Ҡартабыҙ (күл)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡартабыҙ (күл)
Дәүләт
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Ҡартабыҙ - рус. Картабыз - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Октябрьский районындағы күл.

Ҡартабыҙ күле Силәбе өлкәһе Октябрьский районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Күлдән көнбайыштараҡ Ҡартабыҙ аймағы урынлашҡан.

Яр буйындағы тораҡ пункттар: Болан ауылы, Бурһыҡ, Октябрьский ҡасабалары, Сладкое.

Яҡындағы күлдәр: Үләнле, Тоҙло, Аҡҡош, Оло Ҡолтай, Кесе Ҡолтай.

Октябрьскийға тиклем ара – 20 км, Силәбегә - 120 км, Екатеринбургҡа – 330 км

Координаттар: 54°29′42″N 62°33′4″E [2]

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010501011111200014994
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 211201499
  • Бассейн округы — Иртыш һыу бассейны округы (14)
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2 [3]

Ҡартабыҙ - түңәрәк күл. Һыу көҙгөһө майҙаны - 1250 га. Уртаса тәрәнлеге: 4-5 м. Диаметры яҡынса 6,5 км. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге - 176 м. Майҙаны - 20,9 км²

Төбө ләмле һәм ҡомло. Һыуы ҡырҡыу тоҙло. Көнсығыш яры буйында утрау бар.

Далаға хас күл, ярҙары һөҙәк. Көньяҡ ярында бик ныҡ һаҙлыҡлы, ул яҡҡа үтеүҙе был ҡатмарлаштыра. Ике ҡултығы бар [4].

Ярҙары ҡамышлы, екәнле.

Күлдә сабаҡ, алабуға, табан, ҡорман тереклек итә.

Ҡартабыҙҙа күп төрлө һыу ҡоштары оя ҡора, үрсей.

Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең русса Картабыз атамаһының килеп сығыуы былай аңлата: От древних тюркских мужских имен Картабыз и Картак, где карт — «старый», «старец», абыз — «ученый», «просвещенный», или просто «грамотный» человек (из арабского хафиз — «защитник»).[5][6].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Картабыз (озеро) 2018 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған.
  3. РФ һыу реестры: Ҡартабыҙ.
  4. Картабыз
  5. Шувалов Курга// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  • Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7