Бабков Вадим Васильевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Вадим Васильевич Бабков
Вадим Васильевич Бабков.jpg
Тыуған көнө 20 март 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Иркутск өлкәһе
Зимин районы
Кимильтей ауылы
Вафат көнө 16 ғинуар 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (87 йәш)
Вафат урыны Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Эшләгән урыны Өфө дәүләт нефть техник университеты
Ғилми дәрәжәһе техник фәндәр докторы[d][1] (1990)
Ғилми исеме профессор
Награда һәм премиялары

Бабков Вадим Васильевич (20 март 1935 йыл, Иркутск өлкәһенең Зимин районы Кимильтей ауылы16 ғинуар 2023 йыл, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы) — төҙөүсе-инженер-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1962 йылдан Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство институты хеҙмәткәре, 1978 йылдан — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. 1983—2023 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры[2].

Вадим Васильевич Бабков 1935 йылдың 20 мартында хәҙерге Иркутск өлкәһенең Зимин районы Кимильтей ауылында тыуған[2].

1958 йылда Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институтын «күперҙәр һәм тоннелдәр» һөнәре буйынса тамамлай һәм үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо юғары уҡыу йортонда өлкән лаборант булып башлай[3].

1962 йылдан — Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство институты өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1966 йылдан — сектор етәксеһе урынбаҫары, 1968 йылдан — лаборатория етәксеһе, 1978 йылдан — институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары[4].

1967 йылдың июнендә «Фотоупругие датчики для исследования деформации строительных конструкций» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, ошо йылдың октябрендә уға «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһе бирелә, ә 1971 йылдың июнендә «материалдар ҡаршылығы һәм төҙөлөш механикаһы» һөнәре буйынса өлкән ғилми хеҙмәткәр ғилми дәрәжәһендә раҫлана[4].

1971 йылдың 27 сентябренән төп хеҙмәте менән бер рәттән Өфө нефть институтының «төҙөлөш конструкциялары» кафедраһында доцент, ә 1971 йылдың декабренән — кафедра мөдире урынбаҫары вазифаһында эшләй[4].

1976 йылдың 26 мартында Юғары аттестация комиссияһы ҡарары менән уға «доцент» ғилми исеме бирелә[4].

1983—2023 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университе уҡытыусыһы[3]. 1983 йылдың ноябрендә «төҙөлөш конструкциялары» кафедраһы доценты вазифаһына һайлана[4].

1990 йылда, «техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Физико-механические аспекты оптимизации структуры цеметных бетонов» темаһына диссертация яҡлай. 1991 йылдың ноябрендә «профессор» итеп һайлана[4].

1992 йылдың 22 октябрендә Рәсәй Федерацияһы Фән, юғары мәктәп һәм техник сәйәсәт министрлығының Юғары мәктәп буйынса комитеты ҡарары менән уға «профессор» ғилми исеме бирелә[4].

1992 йылдың ғинуарынан 2002 йылдың сентябренә тиклем «төҙөлөш конструкциялары» кафедраһы мөдире булып эшләй[2]. Артабан ғүмеренең ғуңғы көндәренәсә профессор вазифаһында эшен дауам итә[4].

Ғалим 2023 йылдың 16 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була[2][3].

Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• Структурообразование и разрушение цементных бетонов. Уфа, 2002 (соавт.)
• Утилизация осадков сточных вод гальванических производств. М., 2003 (соавт.)
• Организационно-экономические аспекты формирования программ капитального ремонта многоквартирных домов старой массовой застройки в крупных городах (на примере г.Уфа). Уфа, 2018 (соавт.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003)[2]
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995)[2]

Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». А. А. Семёнов. БАБКОВ Вадим Васильевич. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 21.11.2024  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 март 2025)
Министерство строительства и архитектуры Республики Башкортостан. Официальный сайт. Ушел из жизни известный ученый, заслуженный строитель РФ, заслуженный деятель науки РБ Вадим Бабков. 16 января 2023 года  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 март 2025)
Страница УГНТУ в ВК. 20 марта исполняется 85 лет Вадиму Васильевичу Бабкову  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 март 2025)