Белеккүл (Силәбе өлкәһе)
Белеккүл (Силәбе өлкәһе) | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Дәүләт | |
Майҙаны |
|
Белеккүл — рус. Беликуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл Армия районындағы (рус. Красноармейский район) күл
Этимологияһы
Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса белексе йәки белек һәм күл һүҙҙәре ҡушылыуҙан килеп сыҡҡан тип яҙа [2].
Тасуирлама
Белеккүл төньяҡтан көньяҡҡа 4,5 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа табан 3 километрға һуҙылған. Уртаса тәрәнлеге 2,5 метр. Ҡомло күл.
Күлдә терекләнгән балыҡтар: алабуға, суртан, һаҙан, табан һәм башҡалар[3].
Географияһы
Белеккүл Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл Армия районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Ҡурған өлкәһе сигендә, Басказык йылғаһы янында урынлашҡан.
Силәбегә тиклем юл 110 километр [4].
Күлдең төньяҡ-көнсығыш ярында Белеккүл ауылы урынлашҡан. Йыраҡ түгел ваҡ күлдәр: Боровое, Ҡамышлы, Ванькино һәм Огарыш теҙелеп киткән[5].
Һылтанмалар
- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
- Беликуль, озеро [3]
- Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Иҫкәрмәләр
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Беликуль, озеро [1]
- ↑ Беликуль, озеро [2]
- ↑ Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.