Яхимович Варвара Львовна
Яхимович Варвара Львовна (1913 йылдың 4 декабре, Варшава, Варшава губернаһы[d], Рәсәй империяһы — 1994 йылдың 19 авгусы, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет геолог-стратиграфы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991). Геология‑минералогия фәндәре докторы (1959).
Биографияһы
1913 йылдың 4 (17) декабрендә Варшавала тыуа. 1922 йылда ғаилә Ырымбурға күсенә, унда ул туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бынан һуң ҡалалағы амбулаторияла теркәүсе, һуңынан Урта Волга геология-гидрогеология тресының геология партияларында коллектор һәм өлкән коллектор булып эшләй, баҡыр мәғдәндәрен һәм никелде разведкалауҙа ҡатнаша; һуңғараҡ Хәлилкомбинатстройҙың геология бюроһында һәм Ырымбур тимер юлының быраулау эштәре участкаһында техник-геолог булып эшләй[1][2][3].
1936 йылда Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетына уҡырға инә. Уҡыған ваҡытта Урал Ҡаратауында, Бирҙәүеш плутонында, Баҡал тимер мәғдәне ятҡылығында, Һатҡы магнезит ятҡылығында ялан эштәрендә һәм Ҡараҡом көкөрт ятҡылыҡтарын разведкалауҙа ҡатнаша. 1941 йылдың октябрендә геолог һөнәре буйынса дәүләт имтихандарын тапшыра һәм отличие менән диплом ала[1][2].
1941 йылдың ноябренән 1951 йылдың июненә тиклем «Көньяҡ Урал күмер разведкаһы» тресында эшләй, унда геология разведкаһы һәм геология-съёмка партияларының өлкән геологы, петрография кабинеты мөдире, геология-производство бүлегенең өлкән геологы һәм геология-эҙләнеү партияһы етәксеһе вазифаларын биләй. Уның тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнын асыуға килтерә; 1945—1946 йылдарҙа бүленгән перспективалы участкаларҙа һигеҙ (Козлов, Төйлөгән, Елшан, Матвеев, Урман-Ташлы һәм башҡа[2]) һоро күмер ятҡылыҡтары асыла. 1950 йылдың майында «Урал алды геологияһы һәм күмер күләме» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, шул уҡ йылда һоро күмер ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнашҡаны өсөн Сталин премияһына лайыҡ була[1][4].
1953 йылдың 1 ноябренән СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тау-геология институтында эшләй. 1959 йылда А. П. Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү геология институтында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1962 йылдан һуңынан кайнозой стратиграфияһы лабораторияһына үҙгәртелгән дүртенсел геология лабораторияһын етәкләй. 1969 йылда профессор дәрәжәһен ала, 1988 йылдан лабораторияның баш ғилми хеҙмәткәре һәм ғилми етәксеһе була[1].
1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы итеп һайлана. 1994 йылдың 19 авгусында Өфөлә вафат була[1][2].
Ғилми эшмәкәрлеге
Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Геология институты ҡарамағындағы кайнозой стратиграфияһы лабораторияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Ул Башҡортостандың Урал алды палеогенының, неогенының һәм дүртенсел ҡатламдарҙың тәүге стратиграфик схемаларын, шулай уҡ Зайсан уйпатлығының (рус.)баш. континенталь ҡатламдарының магнит-стратиграфик шкалаһын эшләй. 1972—1986 йылдарҙа ул дүртенсел осорҙо өйрәнеү буйынса Волга-Урал комиссияһын етәкләй. 1980 йылдар аҙағында — 1990 йылдар башында бер нисә АЭС майҙансығының геологик төҙөлөшө буйынса эштәр әҙерләй, уларҙа тектоник һынылыш зоналарында атом станциялары төҙөүҙең ярамағанын дәлилләй[1][4].
165-тән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 19 монография авторы һәм авторҙашы[4]. Фән кандидаттарын һәм докторҙарын әҙерләй[2].
Наградалары һәм премиялары
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950) — яңы һоро күмер ятҡылыҡтарын асҡан өсөн;
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1984);
- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976);
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991)[3].
Библиографияһы
Уның баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре араһында:
- Яхимович В. Л. О геологическом строении мест заложения Чернобыльской, Горьковской и Балаковской АЭС
- Яхимович В. Л. О геологическом строении места заложения Башкирской АЭС для решения вопроса о возможности её строительства. докл. / В. Л. Яхимович; АН СССР, Урал. отд-ние, Башк. науч. центр, Институт геологии. Уфа: БНЦ УрО АН СССР, 1990. — с. ил.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Варвара Львовна Яхимович. Институт геологии. УФИЦ РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 Яхимович Варвара Львовна. Академия наук Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2026.
- ↑ 1 2 Г. А. Данукалова. Яхимович Варвара Львовна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 3 Яхимович Варвара Львовна. Информационная система «История геологии и горного дела». ГИН РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2026.
Әҙәбиәт
- Г. А. Данукалова. Яхимович Варвара Львовна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Данукалова Г. А., Курманов Р. Г., Яковлев А. Г., Осипова Е. М. Выдающийся российский геолог-стратиграф Варвара Львовна Яхимович (к 100-летию со дня рождения) (1913—1994) // Геологический сборник. 2013. № 10. С. 286—298.
- Камалетдинов М. А. Варвара Львовна Яхимович: к 80-летию со дня рождения. Библиографический указатель. Уфа: ИГ УНЦ РАН, 1993. 65 с.
Һылтанмалар
- Биография и библиография В. Л. Яхимович в информационной системе «История геологии и горного дела» РАН.
- Страница В. Л. Яхимович на сайте Института геологии УФИЦ РАН.
- Страница В. Л. Яхимович на сайте Академии наук Республики Башкортостан.