Сыбаркүл (күл, Силәбе өлкәһе)

Сыбаркүл  — Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы күл. Уның янында Сыбаркүл ҡалаһы ҡалҡып сыҡҡан[2].Күлдең майҙаны 19,8 км², бассейны майҙаны — 169 км²[2]. Күлдең атамаһы башҡорт теленән ингән, сыбар (разношёрстный, пёстрый) аңлата.[3].Быны күлдең өҫтө ваҡ тулҡынлы булып тороуы менән дә, төбөндәге батҡаҡтың төрлө төҫтә булыуы менән дә, урауҙар менән сыбарланып тороуы менән дә аңлаталар.

Күлдә күп һанлы урман менән ҡапланған утрауҙар бар.Ярымутрауҙар — Крутик, Марьин, Сосновый, Семерик, Букаевка һәм бер нисә утрау (арал) — Голец, Кораблик, Копейка, Два Брата (два острова), Липовый[4][5]. Күл буйында ял йорттары, шифаханалар бар.

Көньяҡ Уралда Сыбаркүл тигән күлдәр бер нисә, быныһы - иң ҙуры һәм Сыбаркүл күлдәр системаһына исем биргән.

Көньяҡ Урал тауының көнсығышҡа ҡараған итәгендә 319,9 метр бейеклектә урынлашҡан[4]Һыу кимәле күтәрелеүе 1,25 метрҙан ашмай, ноябрь баштарында туңа, май баштарында асыла. Һыуы яуым-төшөм, төбөнән сыҡҡан шишмәләр иҫәбенә тулылана[6]. Минералләшеүе — литрына 0,3679 грамм.

Күлгә Еловка, Кудряшевка, Ҡондорша йылғалары ҡоя [4]. Күлдән Ҡойылға ағып сыға (Обь бассейны). В озере и на берегу есть действующие источники с родниковой водой.

Сыбаркүлдә төрлө балыҡ күп, шуға бында йылдың ҡайһы ваҡытында ла балыҡсыларҙы күрергә була.

Метеорит

2013 йылдың 15 февралендә күлгә метеорит төшә[7].

Метеорит ямғырынан ярҙан саҡрым ярым алыҫлыҡта боҙҙа 8 метр диаметрлы уйым барлыҡҡа килә. Полиция был тирәне уратып ала[8].2013 йылдың 16 февралендә килгән МЧС водолаздары һыу төбөндәге ҡалын батҡаҡ аҫтында бер ни ҙә таба алмай[9].

16 февралдә Сыбаркүлгә Ураль федераль университетынан Метеориттар буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы йүнәлтеүе буйынса киләләр[10] Полиция ебәрмәй тороуға ҡарамаҫтан[10][11][12], Ларионов төркөмө уратылған зонанан тышта 53 метеорит һынығы табалар[10][13][14]. Артабан водолаздар күл төбөндә ҙур киҫәк һәм вағыраҡтарын таба.

2013 йылдың 16 октябрендә күлдән 570 кг тартҡан иң ҙур метеорит киҫәген күтәрәләр, ул Силәбенең Крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана [15].

Шулай уҡ ҡара

  • Кунашак (метеорит)

Иҫкәрмәләр

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 1 2 Озеро Чебаркуль. Государственный водный реестр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.
  3. Главный портал города Чебаркуля
  4. 1 2 3 Лист карты N-41-37 Миасс. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1997 г.
  5. Карта бите N-41-37-B. Масштаб: 1 : 50 000.
  6. [ Чебаркуль (озеро)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  7. Кисә иртәнсәк Силәбе өлкәһе өҫтөндә метеорит шартлаған. Уның күк йөҙөн яҡтыртып осон үткәнен Башҡортостан халҡы ла күргән. 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
  8. На озере Чебаркуль упали метеориты. ГУ МВД России по Челябинской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года. 2013 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
  9. Водолазы не нашли обломков метеорита в озере Чебаркуль 2013 йылдың 18 февраль көнөндә архивланған.
  10. 1 2 3 На поиски обломков метеорита собирают большую экспедицию из ученых, студентов и туристов Но самый главный уже могли вывезти «черные копатели» (20 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2013 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған.
  11. [=http://ria.ru/science/20130217/923384188.html#ixzz2LCAEh2vk Сыбаркүл янында метеорит фрагменттары табыла]. РИА Новости (17 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2013.
  12. Пресс-конференция "Угроза из космоса: готовы ли ей противостоять земляне". РБК (18 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года. 2013 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
  13. Охота за метеоритом. Интерфакс (19.02.13 12:39). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2013.
  14. Елена Сидоренко. «Уже сделали химический анализ». ВЗГЛЯД.РУ (18 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.
  15. Водолазы подняли из озера Чебаркуль фрагмент метеорита массой 4,8 кг. mail.ru (27 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2013. 2013 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.

Топографик карталар

  • Лист карты N-41-37 Миасс. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1997 г.

Сығанаҡтар

  • [ Чебаркуль (озеро)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Чебаркуль, озеро. Naurale.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.

Категориялар