Хәлимов Мәжит Ғәйнулла улы
Хәлимов Мәжит Ғәйнулла улы (рус. Халимов Мазит Гайнуллович; 15 сентябрь 1900 йыл — 5 февраль 1955 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, полковник. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1926—1929 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантонының хәрби комиссары. 1947—1953 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Ике Ленин, ике Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Биографияһы
Мәжит Ғәйнулла улы Хәлимов 1900 йылдың 15 сентябрендә Рәсәй империяһының Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Елдәр улусының Кәркәле-Тамаҡ ауылында[1] тыуған.
1910 йылдан Әнәс ауылындағы мәҙрәсәлә, 1913—1915 йылдарҙа хәҙерге Бәләбәй районы Шаровка ауылындағы рус земство мәктәбендә уҡый.
1916—1918 йылдарҙа Елдәр улус идаралығында писарь булып эшләй. 1918 йылдың сентябрендә ҡорһаҡ тифы менән ауырып китә һәм Өфөгә дауаланырға ебәрелә. Бер аҙҙан атаһы атта улының хәлен белергә бара. Уны хәлһеҙләнгән хәлдә күреп, дауахананан тәҙрә аша алып сыға ла өйөнә алып ҡайта.
1919 йылдың апрелендә Мәжит үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияға яҙыла, йыл аҙағында ВКП (б) ағзаһы итеп ҡабул ителә.
1920 йылдан Айырым Башҡорт полкының мәҙәниәт мәғарифы секретары була. 1921 йылдан эшсе батальондың хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Урта Азияла һуғыша.
1923 йылда Ҡазан ҡалаһындағы хәрби-сәйәси курска ебәрәлә. Уны тамамлағас, Волга буйында, Урта Азия һәм Уралдағы хәрби частәрҙә төрлө яуаплы вазифаларҙа хеҙмәт итә.
1931—1934 йылдарҙа Ленинградта В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияла уҡый.
Артабанғы хеҙмәтен Төркөстан хәрби округында дауам итә: полктың, һуңынан дивизияның сәйәси бүлек начальнигы була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Ике Ленин ордены
• Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены
• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
• Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылы.