Әһлетдин Биктуғанов

Әһлетдин Биктуғанов (1705—1774) — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Мулла.

Биографияһы

Әһлетдин Биктуғанов сығышы менән Себер даруғаһы Ҡыр-Танып улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Ҡайпан ауылы башҡорттарынан. Старшина булып хеҙмәт итә[1].

1773 йылдың октябренән — 1774 йылдың беренсе яртыһына тиклем Әһлетдин Биктуғанов Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында баш күтәреүселәр менән етәкселек итә[2].

1774 йылдың яҙы һәм йәйендә Өфө провинцияһының Бөрө ҡалаһын алыуҙа, О. И. фон Дуве командалағында батша ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[2].

1774 йылдың июлендә Йомаҡай Асҡаров, Әҙиғот Темәсов, Рахманғол Иртуғанов, Ғәбдесәләм Рәмзин менән бергә Әңгәсәк заводын һаҡлаусы хөкүмәт отрядына ҡаршы һуғыша[1].

1774 йылдың сентябрендә Әһлетдин Биктуғановтың отряды Салауат Юлаев ғәскәренә ҡушыла. Батша хөкүмәтенә тоғро ҡалған башҡорт старшиналары менән баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәшмәүҙе һорап һөйләшеүҙәр алып бара[2].

1774 йылдың октябрь аҙағында әсирлеккә эләгә. Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була. Үлем язаһына хөкөм ителә, әммә ул тән язаһы менән алыштырыла[2].

1774 йылда Ҡазан төрмәһендә вафат була[2].

Әҙәбиәт

  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  • Кулбахтин Н. М. Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. — Уфа, 1984.
  • Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.