Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улы

Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улы (рус. Аглиуллин Хамит Шамсутдинович, 20 март 1919 йыл — 15 октябрь 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, өлкән сержант, уҡсылар полкының отделение командиры, политрук урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943). ВКП(б) ағзалығына кандидат[3][4][5].

Биографияһы

Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улы 1919 йылдың 19 мартында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Өйҙөрәкбаш ауылында[1] тыуған. Милләте буйынса татар. Мәктәптән һуң Благовар районының Фрунзе исемендәге колхозында эшләгән[6].

1939 йылда Башҡорт АССР-ының Благовар район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырылған.

Батырлығы

1943 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышында, Үҙәк фронтта дошманға ҡаршы алыша. 65‑се армияның 106‑сы уҡсылар дивизияһы 43‑сө уҡсылар полкының саперҙар отделениеһы командиры була. Алыштарҙа даими шәхси ҡаһармалыҡ күрһәтә, отделениеһы менән һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта һуғыша.

1943 йылдың 15 октябрендә Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев ҡала ҡасабаһы яныныда Днепр йылғаһын аша сыҡҡан саҡта батырлыҡ күрһәтә. Өлкән сержант Әһлиуллин отделениеһы дошмандың көслө уты аҫтында йылғаның уң яҡ ярындағы плацдармды баҫып алыуҙа, тотоуҙа һәм киңәйтеүҙә ҡатнаша. Ауыр мәлдәрҙә бөтә подразделение өсөн боеприпастар ташый. Был алышта ул батырҙарса һәләк була. батырҙарса . Башта яу ялынында, Лоев ҡасабаһынан ике километр көньяҡ-көнсығыштараҡ, Днепрҙың уң ярында ерләнә. Һуңыраҡ Лоев ҡасабаһындағы туғандар ҡәберлегендә күсерелә[4][5].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 октябрендәге Указы менән өлкән сержант Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улына үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, «Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены менән бүләкләнә. Шулай уҡ 1943 йылдың 15 октябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән[7].

Наградалары

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Хәҙерге Благовар районы, Башҡортостан
  2. Хәҙерге Беларусь
  3. И.Ғ.Кәримова, тәржемәсе М.Х.Хужин. Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 1 2 Информация из донесение о безвозвратных потерях  (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
  5. 1 2 Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улы. «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
  6. Наградной лист. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2024. Архивировано 8 февраль 2012 года.
  7. 1 2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 1, л. 196, 197)
  8. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2011, л. 1, 3, 4)

Сығанаҡтар

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар