡолаған йәки һауа һуғышы булған урын Үҙенең самолёты
31.05.1942 1 Ю-88 (таран ҡулланып бәреп төшөрөлгән) Ярославль «Харрикейн»
06.07.1942 1 Ме-109 (төркөмдә — 1/10) Большая Слепуха
1 Ме-109 (төркөмдә — 1/11) Ивановка
08.07.1942 4 Ме-109 (в гр. 4/12) Калабино — Долгуша — Архангельское
09.07.1942 1 Ме-109 (төркөмдә — 1/6) Ольховка
10.07.1942 1 Ме-109 (в гр. 1/8) Замятино
21.07.1942 1 Ме-109 Большая Верейка
2 Ме-109 (төркөмдә — 2/6)
1 «Хе-113» (төркөмдә — 1/6)
23.07.1942 1 Ю-87 (төркөмдә — 1/6) Привалынан төньяҡтараҡ
23.08.1942 1 Ме-109 Заплавноенан көньяҡтараҡ Як-7
02.09.1942 1 Ме-109 Красноармейск
03.09.1942 1 Ме-109 Демидово
07.09.1942 1 Ме-109 Акатовка
08.09.1942 1 Ме-109 (парҙа) Грачи
09.09.1942 1 Ю-88 (төркөмдә — 1/6) Садовая
11.09.1942 1 Ю-88 (төркөмдә — 1/7) Сталинград
14.09.1942 1 ФВ-189 (парҙа) Акатовка
1 Ю-88 (төркөмдә — 1/9) Сталинградтың төньяҡ сиге
1 Ме-109 (в гр. 1/9) Сталинградтың көньяҡ сиге
15.09.1942 1 Ме-109 (в гр. 1/6) Рыбзавод (Сталинград)
1 Ме-109 Баҙар (Сталинград)
13.12.1942 1 Хе-111 Бузиновка — Петровский Як-1
21.03.1943 1 Ме-109 Батайск
25.03.1943 1 Ю-87 Койсугтан көньяҡтараҡ
1 Ме-109 Батайск аэродромынан көньяҡтаарҡ
22.07.1943 1 Хе-111 Мариновканан төньяҡтараҡ
24.07.1943 1 Хе-111 Куйбышево — Дмитриевка
20.08.1943 2 Ю-87 Калиновка «Аэрокобра»
21.08.1943 1 Ю-88 Успенская
1 Хе-111 Успенскаянынан төньяҡ-көнсығыштараҡ
02.10.1943 1 Ю-88 Ворошиловка
06.10.1943 1 Ме-109 Большой Токмак
10.10.1943 1 Ю-87 Пришиб
08.02.1944 1 Ю-88 Бериславтан көнбайыштараҡ
13.03.1944 1 Ме-109 Очаковтан төньяҡ-көнсығыштараҡ
22.03.1944 1 Ю-52 Александровканан көнсығыштараҡ
24.04.1944 1 ФВ-190 Херсонес морононан көньяҡтараҡ
14.01.1945 1 ФВ-190 Гумбиннендан көнсығыштараҡ Ла-7
16.01.1945 2 ФВ-190 Гумбиннен
18.01.1945 1 ФВ-190
13.04.1945 1 Ме-109 Гросс-Хюбникен
29.04.1945 1 ФВ-190 аэродром Темпельхоф (Берлин)
Барлығы бәреп төшөрөлгән самолёттар — 30 + 19; хәрби осоштар — 603; һауа һуғыштары — 150.

Наградалары

undefined

Совет дәүләт наградалары һәм исемдәре[3]:

Ғаиләһе

  • Атаһы: Солтан Аметхан.
  • Олатаһы (әсәһе яғынан): Бекир Садла.
  • Әсәһе: Нәсибә.
  • Һеңлеһе: Фатма, 4 йәшендә вафат була.
  • Ҡустыһы: Имран. Ҡырымды немецтар оккупациялағанда дошман менән хеҙмәттәшлек итә, ярҙамсы полицияла тора. Һуғыштан һуң НКВД органдары тарафынан ҡулға алына[14].
  • Ҡатыны: Фаина Максимовна (ҡыҙ фамилияһы — Данильченко)[35].
  • Балалары: Станислав, Арыҫлан.
  • Ейәнсәре: Вероника (Станиславтың ҡыҙы).

