Ыҫҡыр
Ыҫҡыр' (Ыҫҡыр[2]) — Пермь крайының Барҙым районындағы башҡорт ауылы, Елпачиха ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618168, ОКАТО коды — 57204819002.
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Халыҡ һаны
Тарихы
1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 19 йортонда 114 башҡорт йәшәгән[5]. 1834 йылда 31 йортта 177 кеше, 1850 йылда 28 йортта 240 кеше, ә 1859 йылда 30 йортта 320 кеше иҫәпләнгән[5].
Ауылда йәмиғ мәсете һәм уның эргәһендәге мосолман мәктәбе булған. 1868 йылда мәктәптә 50 малай һәм 40 ҡыҙ белем алған[5].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
|
Башкиры д. Искирево по VIII ревизии 1834 г.
|
Сығанаҡтар
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.