Урал (журнал)
«Урал» — 1958 йылдан Свердловск, 1991 йылдан — Екатеринбург ҡалаһында нәшер ителгән әҙәби-нәфис һәм публицистик журнал.
Тарихы
Баҫма 1958 йылдың ғинуарынан сыға[2], баштағы тиражы 15 мең дана. РСФСР Яҙыусылар союзының Свердловск өлкә бүлексәһе органы булараҡ ойошторола. Совет осоронда — РСФСР Яҙыусылар союзының матбуғат органдарының береһе[3]).
Беренсе баш мөхәррире — яҙыусы, журналист, хәрби корреспондент Олег Фокич Коряков (16.05.1920—24.01.1976)[4] . Беренсе йылдарҙа "Урал"да баҫылған иң билдәле әҫәрҙәр — Виктор Астафьевтың «Перевал» һәм «Стародуб» повестары. Журналдың тәүге осорҙағы публицистикаһы һәм әҙәби тәнҡиттәре рәсми идеологик һәм эстетик ҡараштар сигенән сыҡмай.
1959 йылдың октябрендә КПСС-тың Свердловск өлкә комитеты баш мөхәррирҙе алмаштыра, был вазифаға тәжрибәле журналист Георгий Красновты тәғәйенләй. Ул мөхәррирлек иткән 1959—1967 йылдарҙа журнал авторҙары араһында башлыса урындағылар өҫтөнлөк итә, тәүге ролдәргә публицистика сыға.
1960 йылдарҙа "Урал"да ағалы-ҡустылы Стругацкийҙар, йәш тәнҡитселәр Лев Аннинский һәм Игорь Золотусский баҫыла. Журналдың бер нисә баҫмаһында үҙ аллы позиция сағыла, был Хрущёв осоро менән бәйле: Эммануил Казакевичтың тамамланмаған романынан бүлектәр, Константин Воробьевтың «Немец в валенках» хикәйәһе (1967). Краснов 1967 йылда баш мөхәррир вазифаһынан бушатыла, уның урынына Вадим Кузьмич Очеретин тәғәйенләнә.
1970 йылдарҙа «Урал» биттәренән ҡайһы бер ирекле фекерләү башлыса юғала. Очеретин редакцияны тулыһынса тиерлек яңырта, журналдың титул битендә «баҫма — яҙыусыларҙың Свердловск өлкә бүлексәһе менән бер рәттән Силәбе, Пермь, Төмән, Ҡурған, Ырымбур өлкәләре, Башҡортостан һәм Удмуртстан яҙыусылар ойошмаларын да үҙ эсенә ала» тип яҙырға күрһәтмә бирә. Был авторҙар даирәһен һиҙелерлек киңәйтә.
70-се йылдарҙағы «Урал» тематик һәм жанр төрлөлөгө менән айырылып тора: Бөйөк Ватан һуғышы, етештереү тармаҡтары, тыуған яҡты өйрәнеү, социаль-иҡтисади темаларға проблемалы очерктар, Урал тормошонан ҡыҙыҡлы факттар, сит ил авторҙарының прозаһы, юмористика, фантастика һәм детективтар. Журналдың популярлығы арта, тиражы 100 меңдән уҙып китә.
1980 йылда КПСС-тың Свердловск өлкә комитеты етәкселекте яңынан алмаштыра. Баш мөхәррир урынына Валентин Петрович Лукьянин килгәс, күңел асыу материалдарының күләме кәмей, әхлаҡи проблемалы текстарға өҫтөнлөк бирелә.
Үҙгәртеп ҡороу ваҡытында «Урал» «ҡайтарылған» авторҙар Владимир Набоков, Михаил Осоргин һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен баҫтыра. Ольга Славникова һәм Борис Рыжий журналда дебют яһай.[5]
Илдең социаль-сәйәси һәм иҡтисади тормошондағы артабанғы ваҡиғалар журналдың йәшәү шарттарын ҡырҡа үҙгәртә. 1990 йылда «Урал» РСФСР Яҙыусылар союзы ҡарамағынан, ә 1992 йылда Урта Урал китап нәшриәте системаһынан сығырға мәжбүр була[6]. СССР тарҡалғандан һуң баҫма тиҙ арала бөлгөнлөккә төшә. 1993 йылғы 12-се һаны тиражы ни бары 5,5 мең дана тәшкил итә[7].
