Һыҙғы (ауыл)
Һыҙғы (Сыҫҡы, Иҫкауыл; рус. Сызги) — Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округындағы ауыл. Һыҙғы ауыл советының административ үҙәге[2].
Географик урынлашыуы
Юва йылғаһының ике яҡ ярында округ үҙәге Красноуфимск ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
Округтың иң боронғо тораҡ пункты булып тора, XVII быуат уртаһына тиклем һыҙғы ырыуы башҡорттары нигеҙләнгән[3]. Тәүге тапҡыр 1760 йылда телгә алына[4]. Себер даруғаһы Һыҙғы улусының үҙәге була. Һыҙғы ауылы кешеләре тарафынан Табанлыкүл (Озерки) һәм Боғалыштамаҡ ауылдарына нигеҙ һала[5].
1834 йылда ауылда 235 башҡорт һәм 40 типтәр, 1859 йылда — 410 башҡорт һәм 46 типтәр, 1863 йылда 410 башҡорт һәм 46 типтәр теркәлгән[6].
1920 йылғы тәүге совет йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 187 ихатала 1086 кеше, шул иҫәптән 156 ихатала 936 башҡорт, 28 ихатала 136 татар, 2 ихатала 8 типтәр, 1 ихатала урыҫтар йәшәгән[5][7].
Билдәле шәхестәре
- Кисүбаев Мөхит Әхрәр улы — актёр, Татар АССР-ының халыҡ артисы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
- ↑ Красноуфимский округ, муниципальное образование\\Департамент информационной политики Губернатора Свердловской области 2018 йылдың 22 август көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Объект: деревня Сызги, муниципальное образование Красноуфимский округ
- ↑ 1 2 Урал аръяғы башҡорттарының Пермь губернаһы составына ингән торама пункттары (1866 йылда кәмендә 100 кеше йәшәгән торамалар күрһәтелгән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 История башкирских родов. Кошсо, Сызги, Упей. Том 18 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 150—152. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 1 2 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 235-237. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.
Әҙәбиәт
- Рундквист Н.А., Задорина О.В. Свердловская область. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: «Квист», 2009. — 456 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-85383-392-0.
Һылтанмалар
- О Красноуфимском округе 2018 йылдың 22 август көнөндә архивланған.
- История башкирских родов: Кошсо, Сызги, Упей 2017 йылдың 18 август көнөндә архивланған.