Жмаев Александр Владимирович

Жма́ев Алекса́ндр Влади́мирович (1977 йылдың 16 майы, Өфө) — Рәсәйҙең төп хоккей лигалары клубтары өсөн сығыш яһаған хоккейсы. Спорт мастеры[1].

Биографияһы

Жмаев Александр Владимирович 1977 йылдың 16 майында Өфөлә тыуған. Урындағы хоккей мәктәбендә тәрбиәләнә.

Спорт карьераһы

Уйын карьераһын 1995—1997 йылдарҙа Милләт-ара хоккей лигаһында һәм Рәсәй чемпионатының Суперлигаһында сығыш яһаған армияның ЦСКА һәм ЦСК ВВС (Һамар) командаларында башлай[2] һәм илдең Өфөнән «Салауат Юлаев» (1997/1998), Түбәнге Каманан «Нефтехимик», Төмәндән «Газовик» (1998/1999) һәм Түбәнге Новгородтан «Торпедо» (1999/2000) командаларында 2000 йылға тиклем сығыш яһауын дауам итә.

Һуңғараҡ Рәсәй чемпионатының әһәмиәте буйынса икенсе дивизионы клубтары составында уйнай: Заволжьеның «Мотор» (2000—2002), Һарытауҙың «Кристалл» (2002/2003 һәм 2004/2005), Кирово-Чепецкиҙың «Олимпия» (2002—2004), Силәбенең «Мечел» (2004/2005), Түбәнге Новгородтың «Торпедо-2» һәм Пензаның «Дизель» (2005/2006), Нефтекаманың «Торос» (2006/2007) һәм Клиндың «Титан» командаларында (2007/2008).

Уйын карьераһы тамамланғандан һуң Өфөлә «Салауат Юлаев» хоккей клубы системаһында балалар хоккей командалары тренеры булып эшләй[3].

Ҡаҙаныштары

Уйынсы булараҡ

• «Приволжское» Рәсәй хоккей федерацияһының МО чемпиондары кубогы эйәһе (2006—2007).

Тренер булараҡ

• "Газпром нефть кубогы"ның «Көнсығыш» конференцияһы еңеүсеһе (2018);
• "Газпром нефть кубогы"ның көмөш призёры (2018).

Иҫкәрмәләр

  1. Жмаев Александр Владимирович. hcsalavat.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
  2. Жмаев Александр Владимирович, 16.05.1977, защ. hockey1946.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
  3. Жмаев Александр Владимирович. сайт ХК «Салават Юлаев». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2017 года.

Һылтанмалар