Хоҙайғолова Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы

Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы Хоҙайғолова (рус. Рамиля Нигматзяновна Худайгулова1942 йылдың 12 октябре, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы) — театр актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).

Биографияһы

1942 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылында тыуған.

1964 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Ғ. Ғ. Ғиләжев курсы) тамамлағас, 1972 йылға тиклем һәм 1974 йылдан алып Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

Театр эшмкәрлегенән тыш, үҙен уйын киноһында ла һынап ҡарай. 2010 йылда ҡыҫҡа метрлы «Еңмеш» фильмында Өләсәй ролен уйнай[1].

Ролдәре

Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт», Мостай Кәрим), Мария («Һуңғы аҙым», А. Дударев), Мөғлифә («Бәхеткә ҡасҡандар», Таңсулпан Ғарипова). Ауыр һәм трагик яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙар образдарын һүрәтләндерә: Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»; дебют, 1964), Асель («Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем», Сыңғыҙ Айтматов), Нурия («Аҡҡош йыры», Баязит Бикбай), Илбикә («Әсә хөкөмө», Әнғәм Атнабаев), Һәҙиә («Төн, йәки Һәҙиә менән Рәми», Наил Ғәйетбай), Мәхмүзә («Ҡоҙаса», Баязит Бикбай һәм Заһир Исмәғилев), Сәрби («Башмағым»), Мәрфуға ҡарсыҡ («Эх, буйҙаҡтар, буйҙаҡтар…», Флорид Бүләков)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978);
  • Һәҙиә Дәүләтшина роле өсөн Республика театр сәнғәте смотрында Бәҙәр Йосопова исемендәге Театр эшмәкәрҙәре союзының премияһы (1994);
  • «Театр яҙы» Республика фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында приз (2005).

Иҫкәрмәләр

  1. Владимир Романов. Рамиля Худайгулова. МКУ Отдел культуры (12 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026.
  2. Хоҙайғолова Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.