Яңы Нәдир (Татарстан)

Яңы Нәдир — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әлмәт районы ауылы. Яңы Нәдир ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География

Ауыл Урсала йылғаһы буйында, Әлмәт ҡалаһынан көнсығыштараҡ 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Яңы Нәдир — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы. 1740 йылдарҙа нигеҙләнгән[1]. Надир Ураҙмәтов исеме менән атаған[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Урсала улусы составына керә.

1764 йылда 2 тирмән, 1795 йылда — 1 мәсет теркәлгән. ХХ быуат башында бында улус идаралығы, 3 мәсет, 3 мәктәп, 2 һыу тирмәне, тимерлек, 4 бакалея кибете иҫәпләнгән[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районына составына инә[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда — ир енесле 22 йән башҡорт; 1834 йылда — 1320 башҡорт, типтәр һәм ҡаҙна татары; 1859 йылда — 1089 ҡаҙна крәҫтиәне һәм башҡорт йәшәгән[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
17461859188918971910192019261938194919581970197919892002
46108919961972247323662235230720141786168614729921127

Инфраструктура

Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Татарская энциклопедия.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Яңы Нәдир (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 576. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә