Баһауетдин Нәҡшбәнд

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
фарс. بهاء الدين النقشبند
ғәр. بهاء الدين النقشبند
Кемдә уҡыған Сайид Амир Кулаль[d]
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Ҡәбере һүрәте
Эшмәкәрлек төрө суфыйлыҡ
Заты ир-ат
Вафат булған урыны
Йәшәү рәүеше мистицизм[d]
Уҡыусылар Алауддин Аттар[d]
Вафат булған көнө 21 февраль 1390 (62 йәш)
Һөнәр төрө дин белгесе
Гражданлығы
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 30 ноябрь 1327
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Баһауетдин Мөхәммәт ибн Борһанетдин Мөхәммәт әл-Бохари (фарс. بهاءالدین نقش‌بند; йәки Баһауетдин Балогардон, март 1318, Бохаранан йыраҡ түгел Ҡәсри-Һиндуван (хәҙерге Ҡаған районы), Үзбәкстан — март 1389, шунда уҡ) — фарсы дин әһеле, шулай уҡ суфый уҡытыусы булараҡ та билдәле, мөһим урын тотҡан Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә (ғәмәлдә ул тәриҡәттең етенсе шәйехе булып тора).

Баһауетдин Бохаранан йыраҡ түгел Ҡәсри-Һиндуван ауылында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған[1]. Ғүмеренең күп өлөшөн ул Бохарала йәки уның эргәһендә уҙғарған.

Суфыйлыҡ менән ҡыҙыҡһыныу олатаһынан күскән. Бала сағында Нәҡшбәнд шәйех Мөхәммәт Баба Сәммәси тарафынан (ваф. 740/1339) рухи уллыҡҡа алына, һәм ул артабан белем биреүҙе уҡыусыһы Әмир Гүләлгә тапшыра. Артабан Баһауетдин бүтән билдәле шәйехтәрҙән дә белем ала.

Ҡушаматтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәҡшбәнд ҡушаматы — тажиксанан "нағыш туҡыусы " тигәнде аңлата. Баһауетдин Нәҡшбәнд, Хужаи Бузурғ һәм Шаһи Нәҡшбәнд булараҡ танылған.

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бохара янында Баһауетдин Нәҡшбәнд кәшәнәһе

Хәнәфи мәҙһәб тарафдары Баһауетдин Нәҡшбәнд 1389 йылдың мартында вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә.

Үлгәндән һуң Нәҡшбәнд әүлиә, шулай уҡ Бохараның ҡурсалаусыһы тип таныла. Уның ҡәбере өҫтөндә 1544 йылда мазар төҙөлә, ул Урта Азия мосолмандарының хаж ҡылыу урыны булып китә.

  1. Calendar of State Papers (инг.) // Letters and Papers Illustrative of the Reigns of Richard III and Henry VII / James Gairdner. — Cambridge: Cambridge University Press. — P. 433–435.
  • Naḳs̲h̲band / Algar, Hamid // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Eleven Principles Of The Naqshbandi Sufi Order
  • Omar Ali-Shah The Rules or Secrets of the Naqshbandi Order. — 1992. ISBN 2-909347-09-5