Хәтер

Иҫтәлекле билдәләр

Осоусының бронза бюстары уның тыуған ҡалаһы Алупкала, Махачкалала үҙенең исемен йөрөткән проспектта, аэровокзал ҡаршыһында) Цовкра-1 ауылында[3], 2007 йылда Феодосияның Геройҙар аллеяһында бюсы ҡуйыла.

2010 йылда Ярославлдең Авиаторҙар проспектында, 2013 йылда Киевтың Хәрби Дан аллеяһында һәйкәле асыла.

2015 йылда Ярославль эргәһендәге Дымокурцы ауылында — Амет-Хан Солтан ергә ултырған урында иҫтәлекле билдә ҡуйыла[36].

2015 йылдың 8 майында Дағстандың Кулинский районы үҙәге Вачи ауылында һәйкәл асыла.

Амет-Хан Солтан исеме менән Симферополдә — майҙан, Алупкала, Судакта, Волгоградта, Жуковскийҙа, Каспийскиҙа, Мелитополдә, Дондағы Ростовта, Ҡазанда һәм башҡа ҡала, ҡасаба, ауылдарҙа — урамдар, Саки ҡалаһында, Махачкалала проспект аталған. Шулай уҡ уның исемен Симферополь аэроклубы, Дағстан тауының иң бейек нөктәһе, Махачкала аэропорты[3]; бәләкәй планета (6278)[37][комм. 3], Остряково — Евпатория линияһының 34-се километрындағы платформа; Каспийск ҡалаһының 8-се лицей-мәктәбе, Махачкала ҡалаһының 27-се мәктәбе һәм Дағстан Республикаһының Новокули ауылы мәктәбе йөрөтә[38].

Амет-Ханға Симферополь тимер юлы вокзалында[3], Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында геройҙың үҙе исемендәге урамдың 1-се йортона иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

2015 йылда Украинаның Юғары Радаһы Рәсәй контролендә булған Ҡырым территорияһындағы «Симферополь» аэропортына Амет-Хан исеме биреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был йәһәттән аэропорт етәкселеге үҙҙәренең Рәсәй Федерацияһының норматив акттары буйынса эш итеүен һәм был ҡарарға әһәмиәт бирмәүен билдәләй[39]. РФ Дәүләт Думаһы шулай уҡ был ҡарарҙың Рәсәй өсөн бер ниндәй юридик көскә эйә булмауын белдерә[40][41].

2015 йылдың октябрендә Көньяҡ хәрби округтың Дондағы Ростовта урынлашҡан Хәрби-Һауа көстәренең һәм Һауа һөжүменә ҡаршы оборонаның 4-се армияһы штабы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[42].

Дағстан Республикаһының 2016 йылдың 8 февралендәге Ҡануны менән[43], Дағстан Республикаһының дәүләт наградаһы — Амет-Хан Солтан исемендәге миҙал булдырыла.

2022 йылда Рәсәй Банкыһы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы Геройҙары» серияһын тормошҡа ашырып, Амет-Хан Солтанға бағышлап 2 һумлыҡ көмөш тәңкә сығара.

Амет-Хан Солтан музейы

1993 йылдан Алупкала ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Амет-Хан Солтан музейы эшләй (2001 йылдан — Ҡырымтатар сәнғәт музейы бүлеге), унда совет осоусыһының тормош юлына, осоу-һынау эшмәкәрлегенә, шулай уҡ ғаиләһенә һәм хәрби арҡаҙаштарына арналған даими экспозиция бар. Бында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, осоу-һынау эше буйынса коллегаларының һәм арҡаҙаштарының хәтирәләре, фотолар, архив документтары, хаттар, китаптар, Амет-Хан Солтандың шәхси әйберҙәре һәм наградалары, осоу кейеме һ.б. урын алған. Экспонаттар араһында Бйк Ватан һуғышы ваҡытындағы, шулай уҡ һуғыштан һуңғы осорҙағы хәрби һәм граждан авиацияһы самолеттары макеттары бар. Музей эргәһендәге асыҡ майҙансыҡта «Хайтарма» нәфис фильмы төшөрөлгәндән һуң бүләк ителгән Ла-5 самолеты һәм КС-1 макеты урын алған[44].

