Шуваев Дмитрий Савельевич

Шуваев Дмитрий Савельевич (1854 йылдың 24 октябре, Өфө, Ырымбур губернаһы, Өфө өйәҙе, Рәсәй империяһы1937 йылдың 19 декабре, Липецк, Воронеж өлкәһе)[1][2] — рус хәрби начальнигы, инфантерия генералы. Беренсе донъя һуғышы осоронда Рәсәй империяһының хәрби министры.

Биографияһы

Дмитрий Шуваев Ырымбурҙың нәҫелдән килгән почётлы граждандарынан. Ырымбур Неплюев хәрби гимназияһын тамамлай. 1872 йылда 3-сө Александровск хәрби училищеһын тамамлай. 2-се Төркөстан батареяһында хеҙмәт итә; Урта Азиялағы 1873—1875 йылдарҙағы кампанияларҙа ҡатнаша.

1878 йылда 2-се разряд буйынса Генераль штаб академияһын тамамлай. 1878 йылдан — Ырымбур хәрби округы штабында. 1879 йылдан — Новочеркасск казак юнкер училищеһында уҡытыусы, 1885 йылдың 11 февраленән начальник вазифаһында эшләй[3]. 1899 йылдың 23 майынан — Киев хәрби училищеһының начальнигы.

1905 йылдың 10 ғинуарынан — 5-се пехота дивизияһы командующийы (1906 йылдың 6 декабренән — начальник), 1908 йылдың 24 майынан — 2-се Кавказ армия корпусы командиры.

1909 йылдың 8 авгусынан 1914 йылдың апреленә тиклем Хәрби министрлыҡтың Баш интендант идаралығы начальнигы була. Шәхсән намыҫлы һәм тоғро кеше булараҡ, интендант ведомствоһында ришүәтселекте бөтөрә[4]. Уның эшмәкәрлеге 1905—1912 йылдарҙағы хәрби реформа шарттарында бара, интендант идаралығын үҙгәртеп ҡороу осоронда уның составына граждандар ведомстволары (финанс, сауҙа, сәнәғәт министрлыҡтары һ.б.) вәкилдәрен, шулай уҡ бер нисә институт профессорҙарын индереү иҫәбенә техник комитетты көсәйтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. 1911 йылда интендант кадрҙарын әҙерләү өсөн 1900 йылдан Генераль штаб академияһы ҡарамағындағы интендант курсы урынына Интендант академияһы ойошторола. Һуңыраҡ, 1913 йылда, ғәскәри интендант органдары ла реформаға дусар ителә. 1911 йылдың 12 июлендә инфантерия генералы дәрәжәһенә үрләй.

Интендант ғәскәрҙәрен һуғышҡа әҙерләү һәм Беренсе донъя һуғышы йылдарында армия тәьминәте менән етәкселек итә. 1915 йылдың 13 декабрендә баш ялан интенданты һәм Юғары баш командующий ставкаһының баш ялан интенданты идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Шуваев Г. Е. Львов етәкселегендәге Земство союзына армия ихтыяжына ҡыҫҡа тундар, быймалар һәм черкескалар әҙерләүгә заказ бирә. Г. Е. Львов тәҡдиме менән Шуваевҡа телеграмма ебәрелә: «Баш интендантлыҡтың Земство Союзы тарафынан яңы ҙур заказын үтәүгә бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн Мәскәүҙә йыйылған губерна земстволары вәкилдәре миңә һеҙҙе, интендант ведомствоһының әүҙем, арымай-талмай эшләгән етәксеһе булған, армияға һәм Ватанға ихлас һәм тоғро хеҙмәт итеүсе, беҙҙең тиңһеҙ армиябыҙҙы бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин итеп, илдең бөтә йәмәғәтселек көстәре иғтибарын ошо эшкә йүнәлтеүгә өлгәшкән Ғали йәнәптәрен сәләмләүҙе ышанып тапшырҙы. Земство союзына берләшкән земстволар үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплы бурысты үтәүгә бөтә көсөн һала»[4].

undefined

1916 йылдың 15 мартынан 1917 йылдың 3 ғинуарына тиклем хәрби министр була. Был осорҙа «Брусилов һыҙығын өҙөү» операцияһы — 1916 йылдың 4 июненән сентябрь уртаһына тиклем барған Көньяҡ-Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре һөжүме ойошторола.

1916 йылдың 4 ноябрендә Дума ултырышында телмәр тота, унда армияны тәьмин итеүҙе яҡшыртыу тураһында һөйләй һәм еңеүгә тулы ышаныс белдерә[5].

1917 йылдың 3 ғинуарында хәрби министр вазифаһынан бушатыла һәм Дәүләт Советы ағзаһы итеп һайлана. 1917 йылдың 10 мартынан — Хәрби Совет ағзаһы.

Октябрь революцияһынан һуң 1917 йылдың ноябрендә, элекке батша министры булараҡ, ВЧК тарафынан ҡулға алына, әммә һуңынан иреккә сығарыла. 1918 йылда үҙ теләге менән Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына инә (ЭКҠА)[6], Петроградта баш хәрби интендант була. Ҡыҙыл Армияның хәрби уҡыу йорттарында уҡыта. 1920 йылдың 18 октябренән — Реввоенсовет ҡарамағында. 1922 йылда ЭКҠА-ның Петроград хәрби округы штабы начальнигы була. Һуңыраҡ «Выстрел» курстарында тактиканан уҡыта. 1926 йылда отставкаға ебәрелә, Липецк ҡалаһында йәшәй, 1927 йылдан пенсионер һанала.

1937 йылдың 8 авгусында НКВД органдары тарафынан советтарға ҡаршы агитацияла ғәйепләнеп ҡулға алына (РСФСР Енәйәт кодексының 58-10-сы, 58-8-се статьялары). 1937 йылдың 19 октябрендә Воронеж өлкәһе буйынса УНКВД уға ҡарата эште «өлкән йәштә булыуы һәм ауырыуы арҡаһында» туҡтата.1937 йылдың 9 декабрендә ҡабаттан ҡулға алына[7].

1937 йылдың 15 декабрендәге УНКВД ултырышы протоколынан өҙөк[4]:

«Еңелеү ҡотҡоһондағы контрреволюцион агитация алып барыуҙа ғәйепләнә. ВКП(б) юлбашсыһына ҡаршы террористик ниәттәрен белдерә. СССР-ҙа халыҡтың хәле тураһында контрреволюцион уйҙырмалар тарата. Совет власына яла яға».

Атып үлтереүгә хөкөм ителә. 1937 йылдың 19 декабрендә хөкөм ҡарары үтәлә.

Липецк өлкә суды президиумының 1956 йылдың 22 декабрендәге ҡарары менән аҡлана (үлгәндән һуң)[8].

Ғаиләһе

Ҡатыны — Елизавета Петровна.

Улы — Александр (1886—1943), кадрҙағы офицер, ЭКҠА-лағы хәрби белгес.

Икенсе улы — Пётр (Беренсе донъя һуғышы алдынан отставкалағы штабс-капитан). 1914 йылда Санкт-Петербург Дини академияһының икенсе курсынан үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1956 йылда СССР Генераль прокуроры Р. А. Руденкоға атаһын аҡлау тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә.

Наградалары

  • 3-сө дәрәжә ҡылыстар һәм таҫма менән Изге Станислав ордены (1874);
  • 4-се дәрәжә Изге Анна ордены (1874);
  • 3-сө дәрәжә ҡылыстар һәм таҫма менән Изге Анна ордены (1876);
  • 2-се дәрәжә ҡылыстар менән Изге Станислав ордены (1876);
  • 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (1881);
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1885);
  • Монарх рәхмәте (1887);
  • 3-сө дәрәжә Изге Владимир ордены (1890);
  • 1-се дәрәжә Изге Станислав ордены (1903);
  • 1-се дәрәжә Изге Анна ордены (1906);
  • 2-се дәрәжә Изге Владимир ордены (5.9.1909);
  • Аҡ бөркөт ордены (25.3.1912);
  • Изге Александр Невский ордены (1914);
  • Изге Александр Невский ордены бриллиант билдәләр (1916).

Баһаламалары

Генерал-полковник Иван Васильевич Болдин[9]:

« «Выстрел» уҡытыусылары араһында топография буйынса белгес, әйткәндәй, батша хөкүмәтендәге һуңғы хәрби министр булған генерал Шуваев айырылып торҙо. Практик дәрестәр көндәрендә ул топографик съемкалар өсөн утыҙар километрлыҡ походтарға алып сыға, һәм шул тиклем шәп атлай торғайны, беҙ, уның улдары йәшендәгеләр, саҡ-саҡ өлгөрә инек.

