Шәүәлеш (күл)
Шәүәлеш (рус. Шаблиш) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.
Этимологияһы
Күлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: "Вероятнее всего, от башкирского мужского имени Шаблиш, с основой шабл или шабле, и имяобразующим аффиксом -ш, -ыш, -ищ". Йәғни, атаманың был аңлатмаһы Шәүәли (рус. Шавали) тигән башҡорт ир-ат исеменә иң яҡыны [2][3].
Географияһы
Шәүәлеш күле Кәҫле районының көнсығыш өлөшөндә Свердловск өлкәһе сигендә урынлашҡан. Йыраҡ түгел Бәғерәк һәм Исток йылғалары аға. Бәғерәк һәм Шәүәлеш ауылдарына яҡын.
Күл эргәһендә урынлашҡан ваҡ күлдәр күп: Травяное, Ҡуяныш, Юлаш, Червяное, Тығыш, Оло Һуңкүл һәм Оло Ҡояш теҙелеп киткән[4].
Тасуирламаһы
Һыу көҙгөһө майҙаны - 30,3 км². Яр һыҙаты оҙонлоғо - 24 км. Уртаса тәрәнлеге - 2 м. Иң тәрән урыны - 5 м.
Һыуы ағып тора. Исток йылғаһы унан баш ала.
Төбө башлыса ҡомло-ҡырсынташлы. Һыуы сөсө[5].
Экологияһы
Күлдең көнбайыш яр буйы Көнсығыш-Урал радиоактив эҙе биләмәһе менән сиктәш. Был эҙ 1957 йылда «Маяҡ» химкомбинатында (Озёрск ҡалаһы) ҡалдыҡтар атмосфераға сыҡҡандан һуң ҡалған. Рәсми мәғлүмәт буйынса — радиация фоны хәҙерге ваҡытта норманан артмай. Ләкин ХХ быуаттың икенсе яртыһында күл буйында булыу һәм балыҡ тотоу тыйылған булған [5].
Галерея
Файл:Закат на озере шаблиш - panoramio.jpg Шәүәлештә эңер шәфәғе |
Шулай уҡ ҡара
Иҫкәрмәләр
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов Н.И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
- ↑ 1 2 ОЗЕРО ШАБЛИШ
Сығанаҡтар
- Шувалов Н. И. Шаблиш // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]</ref>
- ОЗЕРО ШАБЛИШ [2]