Сәнғәттә

  • «Амет-Хан хәтирәләре» картинаһы, 137/106 (киндер, майлы буяу), 1975 йыл. Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре рәссам Эминов Кязим Ибраһим улы (1928—1976), эш тамамланмаған.
  • «Ай-Петри помнит…» (Аметхан иҫтәлегенә) картинаһы, 230/80 (киндер, майлы буяу), 2012 йыл. Ҡырым Автономиялы Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Эминов Рөсиәм Кязим улы (1950).
  • Амет-Хан Солтан — 2013 йылда төшөрөлгән «Хайтарма» («Возвращение») нәфис фильмының төп геройы[45] (режиссёр һәм төп ролде башҡарыусы — Сейтаблаев Әхтәм Шәвҡәт улы).

Документаль фильмдар

  • «Наш друг Амет-хан Султан». Я. Аранович, И. Шелест сценарийы. М. М. Громов исемендәге осоу-тикшеренең институты (1971).
  • Герой Советского Союза Амет Хан Султан. Автор сценария Андрей Симонов, режиссёр Алексей Поляков. Студия «Крылья России» (2011). — Документальный фильм из сериала «Дороже золота». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Икенсе донъя һуғышының иң яҡшы осоусылары

Комментарийҙар

  1. В различных источниках есть разночтения по его имени:
  2. Часто говорится о присвоении не существовавшего тогда звания Почётного гражданина города Ярославля.
  3. Решением Российской академии наук от 10 сентября 2007 года.

Иҫкәрмәләр

  1. Sultan Amet-Khan // TracesOfWar
  2. 1 2 https://www.crimeantatars.club/blogs/tak-kem-zhe-byl-po-natsionalnosti-amet-han-sultan здесь приводятся ксерокопии документов, где в графе «национальность» стоит «татарин»
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 Мельников А. Е. Солтан Амет-Хан. «Герои страны» сайты.
  4. Медаль имени Амет-Хана Султана учредят в Дагестане. www.riadagestan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2016.
  5. Чей ты, Амет-Хан? Как хотели "приватизировать" имя героя. РИА Новости Крым (20171025T1251+0300Z). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2019.
  6. Михаил Вострышев. Герои Великой Отечественной войны. Выдающиеся подвиги, о которых должна знать вся страна. — Litres, 2015-05-23. — 478 с. — ISBN 9785457774704.
  7. 10 интересных фактов об Амет-Хане Султане. avdet.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2019.
  8. Симонов А. Амет-Хан Султан. / Крылья Родины. — 2001. — № 4.
  9. Подвиг в небе // Городские новости. — 25.02.2010.
  10. Те дни забыть нельзя никогда // Городские новости. — 14.04.2010.
  11. Война меня ведь не щадила… // Городские новости. — 05.05.2010.
  12. Бутаев, 1990, Глава вторая
  13. Татарский мир • ГЕРОЙ ИЗ АЛУПКИ. www.tatworld.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2016. Архивировано из оригинала 10 август 2016 года.
  14. 1 2 Андрей Сидорчик. Орлы умирают в небе. Жизнь и бессмертие Амет-Хана Султана. www.aif.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2016.
  15. Русская община Крыма. Крымчане простились с Николаем Дементьевым. ruscrimea.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2016. Архивировано из оригинала 3 август 2016 года.
  16. Галина САПОЖНИКОВА | Сайт «Комсомольской правды». Почему правда о войне до сих пор ссорит нас с крымскими татарами? KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (17 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2016.
  17. Бута Бутаев. Амет-хан Султан02. epizodsspace.airbase.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2016.
  18. Саша Кругосветов. Светящиеся ворота. — Litres, 2016-03-24. — 83 с. — ISBN 9785040033225.
  19. Лавриненков, 1982, с. 62—66
  20. Как был потоплен «Красный Кавказ»
  21. 95-ю годовщину дважды Героя Советского союза Амет-Хана Султана отметят в Крыму и в Дагестане. РИА «Дагестан» (24 апрель 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2015.
  22. ЦГАООУ. Ф.1. Оп. 24. Д. 4248. Л. 287—294. Заверенная копия
  23. Бутаев, 2005, p. 283
  24. Амет-Хан Султан - Советские асы. Герои воздушных войн 1936-1953 гг. soviet-aces-1936-53.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2016.
  25. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 60, л. 20)
  26. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 60, л. 21)
  27. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 159, л. 433)
  28. Указ Президиума ВС СССР от 14.02.1943 г. о награждении орденами и медалями начальствующего и рядового состава Красной Армии.
  29. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 404, л. 27)
  30. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2402, л. 26)
  31. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 2337, л. 7)
  32. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 4184, л. 289)
  33. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682523, д. 29, л. 306)
  34. Симонов, 2009
  35. КРЫМ НАВСЕГДА
  36. http://www.gtk.tv/news/65532.ns Под Ярославлем открыли памятный знак Амет-хану Султану
  37. База данных MPC по малым телам Солнечной системы (6278) (инг.)
  38. Имя легендарного лётчика испытателя Амет-Хана Султана теперь носит одна из школ в Новокули
  39. Верховная рада «переименовала» российский аэропорт в Симферополе // НТВ.Ru
  40. В Госдуме отказались воспринимать всерьёз переименование аэропорта Симферополя: Общество: Россия: Lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2018. Архивировано из оригинала 17 май 2015 года.
  41. Депутат ГД: переименование Радой аэропорта Симферополя - спекуляция. РИА Новости Крым (2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2019.
  42. В Ростове-на-Дону откроют мемориальную доску лётчику-испытателю дважды Герою СССР Амет-Хану Султану // Министерство обороны Российской Федерации
  43. Закон Республики Дагестан от 8 февраля 2016 года № 7 «О внесении изменений в отдельные законодательные акты Республики Дагестан»
  44. Музей дважды Героя Советского Союза Амет-Хана Султана. Крымскотатарский музей искусств. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015. Архивировано из оригинала 23 февраль 2015 года.
  45. Елена Ардабацкая. «Хайтарма»: боль одного народа? Московский комсомолец (19 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015. Архивировано из оригинала 2 апрель 2015 года.

