Абдуллин Тимерйән Ғабдрахман улы
Тимерйән Ғабдрахман улы Абдуллин (рус. Абдуллин Тимерьян Габдрахманович; 1926 йылдың 16 декабре, Туҡтағол, Башҡорт АССР-ы — 2022 йылдың 12 авгусы) — совет микробиолог-эпидемиолог-ғалимы, хәрби табип, медицина хеҙмәте генерал-майоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1984—1991 йылдарҙа СССР Оборона министрлығының Микробиология ғилми-тикшеренеү институты начальнигы. Медицина фәндәре докторы, профессор. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1982).
Биографияһы
Тимерйән Ғабдрахман улы Абдуллин 1926 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы (хәҙер Туймазы районы) Туҡтағол ауылында күп балалы ғаиләлә һуңғы, туғыҙынсы бала булып тыуа. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөнөң финанс-иҡтисади техникумына уҡырға инә, әммә уҡыу йылы ла тамамланып өлгөрмәй, һуғыш башлана. 1941 йылдың көҙөндә ул уҡыған техникум ябыла. Шул саҡта 17 йәше лә тулмаған егеткә армияға алыныуы тураһында повестка килә. Барлыҡ яңы алынған һалдаттар хәрби әҙерлек уҙырға тейеш була, Тимерйән дә Ырымбур өлкәһенә снайпер мәктәбенә ебәрелә[1].
1944 йылда снайперҙар мәктәбен тамамлағандан һуң, Балтик буйы һәм 4-се Украина фронттарында һуғышта ҡатнаша. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына менән бүләкләнә.
1948 йылдан 1953 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында уҡый, яҡшы уҡыуғаны өсөн Сталин стипендияһына лайыҡ була. Хәрби-медицина академияһында уҡыу менән бер үк ваҡытта Сит ил телдәре хәрби институтының ситтән тороп уҡыу бүлегендә инглиз теле кафедраһында уҡый[2][3][4].
1954 йылдан алып фәнни бүлектә кесе ғилми хеҙмәткәр, 1960 йылдан — ғилми хеҙмәткәр, 1961 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1969 йылдан — начальник урынбаҫары һәм 1974—1982 йылдарҙа етәксе. 1982 йылдан был институттың фәнни эштәр буйынса начальник урынбаҫары һәм 1984—1991 йылдарҙа СССР Оборона министрлығының Микробиология ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе[3][4].
Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге һәм фәнгә индергән өлөшө
Тимерйән Ғабдрахман улының төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге микробиология һәм эпидемиология, чуманы ҡуҙғытыусы биологияны өйрәнеү менән бәйле, уның етәкселегендә СССР Оборона министрлығының Микробиология ғилми-тикшеренеү институтында ген инженерияһы өлкәһендә, шул иҫәптән молекуляр биологияла асыштар яһала, был асыштың нигеҙе булып хромосомаларҙа гендарҙың төрлө төрҙәренең яңы ярашыуҙарын конструкциялау тора, был асыш төрлө хәүефле сирҙәргә, шул иҫәптән чума, себер язваһы, бруцеллёз һәм туляремияға ҡаршы диагностик препараттар һәм вакцина штаммдары булдырырға мөмкинлек бирә. Уның етәкселеге аҫтында чума микробының үҙ плазмидалары булыу буйынса тикшеренеүҙәр һәм ауырыу ҡуҙғытыусының мөһим билдәләрен асыҡлау үткәрелә[2][3][4].
1961 йылда «медицина фәндәре кандидаты», 1980 йылда «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертациялар яҡлай.
Т.Ғ. Абдуллин йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, егерме һигеҙ уйлап табыу һәм «йәшерен» грифы аҫтында егерме алты асыш авторы. Уның етәкселегендә ун һигеҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.
1982 йылда ябыҡ ҡарар менән СССР Дәүләт премияһы бирелә[3][4].
2022 йылдың 12 авгусында вафат була[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1966);
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены (1991);
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945);
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1954);
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945);
- «Совет Армияһы һәм Флотының 30 йыллығы» миҙалы (1949);
- СССР Дәүләт премияһы (1982)[2][3][4][6][7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Тимерьян Абдуллин: о жизни, войне и медицинской службе. Правительство Кировской области.Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026.
- ↑ 1 2 3 Абдуллин Тимерьян Габдрахманович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2021.
- ↑ 1 2 3 4 5 Микешина К. Н., Загоскин Д. И. [Научная деятельность профессора Тимерьяна Габдрахмановича Абдуллина — пример высокого призвания и верного служения науке] / Гистология, клиническая и экспериментальная морфология: сборник трудов второй научно-практической конференции посвященной 30-летию Кировского ГМУ // Под ред. Н. К. Мазиной,- Киров: Кировский государственный медицинский университет, 2017. — 111 с
- ↑ 1 2 3 4 5 История и современность: 1928—2008. 48-й Центральный научно-исследовательский институт Министерства обороны России / Медведев Н. П., Погорельский И. П., Черкасов Н. А., Сапрыкин В. М. и др. — Киров: ОАО «Кировская областная типография», 2008. — 648 с
- ↑ 12 августа 2022 года ушёл из жизни доктор медицинских наук, профессор кафедры гистологии, эмбриологии и цитологии Тимерьян Габдрахманович Абдуллин. Кировский ГМУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026.
- ↑ Абдуллин, Тимерьян Габдрахманович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2021. 2018 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Абдуллин, Тимерьян Габдрахманович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2021. 2022 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- История и современность. 1928—2008. Федеральное государственное учреждение «48-й Центральный научно-исследовательский институт Министерства обороны России» / Медведев Н. П., Погорельский И. П., Черкасов Н. А., Сапрыкин В. М. и др. — Киров: ОАО «Кировская областная типография», 2008. — 648 с.