Үрге Ирәмәл һыуһаҡлағысы
Ирәмәл һыуһаҡлағысы - рус. Иремельское водохранилище - йәки Үрге Ирәмәл һыуһаҡлағысы — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең һәм Башҡортостандың Үрге Ирәмәл йылғаһындағы яһалма һыу ятҡылығы [2]
Географияһы
Мейәскә тиклем араһы – 30 км, Силәбегә – 130 км, Өфөгә – 260 км.
Координаттары: 54°51'16"N 59°52'37"E
Үрге Ирәмәл йылғаһы ҡушылған урында - көньяҡ-көнбайышта бәләкәй генә Красный ҡасабаһы ята, төньяҡта, һыуһаҡлағыс эргәһендә Осьмушка ҡасабаһы һәм дача ҡасабабалары урынлашҡан.
Һыуһаҡлағыс Мейәс йылғаһының һул ҡушылдығы Үрге Ирәмәл (Ирәмәл) йылғаһы ҡойған урында барлыҡҡа килтерелгән. Ул төньяҡ-көнбайышта Үрге Ирәмәл ауылы янында баш ала, Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең сиге буйлап аға һәм Мейәс тамағынан 619 км алыҫлыҡта Ирәмәл һыу ятҡылығына айырым шишмәләр булып тармаҡланып барып ҡоя [3].
Тасуирламаһы
Мейәстән 25-30 км өҫтәрәк, көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм ҡаланың төп эсәр һыу сығанағы булып ҡала [2] Һыу көҙгөһө майҙаны — 6,1-6,6 [2] км² (төп өлөшө Мейәс ҡала округына, көньяҡ өлөшө — Учалы районына инә). Һыу күләме — 43,1 млн м³ (382 м нормаль баҫым кимәлендә)[2]. Тәрәнлеге 5 метрға тиклем. Үрге Ирәмәл һыуһаҡлағысы төньяҡ-көнсығыштан бейек тупраҡ ур (дамба) менән быуылған [2]. Файҙалы һыу менән тәьмин итеүе - йылына 12.3 млн м³ [3]
Һыуы таҙа, үтәҙек, минералдары әҙ [3].
Флораһы һәм фаунаһы
Видео
Шулай уҡ ҡара
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 1 2 3 4 5 Иремельское водохранилище 2017 йылдың 6 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Верхне-Иремельское водохранилище 2019 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
- Верхне-Иремельское водохранилище [1] 2019 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
- Иремельское водохранилище [2] 2017 йылдың 6 декабрь көнөндә архивланған.
- УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия [3]