Бедренко Николай Васильевич
Никола́й Васи́льевич Бедре́нко (1923 йылдың 9 сентябре, Казанка, Ҡаҙанболаҡ ауыл Советы — 1985 йылдың 3 июле, Талгар, Алматы өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, һауа-десант батальоны сапёры, гвардия ефрейторы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Бедренко Николай Васильевич 1923 йылдың 9 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Казанка утарында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Казанка ауылы) тыуған[1]. Рус. Башланғыс белемле. 1945 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы. «Ҡаҫмарт» колхозында, Ейәнсура районының «Һарыҡсылыҡ» совхозында слесарь булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияға 1942 йылдың мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2].
1942 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышында. Воронеж, Төньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, 2-се Украина һәм 2-се Алыҫ Көнсығыш фронттарында һуғыша, Сталинград алышында, Украинаны, Молдавияны, Румынияны, Венгрияны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр ҡаты яралана, ике тапҡыр контузия (рус.)баш. ала[2].
Гвардия ефрейторы Н. В. Бедренко Тисасёллёш ҡалаһы районында (Венгрия) Тиса йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың 4-нән 5 ноябргә ҡарай төндә ул дивизияның разведчиктар төркөмөн Тиса йылғаһының көнбайыш ярына сығара. Кәмә йылға уртаһына етеүгә, уларға ҡаршы дошман пулемёты ут аса. Николай Бедренко, пулялар аҫтында манёвр (рус.)баш. яһап, кәмәһен ярға яҡынайта һәм, разведчиктар менән бергә сығып, һуғышта ҡатнаша. Һөҙөмтәлә фронт буйынса 600 метр һуҙымында траншеяларҙан дошман ҡыуып сығарыла, был полк составына йылға аша сығарырға һәм биләгән плацдармда нығынырға, уны киңәйтергә мөмкинлек бирә[2].
3-сө уҡсылар полкы һуғышсыларын йылға аша сығарғанда, мина шартлауы һөҙөмтәһендә кәмә түңкәрелә. Н. В. Бедренко йөҙөп кәмәне ярға алып сыға, һыуын түгә һәм, боҙло һыуға бер нисә төшөүенә ҡарамаҫтан, яугирҙарҙы һәм боеприпастар (рус.)баш. ташыуын дауам итә, төн эсендә утыҙ рейс яһай[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 28 апрелендәге Указы менән ефрейтор Николай Васильевич Бедренкоға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 7421)[3].
Н. В. Бедренко һуғышты Прагала тамамлай. 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда тарихи Еңеү Парадында, артабан 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнаша[2].
Демобилизцияланғандан (рус.)баш. һуң Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында йәшәй. 1950 йылда ул Ҡаҙағстанға, Алма-Ата өлкәһенең Талгар ҡалаһына күсеп бара, шофёр булып эшләй. 1985 йылдың 3 июлендә вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7421)
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
- Миҙалдар, шул иҫәптән:
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (04.06.1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (20.09.1944)
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияһын еңгән өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Николай Васильевич Бедренконың исеме Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль районының Иҙелбәк ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы һәм Талгар ҡалаһындағы урамдарға Бедренко исеме бирелгән; уға Иҫәнғолдағы Геройҙар аллеяһында һәм Медногорск ҡалаһында һәйкәлдәр ҡуйылған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Бедренко Николай Васильевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Н. В. Уфаркин. Бедренко Николай Васильевич. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Бедренко Николай Васильевич. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Рафиков З. По наказу отца//Славные сыны Башкирии. Кн. 3. Уфа, 1968.
- Золотые звёзды Оренбуржья: биографический справочник / В. П. Россовский; ред. Е. А. Урбанович; рец. У. А. Батыров, Н. М. Румянцев. — изд. 2-е, перераб. и доп. — Оренбург: ИПК «Южный Урал», 2005. — С. 310—311. — 595 с. — ISBN 5-94461-009-3.
- Оренбуржцы — Герои Советского Союза: библиографический указатель / Библиогр. отд.; сост. Н. А. Кузнецова. — 1. — Оренбург: Областная научная библиотека имени Н. К. Крупской, 1987. — С. 23. — 155 с.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои Страны» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)
- Проект Министерства обороны РФ «Память народа» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)
- Республиканский музей боевой славы. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)