Һөйөндөк (исем)
| Викидата элементы юҡ |
Һөйөндөк — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
Һөйөндөк — «һөйөнөү» һүҙенән (көтөп алған балаға ҡушылған исем).[1].
Билдәле кешеләр
Сәйетов Һөйөндөк Сәхи улы (10 декабрь 1934 йыл — 26 март 2020 йыл) — башҡорт театр белгесе, тәнҡитсе, драматург. РСФСР-ҙың (1987), Башҡорт АССР-ының (1979) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Фамилия
Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы (20 сентябрь 1960 йыл) — ғалим-эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (2012) һәм Рәсәй Тәбиғәт ғилеме академияһының мөхбир ағзаһы (2011), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).
Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы (22 апрель 1935 йыл), хеҙмәт ветераны. 1960—1994 йылдарҙа бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ауылдар
Һөйөндөк (рус. Суюндюково) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Почта индексы — 452668, ОКАТО коды — 80207864004.
Һөйөндөк (рус. Суюндюково) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл. Почта индексы — 452393, ОКАТО коды — 80234844003.
Һөйөндөк (рус. Суюндюково) — Башҡортостандың Шаран районында 2012 йылға тиклем булған ауыл. 2012 йылдың 30 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы законы (№ 497-з) менән ауыл бөтөрөлгән һәм иҫәп яҙыуынан алынған.
Һөйөндөк — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 117 кеше[1]. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820009.
Сөйөндөк, (Һөйөндөк, татар. Сөендек, рус. Суюндук) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