Биографияһы

Грачёв Иван Николаевич 1903 йылда Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Үрге Углич ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл хужалығының етәксе хеҙмәткәрҙәре курсын тамамлап, шул уҡ райондың «Ҡарламан» совхозында сусҡа фермаһы мөдире булып эшләй, һуңынан Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районында 8 март исемендәге совхоз директоры урынбаҫары була[1].

1941 йылдың июлендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул уҡ йылдың сентябрендә — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1942 йылда ауыр яралана. Үҙәк фронттың 13-сө армия 74-се уҡсылар дивизияһы 78-се уҡсылар полкының отделениеһы командиры Иван Грачёв Днепр өсөн алышта батырлыҡ күрһәтә[2].

1943 йылдың 23 сентябрендә Грачёв үҙенең батальонында беренсе булып Белорус ССР-ының Гомель өлкәһе Брагин районы Комарин ҡасабаһы эргәһендә Днепр аша сығып һәм, дошманға 50 метр тирәһе яҡынлашып, уның оборонаһы тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр йыя һәм командованиеға еткерә, был Днепрҙы уңышлы кисеүгә булышлыҡ итә. Плацдарм өсөн яуҙа Грачёв яугирҙәрҙе үҙенең артынан эйәртә, шәхсән дошмандың ике пулемёт нөктәһен юҡ итә. һуғыштарҙың береһендә ауыр яралана һәм госпиталгә оҙатыла[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн» сержант Иван Николаевич Грачёв «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ була[3].

1943 йылдың 20 октябрендә госпиталдә вафат була, Украинаның Чернигов өлкәһенең Чернигов районы Ковпыта ауылында туғандар зыяратында ерләнә[2].

Шулай уҡ Ленин ордены менән бүләкләнә.

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Грачёв Иван Николаевичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының Сихонкин ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[4];
  • Грачёв исеме менән Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Үрге Углич һәм Ҡырмыҫҡалы, Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылдары һәм Чернигов өлкәһенең Чернигов районындағы Ковпыта ауылы урамдары аталған; Йәрмәкәй ауылында уға бюст ҡуйылған (1991)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Грачёв Иван Николаевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 Грачёв Иван Николаевич. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026.
  3. Грачёв Иван Николаевич. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 4. Уфа, 1979.