Айыукүл

Айыукүл[2] — Рәсәйҙә Башҡортостандың Архангел районындағы карст күле.

Ләмәҙе йылғаһы буйында, Үрге Ләмәҙ ауылынан яҡынса 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Йәйгеһен һаҙлыҡлы карст соҡоронан ғибәрәт, яҙын ҡар һыуҙары менән тулыланып таша.

Күл атмосфера яуым-төшөмө, ҡар һыуҙары, шишмәләр менән һуғарыла, урман менән уратып алынған. Тирә-яғында ҡайын, уҫаҡ, саған, кесерткән үҫә.

Күлдә табан балыҡ, алабуға бар. Тирә-яҡ урманда ҡабан, төлкө, мышы, һеләүһен, тәгәрлек һ. б. йәшәй.

Карст күле үҙенсәлеге һәм тәбиғәт ландшафтының матурлығы арҡаһында Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына ҡарай.

Топонимикаһы

Күлдең атамаһы айыу һәм күл тигән башҡорт һүҙҙәренән килеп сыҡҡан[3].

Иҫкәрмәләр