Ҡораҡлы-Маян

Этимологияһы

Күл исеме ҡәрҙәш монгол һәм бурят телдәрендәге "баян" — «бай үҙән» топонимы менән ауаздаш, үләне мул һәм яҡшы һыу сығанағы булғанын аңлата. Был монголдарҙың башҡорт халҡы составынадағы төрки ҡәбиләләргә йоғонтоһо менән аңлатыла. Маян-Һылыу йәки Баян-Һылыу — башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының шул исемдәге эпос геройы. Башҡорт телендә ҡораҡлы — «ҡор» һәм «аҡ», -лы — һүҙ яһаусы аффикс ҡушыу юлы менән яһалған тип яҙа Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә ғалим һәм яҙыусы Шәкүров Рәшит Закир улы хеҙмәттәренә таянып [2].[3].

Башҡа варианттар

Билдәле булыуынса, Ҡораҡлы-Маян менән Маян күле 1743 йылдағы Иҫәт провинцияһы ландкартаһы буйынса бер һыу ятҡылығы хасил иткән булған. Бары XIX быуатта ғына күл һайығып, икегә бүленә башлаған. Шул ваҡыттарҙа килеп сыҡҡан да Ҡораҡлы-Маян атамаһы. Ул ваҡытта күл эргәһендә һуңғараҡ Учалы районына күсенгән сыуаштар һәм типтәрҙәр йәшәгән тип яҙа "Силәбе өлкәһе энциклопедияһы" сайты [4]. Сыуаштар күлдең бүленгән үләнлерәк яғын "куракла", йәғни "үләнле" тип атай башлаған. Был урындарҙан сыуаштар 1747 йылда Учалы районына күсенгән , тип яҙа энциклопедия, крайҙы өйрәнеүсе В. Поздеев эҙләнеүҙәренә таянып (тимәк, бер күл тип теркәлгән ваҡыттан 4 йыл ғына үткән булған)[5][6].

Географияһы

Ҡораҡлы-Маян Ҡоншаҡ районының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, Свердловск өлкәһе менән сиктәш[7].Күлдән көньяҡтараҡ Маян күле урынлашҡан, улар Ҡораҡлы-Маян менән бергә 1743 йылдағы Иҫәт провинцияһы ландкартаһында бер күл тип билдәләнгән. Һуңғараҡ һыу ятҡылығы һайыҡҡан һәм ике күл барлыҡҡа килгән [2].. Шулай уҡ янында ике бәләкәй күл - Ишбулды һәм Искәндәр - бар.

Иҫкәрмәләр

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 1 2 Шувалов Н. И. Куракли-Маян // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Куракли-Маян
  4. Озеро Куракли-Маян// [1] Энциклопедия Челябинской области
  5. Куракли-Маян// Озёра Южного Урала (по Пяткову)//От Парижа до Берлина по карте Челябинской области http://toposural.ru/ky.html%7CКуракли-Маян(недоступная ссылка)
  6. Поздеев Владимир Васильевич (1936-2011): 80 лет со дня рождения 2019 йылдың 28 март көнөндә архивланған.
  7. Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.

Сығанаҡтар

  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.

Һылтанмалар

  • Озеро Куракли-Маян [2]
  • Озеро Куракли-Маян [3] 2021 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
  • Шувалов Н. И. Куракли-Мая́н // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7.