Шәфиев Риза Зәкирйән улы
Шәфиев Риза Зәкирйән улы (рус. Шафиев Риза Закирьянович; 1923 йылдың 20 феврале, Үрге Ҡыйғы ауылы — 2004 йылдың 3 декабре, Воткинск[d], Удмурт Республикаһы) — хәрби хеҙмәткәр, полковник, инженер-атомсы, шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан хәҙерге Удмурт Республикаһының Воткинск машиналар эшләү заводының яуаплы хеҙмәткәре. 2001 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
Риза Зәкирйән улы Шәфиев 1923 йылдың 20 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Ауылда мәктәпте тамамлағас, Ҡазан дәүләт педагогия институтының татар теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. 1941 йылдың 22 июненән башлап ул — Ульяновскиҙағы хәрби училище курсанты, ә һуңынан хәрби академияны Томскиҙа тамамлай. Хеҙмәт юлын Новосибирскиҙағы ғилми-тикшеренеү институтында хәрби инженер булып башлай. Артабан уны хәрби техникаһының иң яңы төрҙәрен булдыру, күпләп етештереү хәстәре менән шөғөлләнгән фәнни ойошмаларға, заводтарға тәғәйенләйҙәр. Көслө ракеталарҙы булдыру хәстәренә лә ул беренселәрҙән булып тәғәйенләнә. 1958 йылдан Риза Шәфи Воткинск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Хеҙмәтенең һуңғы урыны — Воткинск машиналар эшләү заводы (машиналар һәм баллистик ракеталар етештереү предприятиеһы)[1].
Ижады
Риза Шәфи әҙәбиәткә 1950 йылдарҙа килә, ныҡлап әҙәби эшмәкәрлек менән хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң шөғөлләнә башлай. Шиғырҙары «Усу юлы», «Идел» альманахтарында, «Чаян» журналында баҫыла. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Ҡайын, Шыршы һәм Кеҫәү» исемле тәүге китабы 1962 йылда Татарстан китап нәшриәтендә сыға, 1981 йылда «Һинең йылы ҡулдарың» шиғырҙар китабы нәшер ителә.Өфө, Ҡазан, Ижевск ҡалаларында бер-бер артлы шиғри әҫәрҙәре, мәҡәләләре, китаптары баҫылып сыға. 1983 йылда нәшер ителгән «Һинең матур сағың» китабында шиғырҙарҙың күбеһе тыуған яҡтарға, тәбиғәткә һәм Урал тауҙарына арналған. 1989 йылда Ҡазанда шағирҙың сираттағы «Йөрәк йылыһы» китабы сыға. Бында ул айырым кешеләрҙең, халыҡтың яҙмыштары, дуҫлыҡ, выждан тураһында уйлана. Татарстан китап нәшриәтендә балалар өсөн «Йомаҡ әйтәм — яуап көтәм» (1991) китабы сыға. Ижевск нәшриәтендә «Офоҡтарҙан офоҡтарға» (2001), шунда уҡ «Тауҙар иңендә тауҙар» (2004) исемле шиғырҙар йыйынтыҡтары баҫылып сыға[1].
Композитор Рим Хәсәнов уның байтаҡ шиғырҙарын көйгә һалған. Йырсылар Иҙрис Ғәзизов, Гөлсәсәк Шәрипова, Лилиә Букеева башҡарған «Әллә яңғыш, әллә яҙмыш», «Йылмай әле», «Сейәләрем бешкәндә», «Йүрүҙәндә бер гүзәл» һәм башҡа йырҙары башҡорт һәм татар эстрадаһының хиты булып тора[2].
Хәтер
Риза Шәфи 2004 йылда Воткинск ҡалаһында вафат була. Ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған һәм урындағы татар яҙыусыларының әҙәби берекмәһе уның исемен йөрөтә. Удмурт Республикаһында Риза Шәфи исемендәге әҙәби премия булдырыла. Ул әҙәби һәм публицистик эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштары өсөн яҙыусыларға һәм журналистарға бирелә. Йыл һайын Риза Шәфи исемендәге өс әҙәби премия тапшырыла[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 100 лет назад родился поэт Риза Шафи, tatarlar.info. 21 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Риза Шәфи һүҙҙәренә йырҙар
- ↑ Сафина М.. Множить верных друзей. 21 май 2025 тикшерелгән.