Һыуығаяҡ (күл)
Һыуығаяҡ (рус. Сугоя́к - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Лазурный районындағы күл.
Этимологияһы
Күл атамаһының аныҡ ҡына этимологияһы билдәле түгел. Башҡорт телендәге «Һыу» йәки «һыуыҡ» һәм «аяҡ» тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тигән фараз йәшәй. Йәғни, был аяҡ һыуланыу йәки аяҡ өшөү менән бәйле булыуы ихтимал [2]
Географияһы
Һыуығаяҡтан өлкә үҙәге Силәбегә тиклем – 30 км, Екатеринбургҡа – 200 км.
Географик координаттары - оҙонлоғо: 61°43′40.78″E (61.727995), киңлеге: 55°22′35.74″N (55.376595) [3].
Тасуирламаһы
Түңәрәк рәүешле, күлдең һыу көҙгөһө һуҙымы 4.8/ 3.2 км, уртаса тәрәнлеге 3 – 5 м, максималь (соҡорло урындар) - 7.5 метрға тиклем. Майҙаны — 13,4 кв. км. максималь тәрәнлеге — 7 метр, уртаса — 4 метр, күлдәге һыу күләме 53,6 миллион куб. м.
Сөсө һыулы, шишмәләр күп ҡоя. Һыуҙың үтәҙеклеге - 1,5 метр.Һыуы ярайһы саф.
Төбө ҡомло-ләмле. Башҡа һыу ятҡылыҡтары менән тоташмаған. Эвтроф сифатлы.
Күл буйында ял базалары, шулай уҡ тораҡ пункттар күп[4].
Флораһы һәм фаунаһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Озеро Сугояк (Челябинская область) 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған.
- ↑ СУГОЯК
- ↑ Рыбалка в Челябинской области - Озеро Сугояк. fishingchel.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2016.
- ↑ Озеро Сугояк Челябинской области. reki-ozera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2016.
Сығанаҡтар
- Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
Һылтанмалар
- Озеро Сугояк (Челябинская область)[1] 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған.
- СУГОЯК [2]
- Озеро Сугояк [3] 2019 йылдың 28 март көнөндә архивланған.