Шуваев һәр ваҡыт бөхтә булды, уның итектәре көҙгө кеүек ялтырап торҙо. Генерал үҙенең фуражкаһында рус армияһының баш интенданты булған осорҙан ҡалған еп менән энә һаҡланыуын хәтергә төшөрөргә яратты.
Тыңлаусыларҙы Шуваевтың яҙмышы ҡыҙыҡһындырҙы, ул беҙгә романтик булып күренә ине, һәр уңайлы осраҡта беҙ унан революцияға тиклемге тормош, батша менән осрашыуҙары тураһында һораштыҡ. Бер ваҡыт сираттағы лекциянан һуң тәнәфестә Шуваевты бер төркөм тыңлаусылар уратып алғас:

— Ә һеҙҙе бер ҡасан да Лубянкаға, ЧК-ға, саҡырманылармы, сөнки һеҙ министр булғанһығыҙ бит? — тип һораным.

Шуваев тыныс ҡына үҙенең ҙур аҡ һаҡалын һыйпағас, ҡулдарын йәйеп:

— Ә ни өсөн мине Лубянкаға? Феликс Эдмундович Дзержинский кемде алырға кәрәклеген белә. Мин кемдең улы? Һалдат улы. Ә үҙем кем? Иҫегеҙҙә тотоғоҙ — һалдат! Мин батша армияһында әҙергә бәҙер генә хеҙмәт итә башланым тип уйлайһығыҙмы? Юҡ! Һеҙҙең менән булған кеүек, унтер-офицер яңаҡҡа ла сабып ебәрә торғайны… — тине.
— Ә үҙегеҙгә сикәләргә тура килмәнеме? — тип һораны бер тыңлаусы.

Шуваев ағарып китте, тынғыһыҙланып йоҙроҡтарын төйнәне һәм был ғәрлекле һүҙҙәрҙе әйткән кешегә тишерҙәй итеп ҡараны.

— Йәш кеше, бәхеткә күрә, ЧК-ны тәрән аҡыллы һәм оло йөрәкле, намыҫлы, ғәҙел һәм зирәк Феликс Эдмундович етәкләй. Аллам һаҡлаһын, әгәр унда ахмаҡ йәки тел биҫтәһе ултырһа, барыһы ла маңлайына пуля алыр ине, ә минең кеүек кешеләр хатта — икешәр.

Бер аҙ тынысланғас, Шуваев дауам итте:

— Мин һәр ваҡыт һалдатты үҙемдең туғаным тип һананым, күңелен аңларға тырыштым, сөнки үҙем дә уның кеүекмен — һалдат улымын. Һәм әсәйемде — крепостной крәҫтиәнде — ғүмеремдең ахырына тиклем иҫкә аласаҡмын һәм хөрмәт итәсәкмен.
Шуваев шымып ҡалды һәм тынысһыҙланып һаҡалын тартҡылай башланы. Ул саҡта барыбыҙ ҙа уңайһыҙландыҡ, ә минең был һөйләшеүҙе башлағаныма күңелем ҡырылды. Был осраҡтан һуң бер кем дә Шуваевҡа уның үткәнен иҫенә төшөрмәне. Совет власы үҙенең тәүге көндәренән үк уға Ҡыҙыл Армия командирҙарын тәрбиәләүҙе ышанып тапшыра, һәм ул был ышанысты аҡланы.

»

Иҫкәрмәләр

  1. Өфө — ныне столица Республики Башкортостан, Россия
  2. Липецк — ныне областной центр, Россия
  3. Кащенко Л. Я.. «Разсадник образованных донских офицеров». Новочеркасское казачье училище в 1869—1917 гг. // Военно-исторический журнал. — 2020. — № № 4. — С. С.59—67.
  4. 1 2 3 Шуваев Дмитрий Савельевич. Кадетская история. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
  5. Стенографические отчеты. Национальная электронная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
  6. Кавтарадзе А. Г. Приложение 4 // Военные специалисты на службе Республики Советов: 1917–1920 годы. — М.: Наука, 1988. — ISBN 5-02-008451-4.
  7. Василий Николаевич Бабенко. Г. Р. Державин и проблемы борьбы со взяточничеством в Российской империи в 1-й половине XIX в. Всероссийский государственный университет юстиции. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
  8. Бей Е. В., Евдокимов А. В.. Министерская чехарда. Последние военные министры Российской империи // Военно-исторический журнал. — 2020. — № № 3. — С. С.46—53.
  9. Болдин И. В. Страницы жизни. — М.: Воениздат, 1961.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар