Денежкин Ташы (ҡурсаулыҡ)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Денежкин Ташы
Вид на Денежкин камень с горы Лысой
Вид на Денежкин камень с горы Лысой
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны78,2 мең га 
Нигеҙләнгән ваҡыты1946 йыл 
Идара итеүсе ойошмаРосприроднадзор 
Урынлашыуы
60°30′29″ с. ш. 59°29′35″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСвердловск өлкәһе
Яҡындағы ҡалаСевероуральск 

denkamen.ru
Рәсәй
Точка
Денежкин Ташы
Свердловск өлкәһе
Точка
Денежкин Ташы
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Денежкин Ташы (Денежкин Камень (заповедник) — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге ҡурсаулыҡ. 1946 йылда Свердловск һәм Пермь өлкәләре территорияһында ойошторола, уның майҙаны ул саҡта 135 мең гектар тәшкил итә. Территорияһы бер нисә тапҡыр кәмей ҙә, ҙурая ла. 1961 йылда ҡурсаулыҡ урынына дәүләт сәнәғәт хужалығы булдырыла. 1991 йылда яҡынса ике тапҡырға кәмерәк майҙанда ҡурсаулыҡ тергеҙелә. Пермь өлкәһенең участкалары (Уралдың көнбайыш битләүҙәре) ҡурсаулыҡҡа индерелмәй, айырыуса әһәмиәтле тәбиғәт комплекстары һаҡланған биләмәнән ситтә ҡала.

Ҡурсаулыҡтың майҙаны 78, 2 мең гектар, ул Төньяҡ Урал һәм Ивдель муниципаль берәмектәрендә урынлашҡан. Висим ҡурсаулығы менән бер рәттән ул Свердловск өлкәһенең берҙән-бер дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы булып тора. Шулай уҡ ул Рәсәйҙә бер үк ваҡытта Европала һәм Азияла урынлашҡан берҙән-бер тәбиғәт резерваты. Шул уҡ исемле тау исеме менән аталған.

Ҡурсаулыҡ 1946 йылда РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы указы менән ойошторола. Ул осорҙа уның майҙаны 121,8 мең гектар тәшкил итә, ә һаҡланыусы зонаһы — 13 мең гектар. Биләмә кеше тарафынан файҙаланылмаған тиерлек, тик кедр сәтләүеге генә йыялар, һунар рөхсәт ителә. 1951 йылда ҡурсаулыҡ майҙаны 35,3 мең гектарға тиклем кәмей, ә 1959 йылда РСФСР Министрҙар Советы бойороғо менән 146,7 мең гектарға тиклем арттырыла[1].

1961 йылда ҡурсаулыҡ шул уҡ исемдәге дәүләт сәнәғәт хужалығы итеп үҙгәртелә, 1969 йылдан алып уның территорияһында ағас әҙерләү эштәре бара. Фән эшмәкәрҙәре һәм тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары вәкилдәре территорияның ҡурсаулыҡ билдәләренә эйә булыуын иҫбатлай ала. 1991 йылдың 16 авгусында Денежкин Ташы дәүләт ҡурсаулығы РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән 78,2 мең гектар майҙанда тергеҙелә[1].

Физик-географик районлаштырыу буйынса Урал тауҙарының Төньяҡ Урал өлкәһе сиктәрендә урынлашҡан (Үҙәк һыҙат). Геоботаник районлаштырыу буйынса территория төньяҡ тайга һыҙатына ҡарай.

Рельефы — уртаса таулы, тау һырттарының максималь абсолют бейеклеге 1200—1492 м, сағыштырмаса бейеклеге яҡынса 900—1100 м.

Иң ҙур йылғалары — Хозатумп һыртында башланған Тальтия, Шегультан һәм Сосьва (ҡушылдыҡтары Сольва, Супрея, Талая), улар Обь йылғаһы бассейнына ҡарайҙар[1].

Үҫемлектәрҙең төп төрө — тау-тайга урмандары. Шул уҡ ваҡытта территорияның 38 процентын ҡара ылыҫлы ҡатнаш аҡ шыршы-кедр-шыршы тайгаһы биләй. Ҡатнаш урмандар территорияның 35 процентын биләй, ҡайын урмандары майҙандың яҡынса 3 % -ында.

Уның фаунаһы типик тайга төрҙәренән тора. Һөтимәрҙәрҙең 6 отрядынан 37 төрө билдәләнгән. Ҡурсаулыҡ территорияһында 12 отрядтан 140 төр ҡош осрай, был төбәктең төр составының 67 процентын тәшкил итә. Уларҙан 111 төр оя ҡора, тағы 24 төрө яҙғы һәм көҙгө осоштарҙа осрай.

Һоро айыу, һеләүһен, кеш, мышы, өкө, һуйыр һ.б. йәшәй.

2010 йылдың 15 июнендә ҡурсаулыҡ территорияһында янғын башлана. 5 авгусҡа ҡарата янғын майҙаны 800 гектар тәшкил итә, ут 2800 гектар майҙанды (ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙанынан 3,5 процент) ялмап ала. Янғынды һүндереүҙә 114 кеше һәм 20 техника берәмеге (шул иҫәптән Ми-8 вертолёты) ҡатнаша[2][3][4]. Һөҙөмтәлә ут 3,3 мең гектар майҙанға зыян килтерә; ҡурсаулыҡ директорының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫарына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла[5].

  1. 1 2 3 Заповедник «Денежкин Камень» // Природные резерваты Свердловской области : Справочник / сост. С. А. Мамаев (отв. ред.), В. В. Ипполитов, М. С. Князев, В. А. Ухналев. — Екатеринбург : УрО РАН, 2004. — С. 8—10. — 129 с., 12 с. ил. — 500 экз. — ISBN 5-7691-1499-1.
  2. «Денежкин камень» снова тушат с неба — Информационное агентство СИА-ПРЕСС — Происшествия (недоступная ссылка — история).
  3. В заповеднике «Денежкин камень» выгорело около 3 тысяч гектаров. Дата обращения: 2 декабрь 2019. Архивировано 18 февраль 2017 года.
  4. Руководство заповедника «Денежкин камень» опровергает обвинения в халатности. Дата обращения: 2 декабрь 2019. Архивировано 7 март 2016 года.
  5. Дело о пожаре в заповеднике «Денежкин Камень» передано в суд Архивная копия от 6 август 2021 на Wayback Machine // gazeta.ru  (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2010)