Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы
Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы (3 апрель 1924 йыл — 27 июль 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). 1945 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы[2][3].
Биографияһы
1924 йылдың 3 апрелендә Башҡорт АССР-ы Бөрө кантоны, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районына ҡараған Текән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса башҡорт. Башланғыс мәктәпте тамамлай. Тәтешле районының «Спартак» исемендәге колхозда эшләй[3].
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына 1942 йылда Башҡорт АССР-ы Тәтешле район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1943 йылдың майынан Көньяҡ, 3-сө Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында хеҙмəт итə[2].
1945 йылдың 24 апреленә ҡаратә төндә 988-се уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы (230-сы уҡсылар дивизияһы, 5-ее удар армия, 1-се Белорус фронты) сержант Г. С. Сәйетов батырлыҡ күрһәтә. Германияның баш ҡалаһы Берлинға яҡыныраҡ Руммельсбургер күле районында уҡсылар взводы беренселәрҙән булып Шпрее йылғаһын аша сыға, йылғаның көнбайыш ярында плацдармды баҫып ала. Дошман оборонаһында һаҡланмаған юл табып взводы менән дошман тылына үтеп инеп көтөлмәгән һөжүм яһай. Дошман паникаға бирелә һәм Трептов районына сигенә. Яңынан көс туплап гитлерсылар контратака яһай. Алыштың иң киҫкен мәлендә взвод командиры сафтан сыға, сержант Г.С. Сәйетов подразделение менән командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Взвод өҫтөнлөклө дошмандың көстәренең өс контратакаһын кире ҡаға, плацдармды тотоп ҡала һәм батальон подразделениеларының йылға аша сығыуын тәьмин итә[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы менән немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн сержант Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм 6810 һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[3].
Һуғыштан һуң Ғ.С. Сәйетов Башҡортостандың Тәтешле районы Сорғолдо ауылында С. М. Киров исемендәге колхозда эшләй.
2000 йылдың 27 июлендә вафат була, Сорғолдо ауылында ерләнгән.
Наградалары
- Советтар Союзы Геройы [3]
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (31.05.1945)[4]
- Ленин ордены (31.05.1945)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5]
- III дәрәжә Дан ордены (1945)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)[6]
Хәтер
- Үрге Тәтешле ауылында һәйкәл ҡуйылған[2].
- Үрге Тәтешле ауылында урамдарҙың береһе Герой исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Балтас районы.
- ↑ 1 2 3 Ғ.Һ.Булатов, тәржемәсе М.Х.Хужин. Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 5 Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы. «Герои страны» сайты.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Подвиг народа.
Әҙәбиәт
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- * Несокрушимые. — Уфа, 1985.
Һылтанмалар
- Ғ.Һ.Булатов, тәржемәсе М.Х.Хужин. Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2025)
- Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы. «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2025)
- Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы. Республика Хәрби Дан музейы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2025.