Кесе Һарыкүл

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Кесе Һарыкүл
Дәүләт
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Кесе һарыкүл - рус.  Малый Сарыкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Эткүл районындағы күл.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кесе Һарыкүл Силәбе өлкәһенең Эткүл районында урынлашҡан, Ҡаратабан ауылынан 1,5 км алыҫлыҡта. Был төбәк Көнбайыш Себер уйһыулығының көнбайыш сиге, урман-дала зонаһына инә.

Географические координаттары: киңлеге - 54°41′58″N (54.699534), оҙонлоғо - 61°36′49″E (61.61351)[2]

Ярындағы тораҡ пункт - Һарыкүл ауылы [3].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кесе Һарыкүл оҙонса соҡорло, көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған.

Уртаса тәрәнлеге - 0,5 м. Максималь тәрәнлеге - 2м. Майҙаны - 24,4 км² (БС буйынса кимәленең абс. билдәһендә - 205,5 м). Һыу массаһы күләме 12,1 млн м³. Һыуйыйғыс майҙаны ҙур ғына - (219 км²).

Һыуы бик үтәҙек түгел, болғансығыраҡ.

Ярҙары түбән һәм һөҙәк, ситтәре һаҙмырт. Һыу көҙгөһөнөң күпселек өлөшөн (95%) менән ҡапланған бата төшкән үҫемлектәр менән ҡапланған.

Торғон күл, һыу балансы буйынса ямғыр менән тулыланып, һыуы быуланып китеп торған ятҡылыҡтарға ҡарай.

Һыуы тоҙ тәме итә (минераллашыуы 6,5 г/л), хлоридлы-натрийлы, бик ҡаты. Рыбалка на озере: карась, карп, чебак, окунь, щука, пелядь

Тупрағы — һелтеле һәм ябай ҡара тупраҡ, тоҙло урындар бар.

Төбө тигеҙ, ҡеүәтле сапропель ятҡылыҡтары менән ҡапланған, органик һәм минераль матдәләргә бай. Улар медицинала, ветеринарияла, аҙыҡ өҫтәмәләре, ашлама сифатында ҡулланыла ала[3].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл тирәһен дала үҫемлектәре һәм уның ҡайын урмандары ҡаплаған. Күл ярҙары ҡуйы ҡамышлыҡ менән ҡапланған.

Күлдә һыу ҡоштары, шул иҫәптән күсеп йөрөй торған төрҙәре күп - һунар рөхсәт ителгән. Бай орнитофаунаһы иҫәбенән - өйрәктәр, ҡаҙҙар, аҡсарлаҡтар, көйөлдөләр һәм башҡа һыу ҡоштары оя ҡора[3].

Күлдә алтынһыу табан, сабаҡ үрсетелә; алабуға, суртан тереклек итә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һарыкүл - башҡорт тамырлы икәне күренеп тора - "һары" һәм "күл" һүҙҙәренән яһалған. Урыҫ телендә Сари-Куль, Сир-Куль, Сыровое, Сыровское тигән боҙолған варианттары ла осрай, тип яҙа Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә[4][5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Малый Сарыкуль
  3. 3,0 3,1 3,2 Озеро Малый Сарыкуль//Энциклопедия Челябинской области
  4. Шувалов Курга// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]