Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы
Зәкиә Абдулла ҡыҙы Әхмәрова (рус. Закия Абдулловна Ахмерова; 1919 йылдың 13 марты, Яңы Йәнбәк, Ҡаҙырғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы) — 2006 йылдың 22 июне, Салауат, Башҡортостан Республикаhы) — совет театр актёры. 1940—1990 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1958).
Биографияһы
1919 йылдың 13 мартында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе[1] Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. 1940 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлай. 1940 йылдан 1990 йылға тиклем — Салауат башҡорт драма театры актёры.
2006 йылдың 22 июнендә Салауат ҡалаһында вафат була[2].
Ижады
Зәкиә Абдулла ҡыҙы үҙенең ижад ғүмерендә тиҫтәләгән сағыу образдар тыуҙырған. Бик күп спектаклдәрҙә төп ролде башҡара, шул иҫәптән: Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» музыкаль драмаһында — Сәрби; Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» драмаһында — Шәмсинур; Кәрим Тинчуриндың "Зәңгәр шәл"ендә — Хәҙисә; Мостай Кәримдең «Айгөл иле» спектаклендә — Йөҙөм ханым; Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса (Лек Вәлиевтың шул исемле спектакле) — Рәхимә.
Шулай уҡ сит ил яҙыусылары әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнай (Химонкори «Ганга ҡыҙы», Рабиндранат Тагор «Һәләкәт»). Ролдәрен һәр саҡ милли һыҙат менән үреп алып бара һәм нескә хис, тәрән психологизм менән башҡара.
Сынғыҙ Айытматов, Әсғәт Мирзаһитов, Мөхәммәт Хәйҙәров әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә әсә образдарын, ҡапма-ҡаршы йүнәлешле булыуҙарына ҡарамаҫтан, сағыу һәм тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп асып бирә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1958)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы
- ↑ 1 2 3 С. С. Саитов. Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Сабитов М. А. Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры: очерктар. Өфө, 1993 йыл.
Һылтанмалар
- С. С. Саитов. Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.