Аманбай Торошев
Аманбай Торошев | |
---|---|
Тыуған көнө | билдәһеҙ |
Тыуған урыны | билдәһеҙ |
Вафат булған көнө | билдәһеҙ |
Вафат булған урыны | билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны |
![]() |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары |
![]() |
Хәрби звание | прапорщик (1813) |
Хәрби алыш/һуғыштар |
1812 йылғы Ватан һуғышы, Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814) |
Награда һәм премиялар |
Аманбай Торошев — хәрби эшмәкәр. Зауряд-сотник. 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
Аманбай Торошев Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Килсенбай (Һыҙғы) ауылында йәшәгән.
1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[1][2].
Аманбай Торошев 1-се Башҡорт полкы составында Рәсәй империяһы, Саксония, Пруссия, Голландия һәм Франция территорияларындағы хәрби операцияларҙа ҡатнаша. 1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[3]. 1813 йылдың 10 ноябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша.
1814 йылдың мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша.
Бүләктәре
- Изге Георгий хәрби орденының батырлыҡ билдәһе
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы
- «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 4. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н. 1-й Башкирский полк в Отечественной войне 1812 года // Бородино и наполеоновские войны. Битвы. Поля сражений. Материалы II Международной научной конференции, посвященной 195-летию Бородинского сражения (Бородино, 3-5 сентября 2007 г.) / Сост. А.В. Горбунов. — Можайск, 2008. — 408 с..
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
Әҙәбиәт
- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов/ сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Сулейманов Ф. М., Утягулов Р. И. Азаматы Сакмары и Яика: Юго-восточный Башкортостан в войнах России против наполеоновской Франции. — Сибай, 2012. — 133 с. — ISBN 978-5-905062-33-9.
- Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 70. — 648 с. — ISBN 978-5-88185-243-6.