Әҙәбиәт

Энциклопедиялар һәм белешмәләр
  • Амет-Хан Султан // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Дважды Герои Советского Союза / сост. В. С. Вуколов. — М.: Воениздат, 1973. — С. 10-11. — 247 с. — 35 000 экз.
  • Авиация: Энциклопедия / Главный редактор: Г. П. Свищёв. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1994. — С. 55. — 766 с. — ISBN 5-85270-086-X
  • Симонов А. А. Заслуженные испытатели СССР. — М.: Авиамир, 2009. — С. 21—22. — 384 с. — ISBN 978-5-904399-05-4.
  • Амет-Хан Султан 1920—1971 // Васин В. П., Симонов А. А. Испытатели ЛИИ. — Жуковский: Авиационный Печатный Двор, 2001. — С. 34. — 192 с. — ISBN 5-93705-008-8.
  • Амет-Хан Султан 1920—1971 // Балаков И. Б., Симонов А. А. Испытатели МиГов. — Жуковский: Авиационный Печатный Двор, 1999. — С. 38. — 96 с. — ISBN 5-93705-001-0.
  • Амет-Хан С. (1920—1971) // Кто был кто в Великой Отечественной войне. Люди События. Факты: краткий справочник / под ред. О. А. Ржешевского. — М.: Республика, 1995. — С. 25.
  • Амет-Хан Султан // Зачислен навечно: биографический справочник : в 2 кн. / А. Д. Зайцев, И. И. Рощин, В. Н. Соловьёв. — М.: Политиздат, 1990. — 100 000 экз. — ISBN 5-250-00410-5.
  • Сталинградская битва. Июль 1942 — февраль 1943: энциклопедия / под ред. М. М. Загорулько. — 5-е изд., испр. и доп. — Волгоград: Издатель, 2012. — С. 38. — 800 с.
Тикшеренеүҙәр
  • Бутаев Б. Б. Амет-Хан Султан. — М.: Политиздат, 1990. — 237 с. — 100 000 экз.
Ҡайһы бер очерктар һәм мемуарҙар
  • Ковалёв С. Меч Амет-Хана // Солтан Амет-Хан // Звёзды немеркнущей славы : Очерки о крымчанах — Героях Советского Союза / авт.-сост. Ф. А. Третьяков. — 3-е изд., перераб. и доп. — Симферополь : Крым, 1984. — С. 14-19. — 255 с. — (Герои Советского Союза).
  • Герои и подвиги / сост. М. Ф. Лощиц и др., предисл. А. Гречко. — Книга 1. — М.: Воениздат, 1963. — С. 114–115. — 371 с.
  • Лавриненков В. Д. Без войны. — К.: Политиздат Украины, 1982. — 272 с.
  • Люди бессмертного подвига. 4-е изд., испр. и доп. — Книга 1. — М., 1975. — С. 28-39.
  • Путерброт А. Т. Боевая слава Дагестана / предисл. С. Х. Халилова. — Махачкала: Дагестанское кн. изд., 1988. — С. 6-11. — 365 с.
Библиографик исемлектәр

Документаль фильмдар

Һылтанмалар