1998 йылдан журналдың ойоштороусы — Свердловск өлкә хөкүмәте[8].
1999 йылдың июлендә баҫманың баш мөхәррире итеп драматург Николай Владимирович Коляда тәғәйенләнгәс, драматургия төп жанрҙар рәтенә ҡуйыла. Бер үк ваҡытта яңы етәкселек осоронда[9] журнал тиражының кәмеүе туҡтай, авторҙар составы ҡырҡа яңыртыла, төрлө ижади манералар һәм стилдәр ҡулланыла, яңы рубрикалар индерелә, Рәсәй һәм республикалар баш ҡалалары һәм сит илдәр менән әҙәби бәйләнештәр үҫешә.
Хәҙерге ваҡытта
«Урал» — Рәсәйҙәге провинциаль әҙәби журналдарҙың иң абруйлыһы[10].
Баҫма Рәсәйҙең «Журнальный зал» сайтына һәм «Мегалит» Евразия журнал порталына индерелгән, 2011 йылдан уның үҙ сайты бар. Журнал редакцияһы прозаиктарҙы, шағирҙарҙы, драматургтарҙы, тәнҡитселәрҙе, публицистарҙы хеҙмәттәшлеккә саҡыра, әммә авторлыҡ гонорары күләме тураһында мәғлүмәт бирелмәй[2].
2000—2010 йылдарҙа журналда Олег Ермаков, Александр Иличевский, Александр Карасев[11], Вячеслав Курицын, Олег Лукошин[12], Игорь Одиноков[13][14], Андрей Рудалев, Елена Сафронова[15], Роман Сенчин, Василий Сигарев, Василий Ширяев[16], Леонид Йозефович[17] һәм башҡалар баҫыла[18].
Журналда Тамара Михееваның «Яңғыҙ тауҙар» повесы донъя күрә.
2010 йылда «Урал» шиғриәте, прозаһы һәм публицистикаһы [19] Петербург тәнҡитсеһе Валерия Жарованың «һөжүменә» дусар була[19], «Бельские просторы» журналында «Литературное междуречье» рубрикаһын алып бара[20].
«Урал» етәкселеге һүҙҙәренсә, 1991 йылда журналдың тиражы 2 миллион данаға яҡынлашһа, 2015 йылда ул 2000-гә етмәй[21]. 2018 йылдың ғинуарында сыҡҡан 1 (256) һанының тиражы, баҫманың һуңғы битендәге мәғлүмәткә ярашлы, — 1500 дана[21]. Номер 1 (256) «Урала», вышедший в январе 2018 года имел тираж (согласно информации на последней странице издания) — 1500 экземпляров[22]. Был тираж артабан да һаҡлана. Мәҫәлән, «Урал» 2021 йылдың ноябрь һаны 1500 дана тираж менән сыға. Шул уҡ ваҡытта журнал һатыуҙа арзан: 2022 йылда уның бер һаны ни бары 83 һумға (яҡынса АҠШ-тың бер доллары) һатыла.
Баш мөхәррирҙәре
Редакция
- Сергей Станиславович Беляков — баш мөхәррирҙең ижади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары
- Надежда Колтышева — баш мөхәррирҙең үҫеш буйынса урынбаҫары
- Константин Богомолов — яуаплы секретарь
- Андрей Игоревич Ильенков — проза бүлеге мөдире
- Юрий Викторович Казарин — шиғриәт бүлеге мөдире
Редакция советы
- Дмитрий Владимирович Бавильский — яҙыусы, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе
- Леонид Петрович Быков — А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетының XX быуат рус әҙәбиәте кафедраһы мөдире
- Александр Викторович Иличевский — яҙыусы
- Марк Наумович Липовецкий — әҙәбиәт белгесе һәм тәнҡитсе, АҠШ-тың Боулдерҙағы Колорадо университеты профессоры
- Валентин Петрович Лукьянин — тәнҡитсе
- Майя Петровна Никулина — филолог, шағир һәм яҙыусы
- Андрей Петрович Расторгуев — шағир
Төрлө ваҡытта (2002—2010 йылдар) редакция советында шулай уҡ Аркадий Валерьевич Застырец, Наум Лазаревич Лейдерман, Анна Александровна Матвеева була [23].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Тираж январского номера 2018 года. См.: Урал. - 2018. - № 1 (256)
- ↑ 1 2 О журнале // Сайт журнала «Урал». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2013. Архивировано 15 июль 2013 года.
