Баймырҙин Хәмит Хәйербара улы

Баймырҙин Хәмит Хәирбара улы (рус. Баймурзин Хамит Хаирварович; 1955 йылдың 8 феврале, Бикбулат, Башҡорт АССР-ы) — педагог-ғалим, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006—2011 йылдарҙа ул саҡтағы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры. 2011 йылдан Ишембай нефть колледжы директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2009). Спорт ориентирлашыуы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1984).

50-нән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән бер нисә монография һәм уҡыу әсбабы авторы. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.

2025 йыл мәғлүмәттәре буйынса — Ишембай нефть колледжы директоры[2], Ишембай районының алтынсы саҡырылыш мниципаль район советы депутаты («Берҙәм Рәсәй» партияһы, 10-сы һайлау округы)[3][4].

Биографияһы

Хәмит Хәирбара улы Баймырҙин Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Бикбулат ауылында тыуған[5].

Мораҡтың 2-се урта мәктәбендә уҡый.

1977 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай.

1990—1993 йылдарҙа — Ҡазан дәүләт педагогия институтының көндөҙгө аспирантураһы аспиранты.

1977—1981 йылдарҙа Күгәрсен районы 1-се Юлдыбай урта мәктәбенең физика һәм математика фәндәренән уҡыта.

1981—1988 йылдарҙа Стәрлетамаҡ физкультура йортоноң спорт ориентирлашыуы буйынса тренер-уҡытыусыһы булып эшләй.

1988—1990 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ педагогия институтының педагогика кафедраһы ассистенты, 1993—1996 йлылдарҙа — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының педагогика кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы.

1996—1997 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының аспирантура һәм кадрҙар әҙерләү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара.

1997—2001 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының педагогика кафедраһы доценты, 2001—2006 йылдарҙа БДУ-ның педагогика кафедраһы мөдире, профессор вазифаларын башҡара.

2006 йылдан 2011 йылдың февраленә тиклем — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының ректоры вазифаһын үтәй[6].

2011 йылдың 18 июленән Ишембай нефть колледжы директоры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы

Ғилми хеҙмәттәре

  • Башкирские народные традиции физического воспитания. — Уфа, 1995.
  • Тюркская народная педагогика физического воспитания : Дис. ... д-ра пед. наук : 13.00.01, 13.00.04 Казань, 2001 368 с. РГБ ОД, 71:02-13/61-X

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Рамазанов Рустем. Ишимбайский нефтяной колледж. www.ishnk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  3. Кандидат Баймурзин Хамит Хаирварович на праймериз Единой России 2024 (билдәһеҙ). election.gogov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  4. Избирательный округ № 10 (билдәһеҙ). sovet.ishimbai.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  5. К. Ш. Әхиәров. Баймырҙин Хәмит Хәирбара улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  6. Сайт «Образование в Уфе и Республике Башкортостан»