- ↑ Справочник Союза писателей СССР (ред. М. В. Горбачев, сост. Н. В. Боровская). — М., Советский писатель. — 1970. — С. 776.
- ↑ Георгий Краснов. Точка опоры. К творческой биографии Олега Корякова // Урал. 1980. № 5. С. 171—175.
- ↑ «Радио Свобода»: власти урезали финансирование литжурнала «Урал» и думают, нужен ли он вообще Архивная копия от 31 март 2017 на Wayback Machine // Полит.ру. 28.04.2010.
- ↑ ЕКБ-ЛИТ|с=374
- ↑ Урал. — 1993. — № 12. — С. 2.
- ↑ Артюшина В. Моё время. Екб., 2008; Лукьянин В. Урал, «Урал». Екб., 2008; Полозкова Н. Мне просто повезло // Урал. 1983. № 1; Ходов С. Эстетическая позиция российского регионального журнала (на материале журнала «Урал» (1958—1998). Диссертация. Челябинск, 1998.
- ↑ 1 2 3 Николай Коляда ушёл из журнала «Урал». Его тут же вызвали в минкульт, а Гредин Анатолий Леонидович встретился с преемником. // РИА «УРА.ру». 9.08.2010. Архивная копия от 1 сентябрь 2011 на Wayback Machine — (Тикшерелеү көнө: 9 август 2010).
- ↑ Виктор Топоров. Литературный сыр. Кушать подано. Толстожурнальная кулинария. Народ к разврату готов? // Частный корреспондент, 23.11.2009. Архивная копия от 21 февраль 2014 на Wayback Machine
- ↑ Александр Мызников. Облик предателя. (Александр Карасёв. Рассказ «Предатель», «Урал» 2009, № 8) Архивная копия от 12 ноябрь 2013 на Wayback Machine // Полит.ру, 12.03.2010.
- ↑ Сергей Беляков. Русский «Оливер Твист». Литература on-line: Национальный бестселлер — победили Эдуард Кочергин и Олег Лукошин Архивная копия от 11 июнь 2010 на Wayback Machine // Частный корреспондент, 8.06.2010.
- ↑ В столице Урала скончался писатель Игорь Одиноков Архивная копия от 12 ноябрь 2013 на Wayback Machine // Аpelcin.ru, 26.07.2013.
- ↑ Александр Карасёв. Задыхающаяся повесть Архивная копия от 12 август 2013 на Wayback Machine // Литературная Россия, 18.08.2006.
- ↑ Евгений Степанов. Елена Сафронова. «Все жанры, кроме скучного» Архивная копия от 26 октябрь 2013 на Wayback Machine // Дети Ра, 2013. № 3.
- ↑ Журнальный зал / Авторы / Василий Ширяев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2013. Архивировано 25 ғинуар 2013 года.
- ↑ Владимир Андреев. Писатель Юзефович в Екатеринбурге: «Публикацией в „Урале“ я хотел показать „кукиш“» Архивная копия от 12 ноябрь 2013 на Wayback Machine // Комсомольская правда, 27.10.2011.
- ↑ Журнальный зал. Урал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2008. Архивировано 20 сентябрь 2012 года.
- ↑ Геосимволист Леонид Шимко. Куда полетит молот. Вместе с поэзией, прозой и публицистикой журналов «Волга» и «Нева». подвергались нападению 2014 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған. // Литературная Россия, 4 февраля 2011.
- ↑ Валерия Жарова (Санкт-Петербург) Архивная копия от 29 октябрь 2013 на Wayback Machine // Мегалит
- ↑ «Толстяки» изрядно похудели Архивная копия от 4 июнь 2016 на Wayback Machine // ИА «Актуально», 5.06.2015.
- ↑ Урал. — 2018. — № 1 (256)
- ↑ Сергей Иванович Чупринин. Матвеева Анна Александровна. // Чупринин С. И. Русская литература сегодня. Малая литературная энциклопедия. — М.: Издательство Время, 2012. — С. 545. — ISBN 978-5-9691-0679-6